Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 674


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЖТИҺАД ҠЫЛЫУ
тайҙар, китаптар хасил итеу өсөн куп ижтиһад итте вә малдар сарыф ҡылды, тип остазды куккә кутәреп һөйләйҙәр. Ғ. Ибраһимов. • Ижтиһад иткән мораҙына еткән. Мәҡәл.
ИЖТИҺАД ҠЫЛЫУ (ижтиһад ҡыл-) ҡ. ҡар. ижтиһад итеү. ■ [Хәҙрәт:] Йәмәғәт, был эш бөгөн генә тамам булмаҫ, иртәгә шаһиттарҙан берәм-берәм яуап алырбыҙ, шәриғәт хөкөмөн ижара итеу юлында ижтиһад ҡылырбыҙ. М. Ғафури.
ИЖТИҺАДЛЫ (Р.: старательный; И.: assiduous; T.: çalışkan) с. иҫк.
Тырыш, алдынғы. □ Старательный, усердный, прилежный. ■ Алдынғы, ҙур, культуралы, ижтиһадлы илдәрҙә аңлыларҙың Ислам диненә аҡрынлап кусә башлауы ла шуны раҫлап тора. «Ағиҙел», №5, 2011. Сәлим бабай ялҡау тугел, ғәйәт ижтиһадлы вә шат әҙәмдәрҙең береһе ине. Р. Фәхретдинов.
ИЖТИҺАДЛЫҠ (ижтиһадлығы) (Р: старательность; И.: assiduity; T: çalışkanlık) и.
Тырышлыҡ. □ Старательность, прилежность, усердность. ■ Кешенең эшләгән, йәшәгән урында төк ҡалдырыуы уның ижти-һадлылығы менән бәйле. «Ағиҙел», № 4, 2010.
ИЖТИҺАДЛЫЛЫҠ (ижтиһадлылы-ғы) и. ҡар. ижтиһадлыҡ. ■ Аҡыл менән уйланыу, тиҙлек, ижтиһадлылыҡ, бәрәкәттең йән хәрәкәтендә икәнлеген ацлап эш итеу осоро. «Ағиҙел». № 11, 2010.
ИЗАБЕЛЛА [рус.] (Р: изабелла; И.: grape species; T: üzüm türü) и.
Виноград төрө. □ Изабелла (сорт винограда).
ИЗАФЕТ [ғәр. (Р: изафет; И.: isa-phet; T: izafet) и. лингв.
Эйәлек мөнәсәбәтендәге ике исемдән торған һүҙбәйләнешен күрһәткән грамматик категория (мәҫәлән, ат башы, китаптың тышы). □ Изафет. Ғәрәп изафеты. Фарсы изафеты. Изафет һуҙбәйләнеш.
ИЗАХ [ғәр. cLjaj] (р.: пояснение; И.: elucidation; T: izah) и. иҫк. кит.
Аңлатма, асыҡлама. □ Пояснение, разъяснение, объяснение, толкование. Иҫке һуҙ-ҙәргә изах бирелә. Изах яҙыу.
ИЗАХАТ [ғәр. oUUal] и. ҡар. изах. Китапҡа изахат биреу.
ИЗАХ ИТЕҮ (изах ит-) (Р: пояснять; И.: elucidate; T: izah etmek) ҡ.
Аңлатыу, төшөндөрөү. □ Давать пояснение, пояснять, разъяснять, объяснять, толковать. Төрлөсә изах итеу. Һөйләгәнде изах итеу.
ИЗБЁНКА [рус.] и. диал. ҡар. аласыҡ 2.
ИЗВЕСЛАУ (извесла-) ҡ. диал. ҡар. эзбисләү.
ИЗВЕСТНЯК [рус.] и. ҡар. эзбизташ. ■ Бындағы тау тоҡомдары известняктан тугел, һәр төрлө ауыр таштарҙан тора, уларҙың составында руда булыуы ла ихтимал. 3. Ураҡсин.
ИЗВЕСТЬ [рус.] и. ҡар. эзбиз. Һун-дерелгән известь.
ИЗГЕ [боронғо төрки әд-гу] (Р: святой; И.: holy; T.: kutsal) с.
1. Йөрәк түрендә һаҡлана торған, иң ҡәҙерле, бөйөк; мөҡәддәс. □ Святой, священный. Изге бурыс. ■ Кешеләргә ярҙам итеу — бик куңелле, изге эш бит ул. Ә. Бикчәнтәев. Торатау — изге тау, уға яҡшы уй, саф ниәт менән генә килергә кәрәк. Ә. Әминев. Ғәжәйеп тәрән мәғәнәле, юғары образлы, кинәйәле булыуҙары арҡаһында бер дәуер тыуҙырған мәҡәлде икенсе осор кешеләре лә уҙ «милке» итеп ҡабул итә һәм ата-бабаларының изге васыяты рәуешендә киләһе быуындарға тапшыра килә. Ф. Нәҙершина. Ирек яулап улгән иркәйҙәрҙең шунда [Уралда]ята изге һөйәге. Халыҡ йырынан.
2. Күңел түрендә һаҡланған, ҡәҙерле, ғәзиз. □ Дорогой. Изге төйәк. ■ Изге был ер! Кайҙа барһаң — шунда ватандаштар, яҡын дуҫтар бар. Ғ. Рамазанов. Иң изгеһе кешенең — әсәй икән. С. Ҡудаш. Мәктәп — изге йорт, ул һәр кемгә аҡыл донъяһын асып бирә. «Ағиҙел», №9, 2011. Ата-бабаларыбыҙға изге ер, туған тел һәм тиңдәшһеҙ моң-көй өсөн сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.
674