Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 672


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЖДИВЕНЛЫҠ
Берәүҙең тәрбиәһендәге (ҡарамағындағы) кеше; баҡма. □ Иждивенец. Идживе-нец булыу.
ИЖДИВЕНЛЫҠ (иждивенлығы)
(Р.: иждивение; И.: idependency; T.: birinin sırtından geçinme) и.
Иждивенец булыу хәле. □ Иждивение. Иждивенлыҡ хоҡуҡтары.
ИЖДИҺАТЛЫ с. диал. ҡар. ижтиһадлы.
ИЖЕК (ижеге) [боронғо төрки ужик] (Р.: слог; И.: syllable; T.: hece) и. лингв.
Һүҙҙең бүленмәй, бер тын менән әйтелә торған быуыны. □ Слог. / Слоговой. Асыҡ ижек. Ябыҡ ижек. Ҡапланған ижек. Ҡапланмаған ижек. ■ [Бибинур:] Йәнә, һәр ижеккә баҫым яһап, ҡабатланы: «Ә һин бә-хет-ле бул!» Д. Бүләков. Был осраҡтарҙа шиғырҙа ижек һандары ғына тугел, ә баҫымдар системаһы, тон да, яңғырауҙар ҙа ҙур роль уйнай. Ғ. Рамазанов.
ИЖЕКЛЕ (Р: слоговой; И.: syllabic; Т.: heceli) с. лингв.
Ижектәргә бүленгән. □ Слоговой. Бер ижекле. Ике ижекле. Ҡуп ижекле. ■ Афористик репертуарҙа ике ижекле мәҡәлдән алып, ун биш-ун алты, хатта ун туғыҙ ижеккә ҡоролған мәҡәлдәрҙе осратырға мөмкин. Ф. Нәҙершина. Оҙон көйлө йырҙар, нигеҙҙә, 10—9 ижекле булһа, ҡыҫҡа көйлөләр 7—7, 7—8, 8—8 ижекле булырға мөмкин. К. Мәргән.
ИЖЕКЛЕЛЕК (ижеклелеге) (Р: многосложность; И.: multisyl labicity; T: çok heceli) и.
Ижектәргә бүленгәнлек. □ Многосложность. Ҡуп ижеклелек. Ике ижеклелек. Өс ижеклелек.
ИЖЕКЛӘҮ (ижеклә-) (Р: читать по слогам; И.: spell; T.: hecelerle okumak) ҡ.
Ижектәргә бүлеү, һәр ижекте айырыу. □ Читать по слогам. Ижекләп яҙыу. ■ Мәгәр Һабрау, бар тырышлығын һалып, тиҙ арала ғәрәп, фарсы телдәрен арыу ғына өйрәнеп алды, еңелерәк китаптарҙы тәуҙә ижекләп, биш-алты ай утеугә яҡшы уҡ йугертеп уҡый башланы. Н. Мусин. [Ҡыуандыҡ] «Мең дә бер кисә» һымаҡ әкиәткә тартым
китаптарҙы ижекләп уҡыны. Ә. Хәкимов. Исемен боҙғанды ене һөймәй, хәтере ҡала ла ҡуя. — Ба-ҡый, — тип ул исемен ижекләп әйтте. М. Хужин.
ИЖИЦА (Р: ижица; И.: izhitsa (the last letter of Church Slavonic and old Russian alphabet); T.: eski Rus alfabesinin son harfi)
Элекке рус алфавитының һуңғы хәрефе. □ Ижица (последняя буква дореформенного русского алфавита).
ИЖРА [ғәр. *0^!] (Р: исполнение; И.: implementation; T.: icra) и. иҫк. кит.
Ҡарар, хөкөм, талап һ. б. нәмәнең үтәлеше, башҡарылышы. □ Выполнение, исполнение. ■ Шул рәуеш бөткәс ололау ижраһы, бар ҙа һөйөнөстән сығарғас куҙ йәше; бар ҙа килгәс буйһоноуҙың нөктәһен, һөйләне Иблис тәшәккер хөтбәһен ҡотлау телмәре. Ш. Бабич.
ИЖРА ИТЕҮ (ижра ит-) (Р.: исполнять; И.: carry out; T.: icra etmek) ҡ.
Үтәү, башҡарыу. □ Исполнять, выполнять. Изге эште ижра итеу. И Ижра итер теләгеңде ихлас һора Тәңреңдән. Бәйеттән.
ИЖРӘЙЕҮ (ижрәй-) (Р: важничать; И.: put on airs; T.: kurumlanmak) ҡ.
Кәпәренеү, ҡуҡрайыу. □ Важничать. ■ Ҡит унан, мин булам [баш мөхәррир], мин барығыҙҙан да сибәр яҙам, — тип ижрәйеп, Шәһит Әхмәҙиев килеп сыҡһа. Ш. Бабич.
ИЖТИМАҒИ [ғәр. ^L^j] (Р: общественный; И.: social; T.: toplumsal) с.
1. Йәмғиәткә ҡараған, йәмғиәткә бәйләнешле. □ Социальный, общественный. Йәмғиәттең ижтимағи уҫеш ҡанундары. ■ Әлбиттә, ижтимағи ҡоролош, социаль шарттар кеше аңы уҫешенә хәл иткес йоғонто яһай. Н. Мусин. «Тере шишмәләр» ижтимағи ойошмаһы барлыҡҡа килде. «Ағиҙел», № 9, 2011.
2. Кешеләрҙең матди һәм рухи эшмәкәрлектәре процесында уларҙың йәмғиәттәге урынын, йәмғиәттәге бәйләнеш мөнәсәбәттәрен сағылдырған һәм шуға бәйле булған. □ Общественный. ■ Шулай ҙа аҫтыртын юл менән илдә ҡырҡа боролош яһап,
672