Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 688


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИКМӘК ИГЕҮ
икмәк бешереүсе булып эшләй башлай. «Юшатыр», 5 март 2010.
ИКМӘК ИГЕҮ (икмәк ик-) ҡ. ҡар. иген игеү.
ИКМӘК КҮНӘГЕ (Р.: квашня; И.: kneading trough; T.: hamur teknesi) и.
Ҡамыр әсетеүгә тәғәйенләнгән һауыт.
□ Квашня. Икмәк күнәгенә ҡамыр ҡуйыу.
ИКМӘК ҠАРҒЫШЫ (Р: проклятие хлеба; И.: bread’s curse; T: kargış) и. миф.
Башҡорттарҙың ышаныуҙары буйынса, аш-һыуға хөрмәт күрһәтмәгәндә икмәктең яман теләк теләп әрләүе. □ Проклятие хлеба (которым, по представлениям башкир, может осыпать хлеб из-за неуважительного отношения к пище). Икмәк ҡарғышы төшһөн. Икмәк ҡарғышы ауыр була ул.
ИКМӘК ҠАТЫРЫУ (икмәк ҡатыр ) ҡ. диал. ҡар. икмәк баҫыу.
ИКМӘКЛЕ (Р: урожайный; И.: productive, high-yielding; T.: verimli) с.
Икмәккә (I, 2) бай. □ Урожайный, хлебный, богатый хлебом. Икмәкле төйәк.
■ [Зәйнетдин:] Хоҙайҙың мәрхәмәтенән булып, икмәкле итте халыҡты. Иншалла, ҡышты ла имен сығырбыҙ. М. Хужин.
ИКМӘКЛЕК (икмәклеге) (Р: предназначенный для испечения хлеба; И.: (intended) meant for baking; T.: ekmeklik) c.
1. Икмәк бешереүгә тәғәйенләнгән, әҙерләнгән. □ Предназначенный для испечения хлеба. Икмәклек он әҙерләп ҡуйыу.
2. күсм. Икмәккә генә етерлек. □ Достаточный лишь для пропитания. Икмәклек аҡса табыу. Икмәклек кенә эш хаҡына йөрөү.
♦ Икмәклеген иҙеү (йәки төйөү) эсенә һуғып туҡмау. □ Бить по животу.
■ [Кыпсаҡ-Етырыу кантоны начальнигы — писарь малайға:] һин тағы начальник ағай кәңәш бирҙе, тип ыскындыр, сусҡа малай! Икмәклегеңде иҙермен, иллә! Ҡара уны!
3. Ураҡсин.
ИКМӘКЛӘП (Р: с хлебом; И.: with bread; T.: ekmekle) р.
Икмәк ҡушып. □ С хлебом. Икмәкләп билмән ашау. Икмәкләп ҡатыҡ эсеү. Икмәкләп былау ашау.
ИКМӘКЛӘТӘ (Р: натурой (зерном)', И.: in kind; T.: ekmek ile)p.
Икмәк көйө, икмәк менән. □ Натурой (зерном). Икмәкләтә бурысты ҡайтарыу.
ИКМӘК МЕЙЕСЕ и. ҡар. урыҫ мейесе. Икмәк мейесе һалыу.
ИКМӘКСЕ и. ҡар. икмәк бешереүсе. Икмәксе булып эшләү.
ИКМӘК ТЕЛГЕС (Р: хлеборезка; И.: bread slicer; T.: ekmek kesme makinesi) u.
Икмәк телеү өсөн ҡулайлама. □ Хлеборезка. Икмәк телгесте үткерләү.
ИКМӘК-ТОҘ (Р: хлеб-соль; И.: bread-and-salt; T.: ekmek tuz) и.
Иң кәрәк аҙыҡ. □ Хлеб-соль; пища. ■ Ул [Ҡорбанбикә] икмәк-тоҙон, сәй-шәкәрен, май-ҡаймағын иренән, балаларынан йыйып, йәшереп тотто, һандыҡ, шкаф, келәт, аласыҡ асҡыстарын һәр ваҡыт үҙе менән йөрөттө. М. Кәрим. • Икмәк-тоҙҙан баш тартма. Әйтем.
♦ Икмәк-тоҙ менән ҡаршы алыу 1) рустарҙың ғөрөф-ғәҙәте буйынса, ситтән килгән кешегә ҡәҙер күрһәтеү өсөн ҡаршыһына икмәк-тоҙ тотоп сығыу. □ Встречать хлебом-солью. ■ Георгий сиркәүенең ҡыңғырауҙары өҙлөкһөҙ сыңлай-геүләй, христиандарҙы әллә ҡоралға саҡыра, әллә ҡунаҡтарҙы икмәк-тоҙ менән ҡаршыларға өндәй. Б. Рафиҡов; 2) ихлас күңел, яҡты йөҙ менән ҡаршы алыу. □ Встречать приветливо. Икмәк-тоҙ хаҡы кешенең һый-хөрмәтенә, аш-һыуына яманлыҡ менән ҡайтарырға ярамау тураһында. □ Отвечать добром за добро.
ИКМӘК-ТОҘЛОҠ I (Р: достаточный для пропитания; И.: just a few, just a little; T.: ekmek için yeterli) с. һөйл.
Бик әҙ, самалы. □ Достаточный для пропитания. Икмәк-тоҙлоҡ эш. Икмәк-тоҙлоҡ аҡса.
ИКМӘК-ТОҘЛОҠ II (Р: понемногу; И.: a little, a trifle; T.: biraz) р.
688