ИЖДИВЕНЕЦ
уҡыны. Ахырҙа, ул дәрес эйтеу өсөн хәҙрәттән «Ижазәтнамә» алып ҡайтты. Һ. Сәғҙи.
ИЖАП (ижабы) [ғәр. ‘яуап’] (Р.: согласие на помолвку; И.: permission for engagement; T.: rıza) и. этн. иҫк.
Ризалыҡ. □ Согласие на помолвку. ■ [Өрҡиә:] Ижабын уткәрә торайыҡ, инәй. Кешеләр ҙә байтаҡтан көтөп ултыра бит. Н. Мусин.
ИЖАП-ҠАБУЛ [ғәр. -W] (Р: благословение на брак; И.: blessing for wedlock; T.: hayır duası) u.
Ҡыҙ менән егетте ҡушыр өсөн аталарынан алдым-бирҙем тигән ризалыҡ алып никахҡа тиклем үк уҡылған доға. □ Благословение на брак. Ижап-ҡабул яһатыу. ■ [Ҡотлояр — Айбулатҡа:] Инәлеп йөрөмә .. ҡыҙҙы алып ҡас та кит. Шунда берәр мулла һымаҡ кеше тап та ижап-ҡабул яһат. Һ. Дәүләтшина.
ИЖАП ҠЫЛЫУ (ижап ҡыл-) ҡ. ҡар. ижап уҡыу.
ИЖАП УҠЫУ (ижап уҡы-) (Р: помолвить; И.: engage, bethroth; T.: sözlü olmak) ҡ.
Никахҡа тиклем, ҡыҙ менән егеттең аталарынан алдым-бирҙем тигән ризалыҡ алып, доға уҡытыу. □ Помолвить, совершить помолвку. ■ Ауылда, .. йола буйынса, тыуғас, мулланан исем ататалар, өйләнгәс, ижап уҡыталар, улгәс, йыназаға йыялар — бөтәһе лә шартына килтереп теуәл утәлә. Р. Камал. [Бәҙғолъямал — Өрҡиәгә:] Бына ошонда килен буләктәре, ижап уҡығас, һин таратырһың. Н. Мусин.
ИЖАП ҺЫУЫ (Р: «святая вода» для помолвки; И.: holy water; T.: sözde içilen kutsal su) u.
Ижап уҡығас, өшкөрә торған һыу. □ «Святая вода» для помолвки. Ижап уҡылып бөткәс, мулла ҡыҙ менән кейәугә ижап һыуы һибә.
ИЖАРӘ [ғәр. bjUji] (Р: аренда; И.: lease; T.: kira) и. иҫк.
Ер, йорт йәки башҡа нәмәнең килешеү буйынса ваҡытлыса файҙаланышы һәм
шуның өсөн түләү; куртым. □ Аренда. ■ [Сәлим:] Унан һуң Торсон куршеһенән бер хөжрә [булмә] ижарәгә алып, кәләшем — Ҡашғарлы ҡыҙы Хәкимә менән бергә тора башланыҡ. Ғ. Рафиҡи. Эстәрле башында әуәл ултырған кешеләр, бер аҙ заман торғас, ерҙе башҡорттарҙан ижарәгә алған. «Ағиҙел», № 9, 2010.
ИЖАУ (Р: ковш; И.: scoop, dipper, ladle; T.: kepçe) и.
1. Ағастан һырлап эшләнгән ҡымыҙ сүмесе. □ Деревянный ковш с резьбой для кумыса. ■ Иң элек өҫтәлгә йылдар уҙыу менән һарғайып, йылтырап, һөйәк төҫөнә ингән, әллә ниндәй фантастик һөйрәлгес йәнлектең башына оҡшатып эшләнгән ағас ижау сығып ятты. 3. Биишева. Ул арала йунләп һуҙ башламаҫ борон уҡ, алға ашъяулыҡ йәйелде. Өлкән тәпән менән ҡымыҙ, ижау, алдырҙар килтереп ултыртылды. Ғ. Дәүләтшин.
2. диал. ҡар. сүмес 1. ■ Аяҡсы, көрәгәһен кутәреп, ижау менән кешеләрҙе эсерә-эсерә килә. М. Кәрим. Ижау менән һоҫоп һыу алған да тотонған ул [Талип] тамаҡ ялғарға. Б. Вәлид.
3. миф. Ен-шайтандарҙы ҡурҡытыу өсөн ҡулланылған мифик әйбер. □ Ковш (мифологизированный предмет, который может стать созвездием (ковш Алпа), отпугнуть нечистую силу). ■ Мәйетте йыуыу (ете ижау һыу), ямғыр теләгәндә уҙ улеме менән улмәгән кешенең ҡәберенә ижау менән һыу ҡойоу кеуек ырым-йолаларҙа сағылыш тапҡан. Башҡорт мифологияһынан.
ИЖБАР [ғәр. (Р: требование;
И.: demand; T.: talep) и. иҫк. кит.
Көслөк, талап. □ Принуждение, требование. Заман ижбары.
ИЖБАР ИТЕҮ (ижбар ит-) (Р: принуждать; И.: compel; T.: zorlamak) ҡ.
Мәжбүр итеү, көсләп эшләтеү. □ Принуждать, вынуждать, заставлять, обязывать. Ижбар итеп эшләтеу.
ИЖДИВЕНЕЦ (Р: иждивенец; И.: dependent; T.: birinin sırtından geçinici) u.
671