ИЗГЕЛЕК ИТЕҮ
Изгелек ҡайтарыу яҡшылыҡҡа яҡшылыҡ менән яуап биреү. □ Делать добро за добро.
ИЗГЕЛЕК ИТЕҮ (изгелек ит-) и. ҡар. изгелек күрһәтеү. • Ит изгелек — көт яуызлыҡ. Мәҡәл.
ИЗГЕЛЕК КҮРЕҮ (изгелек күр-) ҡ. ҡар. игелек күреү. ■ Ул [Айбулат] инде Ныяз-ғол байҙарҙан изгелек курмәйәсәген куңеленә ныҡ урынлаштырған, һ. Дәүләтшина. [Хәтмулла:] Мулла абзыйҙың курһәткән изгелектәрен мәңге онотасағым юҡ, егерме беренсе йылғы аслыҡта мине улемдән ҡотҡарып ҡалды бит. С. Поварисов.
ИЗГЕЛЕК КҮРҺӘТЕҮ (изгелек күрһәт-) (Р.: оказать благодеяние; И.: benefit; T.: iyilik yapmak) ҡ.
Изгелек күрһәтеү, яҡшылыҡ эшләү. □ Оказать благодеяние, сделать доброе дело. Ололарға изгелек курһәтеу. • Ата-инәһенә изгелек курһәтмәгән уҙе лә изгелек курмәҫ. Мәҡәл. Үҙе изгелек курмәҫ кешегә изгелек курһәтмәҫ. Мәҡәл.
ИЗГЕЛЕК ҠЫЛЫУ (изгелек ҡыл-) ҡ. ҡар. изгелек эшләү.
ИЗГЕЛЕКЛЕ (Р: добрый; И.: kind, good; T.: iyi) с.
Кешегә яҡшылыҡ күрһәтеүсән. □ Доброжелательный, добрый. ■ Бына хәҙер Урал батыр хәл өҫтөндә ята. Уның янына, изгелекле батырыбыҙҙан айырылабыҙ инде, тип ҡайғырышып, бөтә тирә-яҡ халҡы йыйылған. «Урал батыр». Һәнәрсе изгелекле куршеһенең алдында уңайһыҙланып, ҡул ҡаушырып тора. 3. Биишева. Һәр хәлдә, сәсәндәр халыҡ куңелендә изгелекле, аҡыллы һәм көслө образ булып урынлашҡандар. К. Мәргән. Борон эттең изгелекле йән эйәһе итеп иҫәпләнеуен дәлилләусе башҡа йолалар ҙа юҡ тугел. Ф. Нәҙершина. Бик изгелекле, һәйбәт, киң куңелле кеше булды Иван бабаһы. Д. Бүләков.
ИЗГЕЛЕКҺЕҘ (Р: недоброжелательный; И.: malevolent, spiteful; T.: bedbaht) с.
Кешенең изгелегенә, яҡшы эшенә яҡшы эш менән яуап бирә белмәгән, кешегә изгелек итмәгән. □ Недоброжелательный. Изге
лекһеҙ бәндә. ■ Ниңә кеше шулай изгелекһеҙ була икән? Н. Мусин.
ИЗГЕЛЕК ЭШЛӘҮ (изгелек эшлә-) (Р.: делать добро; И.: do good (for); T.: iyilik yapmak) ҡ.
Кеше өсөн саф күңелдән яҡшылыҡ эшләү. □ Делать добро. ■ Һин беҙгә бик ҙур изгелек эшләнең. Әкиәттән.
ИЗГЕЛӘНЕҮ (изгелән-) (Р: становиться святым; И.: becom saint; T.: kutsallaşmak) ҡ.
1. дини. Дингә бөтә күңеле менән бирелеп китеү; сафланыу. □ Становиться святым. Мәсеткә инеп кенә сыҡһаң да куңел таҙарынып, изгеләнеп китә.
2. Һәйбәт күңелле, яҡшы кешегә әйләнеү. □ Становиться добрым, благородным. Изгеләнә төшөу. Изгеләнеп китеу.
3. кусм. Яҡшы булып ҡыланыу, ике йөҙлөләнеү. □ Казаться добрым (благородным), лицемерить. // Лицемерие. Изгелэ-неп йөрөу.
ИЗГЕЛӘР (Р: святые; И.: Saints; T.: aziz) и. дини.
Әүлиәләр. □ Святые. ■ [Әпҡадир] пәйғәмбәрҙәр, сәхәбәләр, изгеләр тормошон тасуир иткән яҙма китаптар уҡып, дини мөнәжәттәр әйтеп, доға ҡылып .. шәйех дәрәжәһенә кутәрелгәйне. К. Мәргән. Улар [ҡарттар] бергәләп изгеләр рухына оҙаҡ итеп доға ҡылды. И. Насыри.
ИЗГЕЛӘР ЙОРТО и. дини ҡар. мәсет. ■ Ауылды йәмләп, әллә ҡайҙан уҙенә тартып торған изгеләр йорто янынан битараф ҡына утеп китеп булмай. «Йәшлек», 10 ғинуар 2011.
ИЗГЕЛӘР УРЫНЫ (Р: святые места; И.: sacred places; T.: kutsal (bilinen) yer) и.
Әүлиәләргә бәйле урындар. □ Святые места, святыни. ■ Ямғыр булмаһа, ололар ауыл башына сығып доға әйтәләр, доға уҡырға изгеләр урынына баралар. Экспедиция материалдарынан.
ИЗГЕЛӘШЕҮ (изгеләш-) (Р: стать святым; И.: become saint; T.: aziz olmak) ҡ.
Изгегә әйләнеү. □ Стать святым. ■ Донъя яралғас, ошо ерҙән пәйғәмбәр уткән һәм ошо
676