ИКЕ
бай улының туйы өсөн, тәрән ҡыш уртаһы булыуға ҡарамайынса, ике тыу бейә, бер тыуса һимертте. Ғ. Дәүләтшин. Мәүсилә ике йәш йөрәккә яратып ҡарап торҙо. Д. Бүләков. Ике генә кәкүк тиң саҡыра, ҡыу ҡарағас башын шаңғыртып. Иҙән генә булһаҡ, бер ҡайтырбыҙ, иҫке юлҡайҙарҙы яңыртып. Халыҡ йырынан. Йылҡыбай ике ус бишбармаҡты һоғоноп ала ла: «Ай-Һай, Зөһрә, һин һөйләгән теге батырҙар һыйы был тиклем ук телеңде йоторлоҡ булмағандыр», — тип ҡуя. «Алдар менән Зөһрә». • Ике донъя — бер мөрйә. Әйтем. Ике энә бер ептән, ике имән бер төптән. Әйтем. Илгә барған — ике ҡунған. Мәҡәл. Ике туған талашыр, атҡа менһә — ярашыр. Мәҡәл. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймаҫ. Әйтем. Ике ярты — бер бөтөн. Әйтем. Ике йән бер булһа, ике сер бер була. Әйтем. Ике яҡшы дуҫ булһа, ике аранан ҡыл үтмәҫ. Әйтем.
3. Парлы нәмәләрҙең исеменә ҡушылып, күплек формаһының мәғәнәһен бирә. □ Двое. Ике куҙ. Ике ҡолаҡ. • Ике ҡулға бер эш. Әйтем. Ирҙең йәше ике илле: береһе — шәкәр, береһе — бикәр. Мәҡәл. Ҡарғаның ике куҙе емтектә. Мәҡәл.
♦ Ике арала йөрөү ике кеше араһында буталыу. □ Быть посредником (неодобр.). Ике арала бер турала йөрөү бер нәмә эшләмәй ике уртала йөрөү. □ соотв. Бить баклуши, валять дурака. Ике аяҡтың береһен атламау (йәки баҫмау) берәй урынға барыуҙан ҡырҡа баш тартыу (ара боҙолоуҙан да була). □ Не ходить куда-л., к кому-л. ■ «Былай етем быҙау шикелле кеше тупһаһында йөрөрөмдө белһәм, ике аяғымдың береһен дә баҫмаған булыр инем», — тип уйланы Буранбай. И. Ғиззәтуллин. Ике донъя — бер мөрйә ҡар. донъя. Ике иҫле аҡылы инәле-сығалы; аҡылһыҙыраҡ, иҫәр. □ Придурковатый, ненормальный. Ике иҫәп — бер хисап күпме һанаһаң да барыбер, үҙгәреш юҡ, тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Сколько ни считай, итог всё тот же. Ике йөҙлө бысаҡ ике яҡҡа ла ярарға тырышып
алдап йөрөгән кеше. □ И нашим, и вашим. Ике күҙе дүрт булыу үтә ныҡ аптырау, ғәжәпләнеү. □ Очень удивиться, изумиться. Ике күҙен дүрт итеп <көтөү> зарығып, түҙемһеҙлек менән, үтә ныҡ [көтөү]. □ Напряжённо ждать. ■ Кәримов Камил тигәс тә, студенттар ҡылт итә, әй, егеттәр, һеҙгә милләт ике куҙен дурт итә. Ш. Бабич. Ике кәмә<нең> ҡойроғон тотоу бер эш башҡарып ике төрлө мәсьәләне хәл итеү, ике маҡсатҡа ирешеү. □ соотв. Гоняться за двумя зайцами. ■ [Юлдашбаев — Ғәбиткә:] Минеңсә, бында питомник хужалығын яйға һалыу өсөн дә байтаҡ көс тугергә тура киләсәк. Ике кәмә ҡойроғон тоторға тырышыу һымағыраҡ булып ҡуймаһын. Н. Мусин. Ике ҡуллап (йәки ҡуш ҡуллап) бик теләп, шатланып. □ Охотно, с большим желанием. ■ [Йомағолов] Николай Антоновичты ҡуш ҡуллап ҡаршы алып, яуаплы эшкә тәғәйенләү урынына һөйләшеп тә торманы. Ф. Иҫәнғолов. Икенең бере ҡырҡа ҡарар ҡабул итергә кәрәклекте белдергәндә әйтелә; йә тегеләй, йә былай. □ Одно из двух. Икенең берен эшләу. Ике тамсы һыу кеүек үтә ныҡ, айырып алғыһыҙ (оҡшашлыҡ тураһында). □ Как две капли воды. К Бикморат иһә, ҡайһы бер саҡта дыуамалыраҡ ҡыланһа ла [ағаһы менән] бүтән яҡтан инде ике тамсы һыу кеуек оҡшағандар. Н. Мусин. Ике тамсы һыу кеуек Һөнәрсенең көршәктәренә оҡшап торалар ҙа баһа! — тип ғәжәпләнгән кешеләр. 3. Биишева. Ике тин бер аҡса бер нигә тормай, бер кәрәге юҡ. □ Гроша ломаного не стоит. ■ [Яппаров — Сәлимәгә:] Әгәр ҙә теләгең булһа, һине эшеңдән алыу ике тин бер аҡса. С. Агиш. Ике тәкә башы бер ҡаҙанға һыймау килешеп йәшәй алмау, һыйышмау. □ соотв. Два медведя в одной берлоге не уживутся. Ике уйлау бер төрлө төплө хәл итә алмау, төрлөсә уйларға юл ҡалдырыу. □ Сомневаться. ■ Ике уйлау, ике һөйләу тигәнде белмәҫ ҡыйыулығы бар шул уның [Зөлхизәнең]. 3. Биишева. Ике уртала бер яҡҡа ла була алмай
680