Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 690


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИКСӘШЕҮ
1. Бысаҡ, ҡайсы һымаҡ нәмәләрҙе үткерләү өсөн нимәгәлер ҡабат-ҡабат ышҡыу. □ Точить ножницы. Бысаҡты игәу менән иксәп уткерләу.
2. кусм. Буштан ғәйеп табып, әрләп, өҙлөкһөҙ тызыу; игәү. □ Пилить кого, нудно повторяя одно и то же кому. Бер ук һуҙҙе бер туҡтауһыҙ иксәу.
ИКСӘШЕҮ (иксәш-) (Р.: пререкаться; И.: argue, wrangle (with); T: çekişmek) ҡ.
Шелтәле, төртмәле һүҙ әйтешеү; ирешеү. □ Пререкаться, препираться. ■ Былар байтаҡ иксәшеп алғансы, Йәмилдең бөтә һөйләгәндәрен баштан уткәреп ултырҙым да ҡәтғи ҡарарға килдем. 3. Ураҡсин.
ИКТЕРЕҮ (иктер-) ҡ. йөкм. ҡар. игеү I. понуд. от игеү I. ■ [Поручик Таяр Ямаев] Һамар губернаһындағы биш мең дисәтинә сәсеу ерҙәре өҫтөнә, был яҡтан да бер нисә ун мең дисәтинә ерҙе биләп, ҙур хуторҙар һалдырыу, куп бойҙай иктереу яғын уйланы. А. Таһиров.
ИКҺЕҘ-СИКҺЕҘ (Р: бесконечный; И.: endless, infinite; T: sonsuz) с.
1. Осо-ҡырыйы күренмәҫ, иге-сиге билдәһеҙ; иркен, киң. □ Бесконечный, безграничный, безбрежный, без конца и края. ■ Ауылдың янында ғына кук йөҙө шикелле икһеҙ-сикһеҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ киң зәңгәр кул ялтырап ятҡан. 3. Биишева. Ауыл куренә, ә унан ары, төшлөк яғына табан — һөҙәк-һөҙәк кенә ҡалҡыуҙар, икһеҙ-сикһеҙ дала һуҙыла. 3. Ураҡсин. Поезд артыҡ ҡабаланмай ҙа, йыбанмай ҙа, икһеҙ-сикһеҙ дала буйлап юл ырата. Ә. Хәкимов.
2. Иҫәпһеҙ-һанһыҙ булған. □ Несметный. Икһеҙ-сикһеҙ һанда. Икһеҙ-сикһеҙ куләмдә.
ИКШЕҮ (икше-) (Р: забавлять; И.: amuse; T: eğlendirmek) ҡ. диал.
Мәрәкәләшеү. □ Забавлять кого', подшучивать над кем. Икшеп һөйләшеу. Икшеп тороу.
ИКӘН (Р: оказывается; И.: it appears (that); T: imiş) ярҙ. ҡ.
1. Төрлө һүҙ төркөмдәре (ҡылым, исем, сифат һ. б.) менән яһалған ҡушма хәбәр составында фекерҙе асыҡлау, раҫлау өсөн ҡулланыла. □ Оказывается. Кургән икән. Ишеткән икән. Барған икән. Киткән икән. Алған икән. ■ Баҡһаң, [Нурислам] вәкил дә, берәҙәк тә тугел, фән-ғилем эйәһе икән ул. Ә. Хәкимов. Купме генә зирәк булма, тәҡдирҙе алдан белеу мөмкин тугел икән. Г. Яҡупова.
2. Һорау һөйләм дәрҙә ҡушма хәбәр составында билдәһеҙлек һ. б. эмоциональ мөнәсәбәтте белдереү өсөн ҡулланыла. □ В вопросительном предложении в составе сказуемого используется для выражения неопределённости. ■ [Егор Николаевич:] Антошка, әйт әле хужаға, купме һорар икән ошо айғырына? 3. Ураҡсин. Яратмаған кешеңде уҙең менән бергә ҡуйып маҡтағанда, кемдең генә кәйефе ҡырылмаҫ икән? К. Мәргән. Ситлектәге бикле һандуғастың һайрар талы ҡайҙа ҡалды икән? Халыҡ йырынан.
3. Шарт ҡылымдан һуң килеп, ыңғай теләкте белдерә. □ Следуя за глаголом условия, выражает положительное пожелание. ■ [Яҡуп:] Их, егеттәр, .. бына уҙ бурысығыҙҙы ла шулай аймаһағыҙ икән ул! Б. Бикбай.
4. Юҡлыҡ формаһындағы бойороҡ ҡылымдан һуң килеп, кире теләкте белдерә. □ Следуя за глаголом повелительного наклонения отрицательной формы, выражает отрицательное пожелание. ■ Теләккәйең камил, ай, булмағас, был донъяҡайҙарға тыума икән. Халыҡ йырынан.
5. Үткән заман юҡлыҡ формаһындағы хәбәрҙән һуң килеп, эш йәки хәлдең былай йәки тегеләй башҡарылмағанына үкенес белдереүҙе аңлата. □ Следуя за глаголом прошедшего времени его отрицательной формы, выражает сожаление в том, что дело исполнилось в той или иной форме. ■ [Рәхимә:] Тирмәне ҡалҡыуғараҡ ҡормағанһығыҙ икән. Һ. Дәүләтшина.
6. Киләсәк заман ҡылымдың -ыр/-ер формаһынан һуң килеп, ғәжәпләнеүҙе бел
690