Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 670


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЕРОГЛИФИКА
ИЕРОГЛИФИКА [рус. < гр. hyeroglyphoi ‘изге яҙмалар’] (Р.: иероглифика; И.: hieroglyphics; T.: hiyeroglifleri öğrenen fen) и.
Иероглифтарҙы (1) өйрәнеү фәне. □ Иероглифика. Иероглифика менән шөғөлләнеү.
ИЕРОМОНАХ [рус. < гр. hieromanachos] (Р.: иеромонах; И.: hieromonk, celibate priest; Т.: Hieromonk) и.
Священник эшен башҡарыусы монах.
□ Иеромонах (священник-монах). Аҡ священник иеромонах дәрәжәһенә күтәрелә ала.
ИЖАБИ [ғәр. (P: положительный; И.: positive; T.: olumlu) с. иҫк. кит.
Ыңғай. □ Положительный. Ижаби яуап.
ИЖАД [ғәр. ‘барлыҡҡа килтереү’] (Р: творчество; И.: creation; creativity; T.: yaratıcılık) и.
1. Фән һәм мәҙәниәт байлыҡтарын тыуҙырыу өлкәһендәге эшмәкәрлек. □ Творчество. / Творческий. Ижад эше. Ижад комары. ■ Тәбиғәттә ғәжәп закон бар, һәр йыл һайын матур яҙ килә, ә ижадта ҡайсаҡ, бындай яҙ нисә йылға ғына бер килә. К. Кинйәбулатова. Ижад уны [Йәмиләне] тотошлайы менән үҙенә арбап алды. Г. Ғиззәтуллина. Ул [Даль] йәнә үҙенең ижад эшенә сумды. 3. Ураҡсин.
2. Шул эшмәкәрлектең һөҙөмтәһе.
□ Творчество. ■ Сөнки ғәҙәти көршәк түгел, ә бөйөк сәнғәт өлгөһө, кеше аҡылы тыуҙырған ҡабатланмаҫ ижад емеше ине минең ҡулымда! 3. Биишева. Халыҡ ижады — халыҡ байлығы, уның быуындан быуынға изге аманат итеп тапшырыла килгән поэтик культураһы. С. Галин.
ИЖАДИ (Р: творческий; И.: creative; T.: yaratıcı) с.
Ижад эше менән бәйле. □ Творческий. Ижади мәл. Ижади тормош. Ижади ял. Хәсән Усманов үҙенең ижади ғүмеренең сәскә атҡан сағын кисерә.
ИЖАДИАТ и. ҡар. ижад.
ИЖАД ИТЕҮ (ижад ит-) (Р: творить;
И.: create; T.: yaratmak) ҡ.
Ижади эш менән матди һәм рухи байлыҡтар барлыҡҡа килтереү. □ Творить; со
зидать. Ижад итеү иреклеге. ■ [Усман]тағы тырыша, тағы ижад итә. Г. Ғиззәтуллина.
ИЖАДСЫ (Р: творец; И.: creator; T: yapıcı) и.
Ижад итеүсе. □ Творец, создатель; созидатель. ■ Мәңгелек күҙлегенән ҡарағанда, яуыз хөкөмдар ни, тиңһеҙ аҡыл эйәһе, бөйөк ижадсы ни, бер һыныҡ икмәккә мохтаж фәҡир ни — бөтөнөһө тиң. Ә. Хәкимов. Илһам — ижадсыны аҙға ғына булһа ла ғәҙәтилектән юғарыға күтәреп торған илаһи һәләт. Г. Ғиззәтуллина.
ИЖАДСЫЛЫҠ (ижадсылығы) (Р: творчество; И.: creation; creativity; T: yaratıcılık) и.
Ижад менән шөғөлләнеү эше. □ Творчество, творческая деятельность. Ижадсылыҡ менән шөғөлләнеү. Ғүмерҙе ижадсылыҡҡа арнау.
ИЖАДТАШ (Р: коллеги по творчеству; И.: fellow creator; like-minded person; T: yaratıcı arkadaş) и.
Бер ижад кешеләре; фекерҙәш. □ Коллеги по творчеству. Ижадташ дуҫтар. Ижад-таш кешеләр. Ижадташ булыу. ■ Эштән арып-талып ҡайтҡан йәш атай [Артур] ғаиләһендә күңеленә ял табып, көс алып, илһамланып, иртәгеһенә тағы ла яратҡан эшенә, театрына, ижадташ дуҫтары янына йүнәлә. «Йәшлек», 12 ғинуар 2011.
ИЖАДТАШЛЫҠ (ижадташлығы)
(Р: творческое содружество; И.: concord; T: dostluk) и.
Ижади дуҫлыҡ, берҙәмлек. □ Творческое содружество. Күрше республика яҙыусылары менән ижадташлыҡ итеү.
ИЖАЗӘТ [ғәр. *jM] (Р: разрешение; И.: permission; T: izin) и. иҫк. кит.
Рөхсәт. □ Разрешение. Ижазәт алыу. Ижазәт биреү. ■ Әгәр Еҙүкәй, ижазәт биреп, баш ҡаҡһа, башҡорт батырҙарын ботарлап ырғытырға әҙерҙәр. Ә. Хәкимов.
ИЖАЗӘТНАМӘ [ғәр. cjjuj + фарс. ^] (Р: диплом; И.: diploma; T: diploma) и. иҫк. кит.
Рөхсәт яҙыуы. □ Диплом. ■ Мөхтәр мәғзүм был мәҙрәсәлә бик тырышып өс йыл
670