Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 669


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЕРОГЛИФИК
Өй һәм башҡа ҡоролманың баҫып йөрөү өсөн йәйелгән түшәмәһе. □ Пол. / Половой. Иҙән сепрәге. Иҙән таҡтаһы. Иҙән буяуы. М Егор Николаевичтың тос кәүҙәһе иҙәнгә гөрҫ итеп әйләнеп төштө. 3. Ураҡсин. Һарайҙарҙағы иҙәндәр таҙа, һыу улаҡ буйлап ағып китә, ҡура эҫтәре лә электр менән яҡтыртыла. Р. Камал. Иҙәнгә куҙ яуын алып тормалы иран келәме йәйелгән, ҙур түңәрәк өҫтәлгә йәшел бәрхәт, ситтәре суҡлы япма ҡапланған. Н. Мусин. • Бейей белмәгән иҙән һындырған. Мәҡәл.
♦ Тел менән иҙән ялау бик ныҡ ялағайланыу, ярамһаҡланыу. □ Льстить, подхалимничать. ■ [Ҡолтүбә] Бүләр хандың алдына килеп, маңлайы менән ер һепереп, теле менән иҙән ялап, һүҙ башланы, ти. «Алпамыша», һеҙ тигәндә - беҙ иҙәндә кешегә мәрәкәләп түбәнселек белдергәндә әйтелә. □ Выражение подчёркнутой почтительности.
ИҘӘН АҪТЫ (Р.: подпол; И.: cellar; T.: bodrum) и.
1. Йорттоң иҙән таҡтаһы менән ҡапланған аҫҡы ҡаты. □ Подпол. / Подпольный. ■ Салауат Юлаев, атаһы Юлай Аҙналин, арҡаҙашы Иван Зарубин-Чика Өфө ҡәлғәһенең Троицк сиркәүе иҙән аҫты зинданында ябып тотола. Интернет селтәренән.
2. ҡар. баҙ 1. Иҙән аҫты ҡаҙыу. Иҙән аҫтына картуф һалыу.
3. миф. Башҡорт мифологияһында иҙән аҫтын теге донъя менән бәйләп аңлаталар. □ В башкирской мифологии опасное пограничное пространство между нижним и средним мирами, между тем и этим светом. К Иҙән аҫтына май ҡалдырыу йолаһы була торғайны өй һалғанда. Башҡорт мифологияһынан.
ИҘӘН Л ЕК (иҙәнлеге) и. ҡар. иҙән таҡтаһы.
ИҘӘН СӨЙӨ (Р: гвоздь; И.: nail; T.: çivi) и. миф.
Өйҙән мәйет сыҡҡанда башҡа бәлә-ҡаза килмәһен, тип иҙән таҡтаһына ҡағылған сөй. □ Гвоздь, забитый на пол после выноса
покойника из дому, чтобы в дом не пришла беда. Иҙән сөйөн һурып алырға ярамай.
ИҘӘН ТАҠТАҺЫ (Р.: половица; И.: floor board; T.: döşeme tahtası) и.
Иҙәнлек, иҙәнгә йәйеү өсөн әҙерләнгән таҡта. □ Половица. Ҡарағастан иҙән таҡтаһы ныҡ була.
ИЕГОВИСТ [рус.] (Р: иеговист; И.: jeho-vist; T.: yehova taraftarı) и.
Христиан диненең бер сектаһы ағзаһы. □ Иеговист. Иеговист бурыстары.
ИЕЗУИТ [рус. < лат. Jesus ‘Иса’] (Р: иезуит; И.: Jesuit; T.: cizvit) и.
1. Католиктар монахы. □ Иезуит. / Иезуитский. Иезуит миҙалы.
2. күсм. Ике йөҙлө, хәйләкәр кеше. □ Иезуит (о двуличном человеке). Иезуит булыу.
ИЕНА [рус. < япон.] (Р: иена; И.: yen; Т.: yen) и.
Японияның аҡса берәмеге. □ Иена. Иена 1,5 г таҙа алтынға һәм 24,3 г таҙа көмөшкә торош.
ИЕРАРХИЯ [рус. < гр. hierarchia] (Р: иерархия; И.: hierarchy; T.: hiyerarşi) и.
Түбән чиндарҙың юғары чиндарға буйһоноу тәртибе. □ Иерархия. / Иерархический. Хеҙмәт иерархияһы. Гражданлыҡ иерархияһы. ■ Унда [«Күсәк бей» әҫәрендә] феодаль аристократия иерархияһы ярайһы ғына һүрәтләнә. М. Сәғитов.
ИЕРОГЛИФ [рус. < гр. hyeroglyphi ‘изге яҙмалар’] (Р: иероглиф; И.: hieroglyph; T: hiyeroglif) и.
1. Ҡытай, япон, корея һымаҡ халыҡтар яҙмаһында тулы бер төшөнсәне, айырым ижекте йәки өндө белдергән һүрәт билдәһе. □ Иероглиф. / Иероглифический. Иероглиф тамғалар. ■ Ҡытай халыҡ әкиәтен уҡығанда, бала иероглифтарҙы ла күрә, уларҙың барлығы менән дә таныша. Г. Ғиззәтуллина.
2. Сатай-ботай яҙыу. □ Каракули.
ИЕРОГЛИФИК (Р: иероглифический; И.: hieroglyphic; T: hiyeroglifik) с.
Иероглифҡа мөнәсәбәтле. □ Иероглифический. Иероглифик яҙмаларҙы өйрәнеү.
669