ИЖТИҺАД ИТЕҮ
бөтөнләй икенсе төрлө ижтимағи тормошҡа кусеу, бигерәк тә тарих тәгәрмәсен кирегә бороп, уткәнгә ҡайтырға тырышыу аҡылға теуәл кешеләрҙең эшеме икән? Н. Мусин. Аҡмулла шул саҡтағы ижтимағи хәрәкәттә Мәржәниҙең тотҡан урынын, ролен һәм әһәмиәтен бик дөрөҫ аңлаған. С. Ҡудаш. Хәйри шулай уҡ Октябрь социалистик революцияһы һәм граждандар һуғышы йылдарында, Совет власы шарттарында ҡатын-ҡыҙҙарҙың ижтимағи тормошта тотҡан урындары, яңы яҙмыштары тураһында ла уйлана. С. Сафуанов.
3. Бөтә кешелек, йәмғиәт ҡатнашлығында үтәлә, эшләнә торған; дөйөм. □ Общественный, общий. Ижтимағи етештереу ҡорамалдары.
ИЖТИМАҒИ-ИҠТИСАДИ (Р.: обще-ственнно-экономический; И.: social-economic; T.: toplumsal-ekonomik) с.
Ижтимағи һәм иҡтисади. □ Общественно-экономический. ■ Әҙәбиәт, ниндәй осор, ниндәй ижтимағи-иҡтисади системаныҡы, ниндәй милләттеке булыуына ҡарамаҫтан, кешенең куңел матурлығын данлауҙы маҡсат итеп ҡуя. «Ағиҙел», № 10, 2010.
ИЖТИМАҒИ-КӨНКҮРЕШ (Р: социально-бытовой; И.: commu nity and consumer; T.: günlük yaşam) c.
Йәмғиәт һәм йәшәйеш менән бәйле.
□ Социально-бытовой. Ижтимағи-көнку-реш мәсьәләләре.
ИЖТИМАҒИЛАШТЫРЫУ (ижтимағилаштыр-) (Р: обобществлять; И.: socialize; T.: toplumsallaştırmak) ҡ.
Йәмғиәт ҡарамағына күсереү, дөйөм халыҡ милкенә әйләндереү; дөйөмләштереү. □ Обобществлять. // Обобществление. Эште ижтимағилаштырыу. Ерҙе ижтимағилаштырыу.
ИЖТИМАҒИЛАШЫУ (ижтимағилаш-) (Р: обобществляться; И.: become socialized; T.: toplumsallaşmak) ҡ.
Йәмғиәт ҡарамағына күсеү, дөйөм халыҡ милкенә әйләнеү; дөйөмләшеү. □ Обоб
ществляться. Етештереу ҡоралдары ижтимағилашты.
ИЖТИМАҒИ-СӘЙӘСИ (Р.: обществен но-политический; И.: social and political; T.: siyasal — toplumsal) c.
Ижтимағи һәм сәйәси. □ Общественно-политический. Ижтимағи-сәйәси ҡоролош. ■ Киләсәктә иғтибар уҙәгендә ижтимағи-сәйәси, социаль-гуманитар фәндәр буласаҡ, сөнки улар ғына йәмәғәтселекте рухи яҡтан байытып, тулы милләт итеп уҫтерә. «Ағиҙел», № 10, 2010.
ИЖТИМАҒИ ФӘНДӘР (Р: обществен ные науки; И.: social sciences; T.: toplum bilimleri) и.
Тарих, фәлсәфә, филология һ. б. фәндәрҙе эсенә алған, кешелек йәмғиәтен һәм уның мәҙәниәтен өйрәнә торған фәндәр. □ Общественные науки. Ижтимағи фәндәрҙе өйрәнеу. ■ [Мараттың] айырыуса теңкәһен ҡоротҡаны — ижтимағи фәндәр булды. Ә. Хәкимов.
ИЖТИМАҒИӘТ[ғәр.^ь^1] (р: общественность; И.: the community; the public; T: kamuoyu) и.
Йәмғиәткә бәйле, фекерҙәш булараҡ. □ Общественность. ■ Рәсәй мосолмандары менәуәрҙәренең һуңғы тапҡыр бер ижти-мағиәт булараҡ бергә осрашыуы ла ошо ине. Ә.-З. Вәлиди.
ИЖТИҺАД [ғәр. лцьз] (Р: прилежание; И.: diligence, industry; T.: çalışkanlık) и.
Тырышлыҡ. □ Прилежание, старание, усердие. Баланың ижтиһады. ■ Донъяла бар нәмә, ижтиһад камил булыу шарты менән, әлбиттә, табылыр. Р. Фәхретдинов. • Донъя ижтиһад менән. Әйтем.
ИЖТИҺАД ИТЕҮ (ижтиһад ит) (Р: проявить прилежание; И.: display diligence; T: çalışkanlık göstermek) ҡ.
Тырышлыҡ итеү, тырышыу. □ Проявить прилежание. ■ [Сафа мулла:] Аллаһы тәбәрәкә вә тәғәлә хәҙрәттәре ижтиһад иткән бәндәһенә малын да, дәуләтен дә бирә, тигән китапта. Ж. Кейекбаев. Стәрлебаш мәҙрәсәһен бөтә тирә-яҡта маҡ
22— 1.0116.12
673