ИКМӘК БЕШЕРЕҮСЕ
ИКМӘК I (икмәге) [боронғо төрки ек-, эк-‘иген игеү’] (Р.: хлеб; И.: bread; T.: ekmek) и.
1. Ҡамырҙан бешерелгән ашамлыҡ. □ Хлеб. / Хлебный. Көликмәге. Май икмәк. Ҡара икмәк. Икмәк ҡатыһы. Икмәк йомшағы. Икмәк йөҙө. ■ Күршеһе Шаһиәхмәт байҙың бисәһенән ул [Сәлиха] өс ҡуш ус бойҙай оно алып, йыуасаға икмәк бешерҙе. Ж. Кейекбаев. Әсирҙәргә ус аяһындай ғына икмәк өләшелде. Ә. Хәкимов. Алдына икмәк киҫәге, тары ярмаһы, эремсек һалдылар, әммә әсир ҡош балаһы уларҙың береһенә лә ҡағылманы. Ә. Әминев. • Ил икмәге ирекле, эшләп ашаһаң — кимекле. Мәҡәл. Ир икмәге — илдә. Мәҡәл. Астың күҙе икмәктә, туҡтың күҙе хикмәттә. Мәҡәл. Ил ҡеүәте — икмәктә. Мәҡәл. Икмәктән оло аш юҡ. Әйтем.
2. Ашлыҡ, иген. □ Хлеб, хлеба (на корню). ■ Ҡуштирәк — ҡала түгел, ауыл. Тимәк, икмәк үҫтерә, мал һимертә, һөт-май әҙерләй. Ә. Хәкимов. Хатта икмәктең ҡайҙа үҫкәнен белмәүселәр бар. «Ағиҙел», № 7,2010.
3. һөйл. Ашар аҙыҡ. □ Пища, еда; пропитание. Икмәк табыу. ■ Ул [Әҙибә] үҙе шикелле халыҡ дошманы һаналып ҡулға алынған иҫке дуҫтарының ғаиләһенә барып һыйыныр, нисек тә икмәк табырға тырышыр, тыуған иленә лә файҙаһыҙ ҡалмаҫ. Г. Ғиззәтуллина. • Иле юҡтың — түшәге юҡ, икмәге юҡтың — көйшәме юҡ. Әйтем.
4. миф. Байлыҡ, муллыҡ символы, шулай уҡ һаҡлаусы, ҡурсалаусы. □ Хлеб (мифологизированная сакральная пища, символ достатка, благополучия).
♦ Икмәгенә май яғыу ярамһаҡланыу, ярарға тырышыу. □ соотв. Лить воду на мельницу кого, чью. Икмәк йөҙө күрмә был донъяла яҡшылыҡ күрмә, тип ҡарғағанда әйтелә. □ Чтоб тебе пусто было! Икмәк йөҙөн күрмәйем ҡар. икмәк өҫтө. Икмәк менән һыуға ултырыу ас тороу. □ Голодать. Донъялар насарланып киткәс, икмәк менән һыуға ултырҙыҡ. Икмәк өҫтө намәнеңдер дөрөҫлөгөн белдереп ант иткәндә
әйтелә. □ Клятва на хлебе. Валлаһи, икмәк өҫтө. ■ [Яҡуп — Айҙарға:] Икмәк өҫтө. Мин ҡаянан һикерергә өйрәндем. М. Кәрим. Икмәк серетеү эшләмәй, буш ятыу. □ Быть дармоедом, тунеядцем. Ҡеше елкәһендә икмәк серетеп ятыу. Икмәк сереткес эшһеҙ, буш ятыусы. □ Дармоед, тунеядец. Икмәктер ҡар. икмәк өҫтө. Икмәк тирмәне күп ашаусы. □ Обжора, хлебало. Икмәк тирмәнең шәп эшләй икән. Икмәк-тоҙом — яҡты йөҙөм әллә ни һый булмаһа ла, ихлас ҡабул итеүҙе белдергәндә әйтелә. □ Встречать приветливо. Икмәк тотоп ант итеү ҡар. икмәк өҫтө. Икмәк шүрлегенә менеп төшөү ҡар. әпәй шүрлегенә менеп төшөү. ■ Бер талай ваҡыттан әлеге йоҙроҡ [Шәһиҙулланың] минең икмәк шүрлегенә менеп төштө. М. Кәрим.
ИКМӘК II (икмәге) и. диал. ҡар. һитә.
ИКМӘК АҒАСЫ (Р.: хлебное дерево; И.: papaya tree; T.: ekmek ağacı) и. бот.
Тут ағастар ғаиләһенә ҡараған тропик ағас. □ Хлебное дерево (лат. Artocafyus altilis). Икмәк ағасы үҫтереү.
ИКМӘК БАҪЫУ (икмәк баҫ-) (Р.: месить тесто; И.: knead dough; T: hamur açmak) ҡ.
һыуға он, тоҙ һ. б. һалып бутау. □ Месить тесто. Сүпрә ҡушып икмәк баҫыу. Йомортҡа ҡушып икмәк баҫыу. Һөткә икмәк баҫыу.
ИКМӘК БАШЫ и. диал. ҡар. сүпрә. Икмәк башы ҡуйыу.
ИКМӘК БЕШЕРЕҮ (икмәк бешер ) (Р: печь хлеб; И.: bake; T.: ekmek pişirmek) ҡ.
Ҡамырҙы бер формаға килтереп, икмәк әҙерләү. □ Печь хлеб. Әсе ҡамырҙан икмәк бешереү. Мейестә икмәк бешереү. Әсе икмәк бешереү. Сөсө икмәк бешереү.
ИКМӘК БЕШЕРЕҮСЕ (Р: пекарь;
И.: baker; T: ekmekçi) и.
Икмәк бешереү һәнәренә эйә булған кеше. □ Пекарь. Икмәк бешереүсе булып эшләү. Икмәк бешереүсегә уҡыу. Икмәк бешереүсе һәнәре. ■ Эшһеҙ торорға өйрәнмәгән Гөлтуташ инәй, ейәндәрен ҡарарға ярҙамлашыуҙан тыш, балалар баҡсаһында
687