ИКЕНДЕ-АҠШАМ АРАҺЫ
ИКЕЛЕ-МИКЕЛЕ (Р.: неопределённый; И.: uncertain; T.: şüpheli) с.
Аныҡ түгел, төрлө; бер тегеләй, бер былай. □ Неопределённый, уклончивый; сомнительный. Икеле-микеле хәбәр. ■ [Йәмилә] тик йәшенә ҡарағанда өлкәнерәк куренгән, сикә сәстәренә сал йугергән Садиҡтың етди йөҙөнә ҡарай ҙа икеле-микеле уйҙары өсөн йәнә уңайһыҙлана. Г. Ғиззәтуллина. Эштең бындай йунәлеш алыуы приказчик Жирниковҡа һис тә оҡшамай ине, хужа икеле-микеле һөйләмәне бит, бәрелеш-фә-лән килеп сығыуын да куҙҙә тотоп, ныҡ торорға ҡушты. 3. Ураҡсин. Әйтәйек, берәй шомло хәбәр, тәуҙә икеле-микеле ғәйбәт рәуешендәрәк, өйҙән өйгә, ҡолаҡтан ҡолаҡҡа кусеп, шыпын-шыпын тарала башланымы, бының ысынға әйләнеуен һиҙмәй ҙә ҡалаһың. Ә. Хәкимов.
ИКЕЛӘНДЕРЕҮ (икеләндер ) (Р: поколебать; И.: shake (one’s belief); T.: şüphelendirmek) ҡ.
Төрлөсә уйларға урын ҡалдырыу. □ Заставить сомневаться; поколебать. Уның яуабы мине икеләндерҙе.
ИКЕЛӘНЕП ЙӨРӨҮ (икеләнеп йөрө ) (Р.: сомневаться; И.: be doubting; T: şüphe etmek) ҡ.
Бер фекергә килә алмай төрлөсә уйланып, аптыранып йөрөү. □ Сомневаться, колебаться. Башым ҡаңғырып, икеләнеп йөрөйөм әле.
ИКЕЛӘНЕП ҠАЛЫУ (икеләнеп ҡал ) (Р.: сомневаться; И.: be at a loss; T: şüphelenmek) ҡ.
Нимә эшләргә белмәй аптыранып ҡалыу. □ Сомневаться, быть в нерешительности. Ҡайһыһын алырға белмәй икеләнеп ҡалыу.
ИКЕЛӘНЕҮ (икелән-) (Р: сомневаться; И.: doubt; T: şüphe etmek) ҡ.
Бер фекергә килә алмай төрлөсә уйлау; шикләнеү. □ Сомневаться, колебаться. // Сомнение. Икеләнеп йөрөу. Икеләнеп ҡуйыу. ■ Бәндә уҙенең етешһеҙлектәре һаҙлығында: ялҡаулыҡ, икеләнеу, ялған, хыянат
тар тоҙағында ғумер кисерә. Г. Ғиззәтуллина. Тик халыҡ араһында икеләнеу башланды. 3. Ураҡсин.
ИКЕЛӘНЕҮСӘН (Р: нерешительный; И.: irresolute, indecisive, hesitant; T: ikircimli) c.
Бер төрлө аныҡ фекергә килә алмай төрлөсә уйланыусан. □ Нерешительный, неуверенный. Икеләнеусән кеше.
ИКЕЛӘНЕҮСӘНЛЕК (икеләнеүсән-леге) (Р: нерешительность; И.: indecision; T.: ikircim) и.
Бер фекергә килә алмай аптырауҙа ҡалған хәл. □ Нерешительность, неуверенность. Икелднеусәнлек тойғоһо.
ИКЕЛӘТЕҮ (икеләт-) ҡ. ҡар. ҡуш итеү. Икеләтеп алыу. Икеләтеп биреу.
ИКЕЛӘТӘ (Р: вдвое; И.: twice; T: iki kat)р.
Ике мәртәбәгә, ике тапҡырға. □ Вдвое, вдвойне. Икеләтә арттырыу. Икеләтә кәме-теу. ■ [Каныкай:] Ғәйебем булмаһа ла туләйем, йәмәғәт! Хур итә курмәгеҙ инде. Икеләтә туләйем. 3. Ураҡсин.
ИКЕНДЕ [боронғо төрки икинди] (Р: время после полудня; И.: spell before sunset; T.: ikindi) и.
1. Төш ваҡыты менән ҡояш байыған араның ҡап уртаһы. □ Время после полудня, послеобеденное время. ■ Икенде ваҡытында, Кинйәләр ҡайтырға уйлашып ҡына торғанда, юлда тағы драгундарҙың бик ҙур төркөмө куренде. Ғ. Ибраһимов.
2. дини. Ҡояш байыр алдынан уҡыла торған намаҙ (биш намаҙҙың өсөнсөһө). □ Третья молитва, совершаемая во второй половине дня. ■ Ваҡыт — дөлдөл: тынғы курмәй тибенгеһе. Аҡшам етер, уҡылғас та икендеһе. М. Ямалетдинов. [Әулиә ҡарт:] Бөтәгеҙ ҙә икенде намаҙын уҡырға әҙерләнегеҙ, — тине, уҙенең дә бергә намаҙ уҡыясағын белдерҙе. «Алдар менән Зөһрә». Икенде намаҙы етеугә, бесән сабыу тамамланды. Ә.-З. Вәлиди.
ИКЕНДЕ-АҠШАМ АРАҺЫ (Р: время заката солнца; И.: time before sunset; T: ikindi) и.
683