ИКӘҮЛӘП
дерә. □ После глагола будущего времени на -ыр/-ер выражает удивление. ■ Көҙ көнө лә мурҙаға балыҡ тешәр икән. Б. Бикбай. [Йо-май:] Был тиклем остоҡай булырһың икән. Һ. Дәүләтшина.
7. Эйәрсән һөйләмдә ҡушма хәбәр яһап, төрлө мөнәсәбәттәге һөйләмдәрҙе теркәй. □ В придаточном предложении образует составное сказуемое и присоединяет предложения различных типов. ■ [Егет] камсы менән бер тартып алған икән, ҡарт эткә әйләнгән. Әкиәттән. Өйҙөң ни, нигеҙе менән башы ныҡ икән, ултыра бирә. Р. Солтангәрәев.
♦ [Да] икән ти берәй эш-хәлгә әһәмиәт бирмәгәнде аңлатыу өсөн әйтелә. □ Да, оказывается. Белмәгән дә икән ти, уның ни ғәйебе бар. Улай икән кешенең һүҙенә йәки хәленә һығымта яһағанда әйтелә. □ Вон как, оказывается; это так, оказывается. ■ [Юлай:] Улай икән, кемдеңдер ҡотҡара килеүен көтөү — үҙҙәренә олораҡ зыян саҡырыу ғына. Б. Рафиҡов. Ярай икән берәй эш-хәлгә ҡарата теләк белдергәндә әйтелә; ярай ҙа ул. □ Ладно ... если. ■ Ярай икән, дуҫ күреп ышанған кешеләре .. малдарҙы кире ҡайтарһа. Һ. Дәүләтшина.
ИКӘНЛЕК (икәнлеге) (Р: то, что ...; И.: the fact that; T.: olması) ярҙ.
Ҡайһы бер (исем, сифат, һан, рәүеш һ. б.) һүҙ төркөмдәре менән ҡулланылып, уларҙың мәғәнәһен асыҡлап, раҫлап килә. □ В соче-тетании с другими частями речи выражает удивление, утверждение, поясняет их значение. ■ [Азамат менән Таңһылыуҙың] бер-береһенә ят кешеләр икәнлектәре бер мәлгә генә онотолдо. Р. Солтангәрәев. • Таҙҙың таҙ икәнлеге бүркен һалғас беленер. Мәҡәл.
ИКӘРТӘ и. диал. ҡар. ишек алды. һыйырың икәртәлә тора.
ИКӘС (Р: мол; И.: allegedly; according to smb’s words; T.: imiş) ярҙ. ҡ. диал.
-ҡас/-кәс формаһындағы хәл ҡылымға ҡушылып, эш-хәрәкәттең тамамланып бөтөр-бөтмәҫтән киреһенә әйләнгәнен белдерә. □ Мол. ■ [Әлфирә:] Шулай тигәс икәс, бүреләр юғалды, юлым асылды. Р. Камал.
ИКӘТӘ (Р: двоюродный брат; И.: (first) cousin; T.: amcazade) и. диал.
1. Ике туған ҡусты. □ Двоюродный брат. Икәтәңде эйәртеп әсәйҙәргә бар.
2. Ҡусты. □ Младший брат. ■ Энем, мыртыйым, икәтәм тиҙәр ҙә ҡуялар үҙенән кесегә. Экспедиция материалдарынан.
ИКӘҮ (Р: двое; И.: two (persons); T.: iki) йый. һ.
Ике кеше йәки нәмә. □ Двое. ■ Был икәү [һалдаттар] башҡортса лабыр-лобор һөйләшеп ауылға яҡынлай икән. 3. Ураҡсин. Йылҡы башы берәүҙән икәү булыр, үрсер, тип уйланы Сафура үҙенсә. Ж. Кейекбаев. [Солтанов — Аҙнаевҡа:] Беҙ был хаҡта һуңынан икәү генәултырып та һөйләшә алабыҙ ҙа баһа. Н. Мусин. Донъя тигеҙ булыр ине, икәү бергә ҡауышһаҡ. Халыҡ йырынан. • Уҡығандың теле икәү. Мәҡәл. Берәүҙән икәү яҡшы, икәүҙән өсәү яҡшы. Әйтем.
ИКӘҮ-АРА (Р: взаимно; И.: mutually, reciprocally; T.: karşılıklı olarak) р.
Ике кеше бер-береһе менән, үҙ-ара. □ Взаимно, обоюдно; между собой.
■ Икәү-ара барған был бәхәскә яңы кешенең ҡыҫтырылыуы Йәмиләнең асыуын ҡабартты. Г. Ғиззәтуллина. Тәмәке тоҡандырҙылар, икәү-ара [Хашим менән Мирхәйҙәров араһындағы ] оҙаҡҡа һуҙылған тынлыҡты Мирхәйҙәров боҙҙо. Т. Ғарипова.
ИКӘҮҘӘН-ИКӘҮ (Р: вдвоём; И.: tet-â-tete; T.: baş başa) p.
Икәүләп кенә, бары тик икәү (кешегә ҡарата). □ Вдвоем, один на один. ■ Жирников, был асыуы шартларға торған кеше менән икәүҙән-икәү тура килеүҙән шыртлап шулай бик ипле генә һөйләшергә тырышты.
3. Ураҡсин. [Фазыл менән Сәләхетдин]икәүҙән-икәү ҡалып, ни хаҡта ғына һөйләшмәне лә киләсәккә ниндәй генә пландар ҡорманы. Ә. Хәкимов.
ИКӘҮЛӘП (Р: вдвоём; И.: together; T.: iki (kişi) р.
Ике кеше бергә, парлап. □ Вдвоём.
■ Искәндәр тиҙ үк мылтыҡтың телен аңланы, аҙна араһында дуҫы Сәлимйән менән
691