Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 682


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИКЕ ҒАЙТА
айырылғас, йылға был төштә әллә ни киң дә, тәрән дә тугел, әммә яҙғы ташҡын ҡайтып уҡ бөтмәгән, ялан аяҡ кисһәң, һалҡын һыу, уткер бысаҡ кеуек, телеп аласаҡ балтырҙы. Г. Яҡупова. Иң бейек тубәлә, юл икегә айырылған тәңгәлдә, машина туҡтаны. Д. Бүләков. Ул [егет] халыҡты ике ҡулы менән икегә айыра ла, килеп янды ала, уҡты ағасҡа төҙәп атып ебәрә. Әкиәттән.
ИКЕ ҒАЙТА р. диал. ҡар. ике рәт. Ҡулды ике ғайта һабынлау.
ИКЕ ЕНЕСЛЕ (Р.: двуполый; И.: bisexual; T.: eşeyli) с.
1. зоол. Бер үк затта ата һәм инә күҙәнәктәр булған. □ Двуполый. Гидралар — ике енесле хайуандар.
2. бот. һеркә япрағы ла, емешлеге лә булған. □ Двуполый. Ике енесле сәскәләр.
ИКЕ ИРЕН ТАРТЫНҠЫҺЫ (Р.: билабиальный; И.: bilabial; T: dudaksıl) и. лингв.
Ике ирен ярҙамында яһалған фонемалар ([б], [п], [v], [м] өндәре инә). □ Губногубной (билабиальный) согласный. Ирен тартынҡылары уҙ сиратында ике ирен тартынҡыларына буленәләр.
ИКЕ ИҪЛЕ с. диал. ҡар. иҫәүән 1.
ИКЕ ЙӨҘЛӨ (Р: двуличный; И.: doublefaced, twofaced; T.: iki yüzlü) c.
Тыштан яҡшы күренергә тырышып, күңеле менән насар булған, ысын йөҙөн йәшергән (кеше тураһында). □ Двуличный. ■ [Ғәлим:] Тимәк, мин ике йөҙлө кеше, бер төрлө һөйләйем, икенсе төрлө эшләйем? И. Абдуллин. [Сәлим:] Бына һин [Азамат] ниндәй дуҫ икән, хатта буләк тә алып ҡайтҡан, алдаҡсы, ике йөҙлө, һис ни ҙә курмәгәндәй-белмәгәндәй, алдыңда көлөп тора. Д. Бүләков.
ИКЕ ЙӨҘЛӨЛӨК (йөҙлөлөгө) (Р:дву-личность; И.: double-facedness, duplicity; T: iki yüzlülük) и.
Кешенең тыштан бер төрлө, эстән икенсе төрлө була алыу сифаты. □ Двуличность, лицемерие; двурушничество. Беҙҙең халыҡҡа ике йөҙлөлөк хас тугел.
ИКЕ ЙЫЛЛЫҠТАР (Р: двулетники; И.: biennial; T.: iki yıl yaşayan bitki) и. бот.
Икенсе йылына орлоҡ бирә торған үҫемлектәр. □ Двулетники. Кәбеҫтә, кишер ике йыллыҡ уҫемлектәр иҫәпләнә.
ИКЕ ҠАНАТЛЫЛАР и. зоол. ҡар. ҡуш ҡанатлылар.
ИКЕ ҠАПҠАСЛЫ КЛАПАН (Р: двустворчатый клапан; И.: mitral valve, T.: mitral kapakçık) и. анат.
Йөрәктең һул ҡарынсығында урынлашҡан клапан. □ Двустворчатый клапан, митральный клапан.
ИКЕ ҠАПҠАСЛЫЛАР (Р: двустворчатые моллюски; И.: bivalvia; T.: midyeler) u. зоол.
Ике ҡабырсаҡ эсендә йәшәүсе умыртҡаһыҙҙар. □ Вид моллюсков. Ике ҡапҡаслыларҙы өйрәнеу.
ИКЕ ҠАПТЫРМАЛЫ (Р: двубортный; И.: double-breasted, T.: kruvaze) с.
Ике яҡ ҡаптырмалы. □ Двубортный. Ике ҡаптырмалы кулдәк.
ИКЕ ҠАТЛЫ с. диал. ҡар. ауырлы.
ИКЕ ҠАТЫНЛЫҠ (ҡатынлығы) и. ҡар. күп ҡатынлыҡ.
ИКЕҠОЙРОҠ (икеҡойроғо) и. зоол. диал. асағойроҡ.
ИКЕ ҠЫРЛЫ МӨЙӨШ (Р: двугранный угол; И.: dihedral; T.: iki düzlemli) и. мат.
Ике яҫылыҡ киҫешкән ерҙә барлыҡҡа килгән геометрик фигура. □ Двугранный угол. Ике ҡырлы мөйөш табыу.
ИКЕЛЕ I (Р: маловероятный; И.: hardly probable, not likely, unlikely; T.: ihtimali az) c.
Ике төрлө уйларлыҡ; шикле. □ Маловероятный, сомнительный. Икеле хәбәр. ■ Был икеле хәбәр Алтынбайҙы тынысландырманы, әлбиттә. 3. Ураҡсин. Ижадта уҙ-уҙеңде ирекһеҙләп купкә ирешеу икеле. «Ағиҙел», №9, 2010.
ИКЕЛЕ II и. диал. ҡар. ике II. ■ [Булат:] Хәҙер торам да әсәйемә хат яҙам. «Уҡыуҙар башланды. Мин икеле алманым әле», - тим. К. Кинйәбулатова.
682