ИКЕ РӘТ
ИКЕ РӘТ (Р.: дважды; И.: twice; T.: iki kez) р. һөйл.
Ике мәртәбә, ике тапҡыр. □ Дважды. Ике рәт барыу. Икерәт уҡып сығыу. Икерәт эшләу. Ике рәт килеу. Ике рәт башҡарыу. Ике рәт тынмау. • Ике рәт уй ит, бер рәт туй ит. Әйтем.
ИКЕ СОСТАВЛЫ ҺӨЙЛӘМ (Р: двусоставное предложение; И.: two component sentence; T.: yalın tümce) и. лингв.
Эйә һәм хәбәрҙән торған ябай һөйләм төрө. □ Двусоставное предложение. Ике составлы һөйләмдәрҙә предикативлыҡ ике компонент аша белдерелә.
ИКЕ ТЕЛЛЕ (Р: двуязычный; И.: bilingual; T.: ikidilli) с.
1. Ике телде лә бер тигеҙ ҡулланған. □ Двуязычный. Ике телле халыҡ. Ике телле кеше.
2. Ике телдә төҙөлгән. □ Двуязычный. Ике телле һуҙлек төҙөу.
3. кусм. Кешенең алдында бер төрлө һөйләп, артында икенсене һөйләгән әҙәмгә ҡарата әйтелә; ике йөҙлө. □ Двуличный. ■ «Юлай менән Салауат» тарихи ҡобайырында әйтелеуенсә: «Алдыңда һине ағартып, артта ҡара яғыусы, битендә ике йөҙ булып, ике телле әҙәмдәр илгә таяныс булмаҫ». «Йәшлек», 11 декабрь 2011.
ИКЕ ТЕЛЛЕЛЕК (теллелеге) (Р: двуязычие; И.: bilingualism; T.: ikidillilik) и. лингв.
1. Теге йәки был дәүләттә ике телдең бер тиң хоҡуҡта йәшәүе. □ Двуязычие, билингвизм. Ике теллелекте уҫтереу. Ике теллелек ҡанундары.
2. Ике телде белеү. □ Двуязычие. Бөгөнгө көндә ике теллелек ябай куренеш булып тора.
ИКЕ УРЫНЛЫ (Р: двузначный; И.: twodigit number; T: iki sayılı) с. мат.
Ике һандан торған. □ Двузначный. Ике урынлы һандарҙы ҡушыу.
ИКЕ ҮПКӘЛЕ ҮРМӘКСЕЛӘР (Р: пауки двулёгочные; И.: spider; T: örümcek çeşidi) и. зоол.
Дүрт үпкәле үрмәкселәрҙең ярым отрядына ҡараған үрмәкселәр. □ Пауки двулёгочные. Ике упкәле урмәкселәрҙе өйрәнеу.
ИКЕ ҮРКӘСЛЕ (Р: двугорбый; И.: twohumped; T: çift hörgüçlü) с.
Үркәсе икәү булған. П Двугорбый. Ике уркәсле дөйә.
ИКЕ ҺУЛЫШЛЫЛАР (Р: двоякодышащие; И.: dipnoan; T: akciğerli balıklar) и. зоол.
Айғолаҡтар менән дә, үпкә менән дә тын алыуға яраҡлашҡан һыу тереклектәре (мәҫәлән, протоптер һ. б.). □ Двуякодыша-щие.
ИКЕШӘР (Р: по два; И.: by twos, two each; T: ikişer) бул. һ.
Һәр береһе икегә тиң. □ По два. Икешәр тәрилкә. Икешәр аш ҡалағы. ■ Тоҙ тауы көнөн-төнөн ҡаты һаҡ аҫтында тотола: дурт мөйөшөндә лә башы ябыулы бейек ҡойма, һәр береһенә икешәр туп ҡуйылған, мылтыҡ-ҡылыслы һаҡсылар тора.
3. Ураҡсин. Кәзәләр йылы менән ҡайһы саҡта икешәрҙе бәрәсләп бирәләр. Ж. Кейекбаев. Юлдаш менән Ҡыҙырас икешәр тәрилкә аш ашанылар. 3. Биишева.
ИКЕШӘР-ИКЕШӘР р. ҡар. икешәрләп. Икешәр-икешәр йырлау. Икешәр-икешәр теҙелеу.
ИКЕШӘРЛӘП (Р: по двое; И.: in pairs, two and / by two; T: ikişer ikişer) р.
Икешәр итеп, пары менән, парлап. □ По двое, попарно, парами. Икешәрләп уйнау. Икешәрләп эшләу. ■ Көн һайын ҡонандарҙы берәмләп йә икешәрләп ҡайҙалыр алып китә торҙолар. С. Ильясов. Колаҡҡа сос ҡарт, боролоп ҡарамаһа ла, һыбайлыларҙың икешәрләп килеуен, ә егеуле аттарҙың әле ук, ҡар йоҡа һөҙәккә ук, ауыр тартҡанын белеп барҙы. Б. Рафиҡов. Юл аша нисек сығыу тураһында көндөҙ ҡабат-ҡабат уйлаштылар ҙа шундай фекергә килделәр: кешеләр йәнә икешәрләп буленә лә юлды төрлө урындан аша сығалар. Н. Мусин. Һауынсылар ҙа, ана, кеме берәмләп, кеме икешәрләп ҡайта башланы. Т. Ғарипова.
686