ИҘРӘТЕП ЕБӘРЕҮ
Тишелер сиккә еткереп иҫкертеү, йоҡартып бөтөрөү (кейемде). □ Износить (об одежде). Кулдәгемде иҙрәтеп бөтөргәнмен.
ИҘРӘТЕП ЕБӘРЕҮ (иҙрәтеп ебәр-) (Р.: клонить ко сну; И.: dozb off; T: gevşemek) ҡ.
Тән ойоп йоҡоға бирелеү, йоҡомһорап китеү. □ Клонить ко сну. Йылы өйҙә иҙрәтеп ебәрҙе.
ИҘРӘТЕП ТАШЛАУ (иҙрәтеп ташла-) ҡ. ҡар. иҙрәтеп бөтөрөү.
ИҘРӘТЕП ТОРОУ (иҙрәтеп тор-) (Р.: чувствовать слабость; И.: feel weak; T: halsiz düşmek) ҡ.
Әлһерәтеп, хәлһеҙләнеп тороу. □ Чувствовать слабость, быть вялым. Бөгөн иртәнән иҙрәтеп тора әле.
ИҘРӘТЕҮ (иҙрәт-) (Р.: протирать; И.: wear through; T: yıpratmak) ҡ.
1. Тишелер сиккә еткереп иҫкертеү, йоҡартыу (кейемде). □ Протирать (долгой ноской, долгим употреблением делать дырявым). Кулдәк-ыштанды иҙрәтеу.
2. Әлһерәтеү. □ Размаривать, разводить, развести. Тынсыу һауа иҙрәтә. ■ Томра һауалы тымыҡ көн. Бөтә тәнде иҙрәтә, быуынды йомшарта. Ғ. Ибраһимов.
3. Тәнде, күңелде йомшартып, ләззәтләндереү, рәхәтлеккә талдырыу. □ Млеть, разомлеть, приходить в умиление. Йәйге урмандағы төрлө хуш еҫтәр куңелде иҙрәтә.
4. Тән ойоп йоҡоға бирелеү, йоҡомһоратыу. □ Клонить ко сну, нагонять сон, дремоту. Ашағандан һуң, иҙрәтә. Н Инеп тә ятты, иҙрәтеп йоҡо ла баҫты. Р. Солтангәрәев. Ашағас, йылы өй балаларҙы иҙрәтеп ебәрҙе. Й. Мостафин.
5. ҡар. иҙратыу. Иҙрәтеп бөтөрөу. Иҙрәтеп ташлау. Иҙрәтеп ебәреу.
ИҘРӘТКЕС (Р: утомительный; И.: tiresome; T: yorucu) с. диал.
1. Әлһерәткес. □ Утомительный. Йәйге төн томра, иҙрәткес, шомло була.
2. Ләззәтле. □ Сладостный, приятный. ■ Бына хәҙер ул [Кәбир], иҫен һаман да ныҡлап йыя алмайынса, уҙ өйөнөң йән иҙрәткес йылыһына иреп ултыра. Н. Мусин.
ИҘРӘҮ (иҙрә-) (Р: протираться (об одежде)', И.: wear into holes; T: yipramak) к.
1. Иҫкереп, епкә ҡалып, тишелер хәлгә етеү. □ Протираться (об одежде). Бөтә кейемдәрем иҙрәп бөткән.
2. Бәлтерәү, әлһерәү. □ Размариваться. Эҫенән иҙрәу.
3. Ләззәтләнеү, рәхәтлеккә бирелеү.
□ Млеть, разомлеть, приходить в умиление. Иҙрәп ятыу. ■ Булып уҙғандарҙың ҡосағында иҙрәп йөрөһә лә, куңелен бөгөнгөһө йылытты. Г. Ғиззәтуллина. Ай нурында иҙрәй әрәмәләр — һандуғастар бында моң сукей. Картотека фондынан.
4. Тән ойоп йоҡоға бирелеү. □ Соловеть, осоловеть, осоветь (от сонливости). Арыуҙан иҙрәп китеу. Иҙрәп тороу. Н Кейекбай барып тоҙҙо төн буйы һаҡлап ятты ла, таң алдынан иҙрәп китте. Әкиәттән.
5. Бәлйерәү, булдыҡһыҙланыу, ебеү.
□ Раскисать, размякнуть. Иҙрәп төшөу.
■ Барлыҡ ауыр сирҙәр батҡаҡлығында ла бәлшәймәне, иҙрәмәне. С. Поварисов.
6. диал. ҡар. иҙрау 1. Иҙрәп бешкән картуф.
ИҘҺАР [ғәр. (Р: обнаружение; И.: revealing; T: keşfetme) и. иҫк.
Берәй фекерҙең йәки ғәмәлдең майҙанға сығарылышы, һиҙҙерелеше, күрһә-телеше. □ Обнаружение, выявление; показ. ■ Иҙһар һеҙҙең фекерегеҙ, яҡлар уны зекеребеҙ. Мөнәжәттән.
ИҘҺАР ИТЕҮ (иҙһар ит-) (Р: показать; И.: reveal; T: göstermek) ҡ.
Күрһәтеү, асып биреү. □ Показать.
■ Башҡа милләттәр кеуек беҙгә һәм ғибрәт вә хамият иҙһар итәсәк ваҡыттар һәнуз етмәнеме? Р. Фәхретдинов.
ИҘҺАР ҠЫЛЫУ (иҙһар ҡыл-) ҡ. ҡар. иҙһар итеү. Йә, фекереңде иҙһар ҡыл инде.
ИҘЫРАУ (иҙыра-) ҡ. ҡар. йомшарыу 1. ■ Аяҡ аҫтындағы һуҡмаҡ иҙырап ишелергә тора. Г. Яҡупова.
ИҘӘН [Волга буйы төрки телдәрҙән] (Р: пол; И.: floor; T: döşeme) и.
668