Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 684


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИКЕ НӨКТӘ
Ҡояш байыған ваҡыт. □ Время заката солнца. ■ Стәрле ярына арҡа терәп ултырған ауылға улар [Әлибай менән Кинйә] икенде-аҡшам араһында ғына барып етте. Ғ. Ибраһимов.
ИКЕ НӨКТӘ (Р.: двоеточие; И.: colon; T.: iki nokta) и.
Аҫлы-өҫлө ҡуйылған бәләкәй генә түңәрәк ике төрткө рәүешендәге тыныш билдәһе. □ Двоеточие. Ике нөктә ҡуйыу.
ИКЕНСЕ I (Р.: второй; И.: second; T.: ikinci) рәт һ.
Урын тәртибе 2 менән билдәләнгән. □ Второй. ■ [Әнуәр] 1945 йылдың 1 июлендә икенсе группа һуғыш инвалиды булараҡ демобилизациялана. 3. Ураҡсин.
ИКЕНСЕ II (Р: другой; И.: other; T.: diğer) с.
1. Башҡа, бүтән. □ Другой, иной. Икенсе бер ваҡыт. Икенсе кеше. Икенсе эш. ■ Приказчик Жирников уҙе йугереп йөрөп ағас айыртты: ҡайынын бер яҡҡа, уҫаҡтарын икенсе өйөмгә, имәндәрен уҙенә башҡа өйҙөрҙө; һаллығын оҙонораҡ быстырҙы, туғын-тәгәрмәслектәрен, дегет ҡайната, һелте яһай торғандарын шунда уҡ ту ранга барҙы. 3. Ураҡсин. Яланбикә Гөлйөҙөмдө усекләп көлә: «Икенсе юлы ауыҙыңды йыйып һөйлә». һ. Дәүләтшина. Тәуге табында ултырыусыларҙы Ҡарабай уҙе, икенсе табындағыларҙы Ҡуҙыйкурпәс һыйлай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». • Кешене бер алдаһаң, икенсе ышанмаҫ. Әйтем.
2. Алдағы, киләһе. □ Следующий. Икенсе йыл. Икенсе көн. ■ Әсиргә икенсе көндө лә ҡырын һуҙ әйтмәнеләр, эшкә лә ҡыуманылар. Р. Камал. Ҡояш кәпәсен көндөң икенсе яртыһына һалған. Ф. Янышев.
3. Ишле нәмәнең һыңары булған. □ Один (из парных предметов, из пары). ■ [Әнуәр:] Әле бына бөйөрҙө лә алдырырға риза булдым бит. Ниса-уа, йөрөйөм һаман. Икенсе бөйөр кутәрә.
3. Ураҡсин. Усман куренекле ҡурайсылар сығыш яһаған сәхнәне һыңар куҙе менән
генә куҙәтә, икенсеһе тирә-яҡты байҡай. Г. Ғиззәтуллина.
♦ Икенсе күҙлектән ҡарау. ҡар. икенсе күҙ менән ҡарау. Икенсе күҙ менән ҡарау башҡа төрлө аңлау, элеккегә ҡарағанда тәрәнерәк төшөнөү. □ Смотреть другими (иными) глазами. Был эшкә икенсе куҙ менән ҡарарға кәрәк. Донъяға икенсе куҙ менән ҡарау, һүҙҙе икенсегә бороу һүҙҙе бүтән нәмәгә күсереү. □ Переменить разговор, перевести разговор на другую тему.
ИКЕНСЕ III (Р: второе; И.: second course; T.: ikinci yemek) u.
Аштан (беренсенән) һуң бирелә торған ризыҡ. □ Второе {блюдо). Ашханала икенсегә былау бирәләр.
ИКЕНСЕ ҠАТ (Р: вторичноводные; И.: second—order aqueous; T.: trakeliler) и. зоол.
Башта һауала, ҡорола йәшәп тә, аҙаҡтан һыуҙа йәшәй торған хайуандар. □ Вторичноводные. Киттар — икенсе ҡат һыу хайуандары.
ИКЕНСЕ ҠУЛ (Р: секонд хенд; И.: second hand; T.: ikinci el) и.
Икенсе ҡулланылышта булған, тотонолған әйбер һәм улар һатылған магазин. □ Секонд хенд (подержанные вещи и магазин, торгующий ими). Икенсе ҡулдан әйбер һатып алыу. Икенсе ҡулда эшләу.
ИКЕНСЕЛ (Р: вторичный; И.: secondary; T.: ikinci) с.
Башланғыс булмаған, нимәнеңдер һөҙөмтәһе булараҡ барлыҡҡа килгән йәки үҫештә икенсе баҫҡыста торған. □ Вторичный. Икенсел куренеш. ■ Уларҙың [Мәскәу ғалим-дарының] ил хәстәре менән янғандары өсөн дә был [милли идеология] - икенсел проблема. «Ағиҙел», № 11, 2011.
ИКЕНСЕЛЕК (икенселеге) (Р: второе место; И.: the second place; T.: ikincilik) и.
Икенсе урын (ярышта). □ Второе место (в соревновании). Ярышта икенселекте алыу. ■ Үҙен уҙҙырып өйрәнмәгән Туры, араларында йомғаҡтай тәгәрәп, әлегә һис икенселекте бирмәй елә. С. Ильясов.
684