Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 685


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИКЕ ӨЛӨШЛӨЛӘР
ИКЕНСЕЛӘЙ I (Р.: в другой раз; И.: another time; T.: başka vakitte) р.
1. Башҡаса, икенсе тапҡыр. □ В другой раз, вторично, повторно; по другому ■ [Юлдаш:] Икенселәй улай гел уҙ тураңда ғына уйлама, — тип әрләрһең дә әле һин, өләсәй.
3. Биишева. [Таңһылыу — Фәнисәгә:] Алда ваҡыт куп, икенселәй уҙеңә ҙурыраҡ хат яҙырмын. Р. Камал.
2. Бүтән төрлө, башҡаса. □ По-другому, иначе. ■ Үкенескә ҡаршы, бигерәк тә совет заманында, атеистик рухта тәрбиәләнгән ғалимдарыбыҙҙың кубеһе иҫке ҡараштарынан баш тартып, икенселәй фекерләугә кусә алмай. Картотека фондынан.
ИКЕНСЕЛӘЙ II инш. ҡар. икенсенән.
■ [Һабрау] берҙән, Мирҡасим Айдындың фажиғәһен, уҙ яҙмышына ым итһә, икенселәй, ваҡыт даръяһының туҡтауһыҙ ағышына, ә изге маҡсаттарҙың, анау таң йондоҙо һымаҡ, һаман да алыҫта йымылда-уына көйөндө. Я. Хамматов.
ИКЕНСЕЛӘНЕП КИТЕҮ (икенселәнеп кит-) (Р.: изменяться; И.: change; T.: değişmek) ҡ.
Үҙгәреп китеү. □ Преобразовываться, изменяться. Ҡыҙ, ҡалаға килгәс, икенселәнеп киткән.
ИКЕНСЕЛӘНЕҮ (икенселән-) (Р: преобразовываться; И.: be transformed (into); T.: dönüşmek) ҡ.
Икенсе рәүешкә инеү, үҙгәреү. □ Преобразовываться, изменяться. Донъяға ҡараш икенселәнде.
ИКЕНСЕЛӘНӘ БАРЫУ (икенселәнә бар-) (Р: преобразовываться; И.: be transforming (into); T.: dönüşmek) ҡ.
Башҡа төрлөгә әйләнә барыу. □ Преобразовываться, изменяться. Бала уҫкән һайын йөҙгә икенселәнә бара.
ИКЕНСЕЛӘНӘ БАШЛАУ (икенселәнә башла-) (Р: начать преобразовываться; И.: start transfer ming (into); T.: dönüşmek) ҡ.
Икенсе төрлөгә әйләнә башлау, икенсе төҫ алыу. □ Начать преобразовываться, из
меняться. Был тормош йәмләнә, икенселәнә башланы.
ИКЕНСЕНӘН (Р.: во-вторых; И.: secondly; T.: ikinci olarak) инш.
һөйләмдә берәй эш-хәлде һанап киткәндә әйтелә. □ Во-вторых. ■ Икенсенән, зирәк ҡыҙ бында бары тик тоғролоҡ, тырышлыҡ менән генә ерегеп китәсәген аңланы. Ә. Хәкимов. Икенсенән, Мәхмут ауылда саҡта уҙен егеттәр солтаны тип йөрөһә лә, миномётсылар араһында ул булдыҡһыҙ, ныйҡылдыҡ бер һалдат булып сыға. С. По-варисов. Икенсенән, нисек кенә итмәһен Төлкөсура Романдың Миңлегөлдө алып, уны бәхетле итәсәгенә ышанып та бөтмәй. Н. Мусин.
ИКЕНСЕРӘК (Р.: несколько иначе; И.: in a different way; T.: başka türlü) р.
Бүтән төрлө, башҡаса. □ Несколько иначе, несколько по-иному. Мәсьәләне икенсерәк ҡуйыу. Был һорауға икенсерәк ҡр-рау. М Дөрөҫ, ағастарҙың, уләндәрҙең төҙөлөшө икенсерәк, ә бына төҫтәре шул уҡ. Н. Ғәйетбай. Ҡәнзәфәров һәр саҡ конкрет кеше булды, юҡ-бар һуҙ менән шылтыратҡан арала ла ваҡытын әрәм итмәне, халыҡсан әйткәндә, угеҙҙе мөгөҙөнән тоторға яратты, әммә бөгөн икенсерәк башланы ҡартлас. Д. Бүләков. Ауыл өҫтөндә ҡояш та, ай ҙа икенсерәк, яҡтыраҡ нур һибә ине. «Ағиҙел», №4, 2010.
ИКЕНСЕ УРТА БАРМАҠ (бармағы) и. диал. ҡар. сығанаҡ бармаҡ.
ИКЕ ӨЙЛӨЛӘР (Р: двудомные; И.: diclinous, dioecious; Т.: dioik, ikievcikli) и. бот.
Инәлек һәм аталыҡ сәскәләре төрлө булған үҫемлектәр. □ Двудомные. ■ Артыш, һырғанаҡ ике өйлөләр төркөмөнә ҡарай. Интернет селтәренән.
ИКЕ ӨЛӨШЛӨЛӘР (Р: двудольные; И.: dicotyledons; T.: iki çenekli) и. бот.
Яралғылары ике айырым һөйәктән торған, орлоғо яры менән ҡапланған үҫемлектәр. □ Двудольные. Ҡәбеҫтәне ике өлөшлөләргә индерәләр.
685