Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 678


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

изоляцион
ҡырҙа аунап йөрөп, ауырлыҡтар куреп әрһеҙ уҫкәнгәме, изоляторҙан сыҡҡанға тиклем яраларым апаруҡ уңалырға өлгөрҙө. Н. Мусин.
ИЗОЛЯЦИОН (Р.: изоляционный; И.: insulating; T: yalıtkan) с.
1. физ. Изоляторға (1) бәйле. □ Изоляционный. Изоляцион материалдар.
2. сәйәси. Изоляционизмға мөнәсәбәтле, изоляционизмға бәйле. □ Изоляционистский. Изоляцион сәйәсәт.
ИЗОЛЯЦИОНИЗМ [рус ] (Р: изоляционизм; И.: isolationism; T.: infiratçılık) и. сәйәси.
Халыҡ-ара ҡаршылыҡтарҙы хәл итеүҙә ҡатнашыуҙан баш тартҡан ябыҡ дәүләт сәйәсәте. □ Изоляционизм. Изоляционизм яҡлы сәйәсмәндәр. Изоляционизм яҡлылар. Изоляционизм куренеше.
ИЗОЛЯЦИОНИСТ [рус. < ингл. isolation] (Р: изоляционист; И.: isolationist; T.: infiratçılık taraftarı) и.
Изоляционизм яҡлы кеше. □ Изоляционист. Изоляционист булыу. Изоляционист фекере.
ИЗОЛЯЦИЯ [рус. < ингл. isolation] (Р: изоляция; И.: isolation; T.: yalıtlama) и.
1. тех. Техник маҡсатта энергия сығанағының токты, йылылыҡты әҙ үткәрә торған махсус материал менән ҡапланышы. □ Изоляция. Изоляция уткәреу. Изоляция эштәрен тамамлау.
2. Электр сымын һәм башҡа энергия үткәргестәрен изоляциялаған нәмә. □ Изоляция. Изоляция таҫмаһы һатып алыу.
3. Тирә-йүн, йәмғиәт һ. б. менән булған бәйләнештән айырылыу, бүленеү. □ Изоляция. Сәйәси изоляцияның көсәйеуе.
ИЗОЛЯЦИЯЛАНЫУ (изоляциялан-) ҡ. төш. ҡар. изоляциялау, страд, от изоляциялау. ■ [Ҡәнзәфәров] һәр минутын радио мастерскойында уткәрә. Ниҙер иретеп йәбештерә, радиолампалар һайлай, конденсаторҙы, индуктив катушкаларҙы изоляцияланған нәҙек кенә уткәргестәргә тоташтыра. Н. Мусин.
ИЗОЛЯЦИЯЛАТЫУ (изоляциялат-) ҡ. йөкм. ҡар. изоляциялау, понуд. от. изоляциялау.
ИЗОЛЯЦИЯЛАУ (изоляцияла-) (Р: изолировать; И.: insulate; T: yalıtlamak) ҡ.
1. Изоляция (1) ҡороу, эшләү. □ Изолировать. // Изолирование.
2. Изоляция (2) материалы менән ҡаплау, урау. □ Изолировать. // Изолирование. Электр сымын изоляциялау.
3. Тирә-йүн һ. б. менән бәйләнеште бөтөрөп, айырып ҡуйыу, айырып тотоу. Изолировать. // Изолирование. ■ Ауыл хужалығы культураларын эшкәртеу өсөн химик саралар ҡулланған физик йәки юридик шәхестәр эш башланырҙан биш көн алда .. ҡулланылған препарат, уның ағыу-лылығы һәм бал ҡорттарын изоляциялау сроктары тураһында хәбәр итергә тейеш. «Умартасылыҡ тураһында». Башҡортостан Республикаһы Законынан.
ИЗОЛЯЦИЯЛАУСЫ (Р: изолировщик; И.: insulation maker; T: yalıtlama yapan kimse) u.
Изоляция эше менән шөғөлләнеүсе, изоляция яһаусы эшсе. □ Изолировщик. Изоляциялаусы һәнәре. Изоляциялаусы булып эшләу. Изоляциялаусыға уҡыу. ■ Иҫәпһеҙ куп торбалар менән сорналған йорт эсендә төҙөуселәр ҙә, монтажсылар ҙа, изоляциялаусылар ҙа бергә эшләй. Б. Мырҙағәлиев.
ИЗОПРЕН [рус. < гр.] (Р: изопрен; И.: isoprene; T: izopren) и. хам.
Ысын каучукты ҡоролай ҡыуғанда йәки скипидар парын ҡыҙған тимер торба аша үткәргәндә барлыҡҡа килә торған шыйыҡса (яһалма каучук эшләу өсөн файҙаланыла). □ Изопрен. Изопрен формулаһы.
ИЗОТЕРМА [рус. < гр. isos ‘тиң’ + therme ‘йылы’] (Р: изотерма; И.: isotherm; T: izoterm; eşsıcak) и.
1. геогр. Географик картала билдәле ваҡытта уртаса берҙәй температура булған урындарҙы тоташтыра торған һыҙыҡ. □ Изотерма.
678