Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 675


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЗГЕЛЕК
М. Хужин. Мәрхум иренең изге тупрағы хөрмәтенә һуңғы бурысын утәгән Алты-ша аҡтыҡҡы куҙ йәшен ҡоя, әммә был инде йөрәктәге ҡайғыны буҫкәрткән йәш, бер-береһенә тоғро булып ғумер итеуҙән ҡәнәғәтләнеуҙе курһәткән йәш була. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
3. Азатлыҡ, үҙ илен һаҡлау өсөн алып барылған (һуғыш, көрәш тураһында)', ғәҙел. □ Справедливый. Изге һуғыш.
4. Башҡаларға һәр ваҡыт яҡшылыҡ ҡыла торған, һәйбәт күңелле. □ Добрый, хороший, благой. Куңеле изге кеше. ■ Ауылдаштары оҫта ҡуллы, изге куңелле Һөнәрселәрен юғалтыу ҡайғыһынан арынып та етмәҫтән, Өйрәнсек тағы көршәктәр менән һатыу итә башлаған. 3. Биишева. [Алтынбай:] Их, Самсон бабай, бөтәһе лә һинең кеуек изге куңелле булһа ине. 3. Ураҡсин. • Изгенең куңеле — көҙгө. Әйтем.
5. Ғәйебе, гөнаһы булмаған, керһеҙ, саф. □ Невинный, безвинный. Изге йөрәк. Изге хис. ■ Айзирәк ҡыҙ — ай зирәк ҡыҙ, уткер теле, изгеләрҙән изгерәктер, юҡтыр кере. Ш. Бабич. Нурисламдың ниәте изге, ҡуйынында таш юҡ. Ә. Хәкимов. Мәғәфур ағайҙың ғумер юлында тағы ла бер изге йән эйәһе [тормош иптәше Сөйөмбикә Кулибаева ] осрамаһа, бәлки, мәшһур халыҡ йырсыһы формалашмаҫ ине. «Ағиҙел», № 11, 2010.
6. Күңелгә ятышлы, яҡшы, һәйбәт. □ Добрый, хороший. Изге һуҙ. Изге ниәт. Изге уй. Изге теләк. ■ Ә был изге эшкә [әҫәр яҙырға] Сәлим ҡырҡ йәштәрҙә генә ныҡлап тотондо. С. Поварисов. • Изге эштең иртәгеһе яҡшы. Мәҡәл. Ҡыҙҙы өйрәтеу — изге эш, улды өйрәтеу — иң ҙур эш. Әйтем. Уңған ҡатын ул табыр, изге ҡатын ҡыҙ табыр. Мәҡәл.
7. дини. Дингә бөтә күңеле менән бирелеп хеҙмәт иткән, дин рухы менән йәшәгән, гөнаһһыҙ, саф. □ Святой, благочестивый. Изге йән. ■ Шәкерттең атаһы улын мотлаҡ изге Алла бәндәһе яһауҙы маҡсат итеп ҡуйған. К. Мәргән. Иҫке Ғәһед тә (Тәурат — уның бер өлөшө), Яңы Ғәһед тә, — Ҡөрьән кеуек ук, Аллаһы Тәғәлә та
рафынан бирелгән изге китаптар, тиҙәр. Г. Ғиззәтуллина. Тәҡуәле кешегә мәсет иң изге урын икән, әҙәби майҙан да әҙип өсөн шулай булырға тейеш тугелме икән?! Ф. Күзбәков.
♦ Изге сәғәттә берәй эш алдынан уңыш теләп әйтелгән һүҙ. □ В добрый час (благословление). Башлайыҡ был эште изге сәғәттә.
ИЗГЕ АЙ (Р.: священный месяц; И.: holy month; T.: kutsal ay) и. дини.
Ислам дине буйынса, рамаҙан һәм мәүлит айҙары. □ Священный месяц. ■ Изге айҙарҙа доға ҡылһаң, һауабы ҙур була. Башҡортса дини календарҙан.
ИЗГЕ АТА (Р: Святой отец; И.: padre; T.: papaz) и. дини.
Христиан динендә руханиҙарға бирелгән дини исем атамаһы (ғәҙәттә, мөрәжәғәт иткәндә әйтелә). □ Святой отец.
ИЗГЕ ИБИС (Р: ибис священный; И.: African sacred ibis; T.: kutsal aynak) и. зоол.
Мысыр ҡауҙыһы (Африкала һәм Ғәрәб- * станда йәшәй торған ҡош). □ Ибис священный (лат. Threskiomis aethiopicd). Аҡ изге ибис. Ҡара изге ибис. Изге ибистың суҡышы оҙон була.
ИЗГЕЛЕК (изгелеге) (Р: благое дело; И.: good(ness); T.: iyilik) и.
Кеше өсөн саф күңелдән эшләнгән яҡшы эш; яҡшылыҡ. □ Благое дело, благодеяние; добро, милость. Изгелек курһәтеу. Изгелек башҡарыу. ■ [Басариев:] Ярар, Николай, рәхмәт, изгелегеңде ил онотмаҫ! Р. Солтангәрәев. Сәмиғуллиндың әңгәмәһе арҡаһында бер Ишбирҙе генә йунәлеп киткәндә лә — ҙур изгелек бит. Г. Яҡупова. Изгелек, тоғролоҡ ҡына кешене матур, батыр яһай. Ф. Аҡбулатова. • Изгелек ерҙә ятып ҡалмаҫ. Әйтем. Изгелектең иртәһе, кисе юҡ. Мәҡәл. Ҡояш янында — йылылыҡ, әсә янында — изгелек. Мәҡәл. Яманлыҡ иткән изгелек тапмаҫ. Мәҡәл. Башым китмәһен тип ултырған башлыҡтан илгә изгелек көтмә. Әйтем.
♦ Ике донъяла изгелек күрмәгер әрләгәндә, ҡарғағанда әйтелә. □ Будь проклят.
22*
675