ИКӘҮЛӘШЕП
икәуләп урманға сыҡҡанда бик һирәк буш ҡул ҡайта торған булды. Ә. Хәкимов. Картуф, кәбеҫтә һымаҡ ауыр нәмәләр артынан баҙарға Сәмиғ уҙе бара, йә икәуләп [Надежда Ивановна менәнJ баралар. Т. Ғиниәтуллин. Сәй табынынан шөкөр итеп, икәуләп [Байрамғол менән Сәлимгәрәй] өй алдына сыҡтылар. Ф. Янышев. Бер аҙ ваҡыт уткәс, был һылыу ҡатын иренә, икәуләп ер аҫты донъяһын ҡыҙырып йөрөп ҡайтайыҡсы, тигән. Әкиәттән. Яңғыҙ бейеу яйһыҙ булһа, әйҙә, төштөк икәуләп. Халыҡ йырынан.
ИКӘҮЛӘШЕП (Р.: вдвоём; И.: two (together); T.: iki (kişi)) p.
Икеһе бергә. □ Вдвоём. И Улар [Хисмәтулла менән Ҡолсобай] икәуләшеп, текә яр өҫтөндә баҫҡан көйө, кубекләнеп, борғаланып, ваҡ ҡына һыу саңдарын сәсрәткән Юрғашты йылғаһының ағышына ҡарап, һуҙһеҙ оҙаҡ торҙолар. Я. Хамматов. Улар [Хәсән менән Әнуәр] икәуләшеп китте балыҡҡа. Н. Ғәйетбай. Һөйләштеләр, бәхәсләштеләр ҙә, артыҡ булмаҫ, икәуләшеп барһындар тип, Өфө йыйынына Юлъяҡшы староста менән Алдарбай тарханды һайлап ҡуйҙылар. Н. Мусин.
ИҠАМӘТ [ғәр. U5)] (Р: жительство; И.: residence; T.: ikamet) и. иҫк. кит.
1. Нимәнеңдер билдәле урында торошо, булмышы. □ Жительство, поселение. Был беҙҙең әуәлге иҡамәт.
2. дини. Намаҙ алдынан аяҡ үрә уҡыла торған доға. □ Слова, произносимые перед чтением молитвы (намаза). Иҡамәт эйтеу.
ИҠАМӘТ ИТЕҮ (иҡамәт ит-) (Р: жить;
И.: live; T.: ikamet etmek) ҡ.
Билдәле бер урында тороу, йәшәү. □ Жить, проживать.
ИҠАРА и. диал. ҡар. тыҡрыҡ. Иҡара аша китеу. Иҡара аша утеу.
ИҠБАЛ [ғәр. Jba) ‘алға сығыш’] (Р: успех; И.: success; T.: ikbal) и. иҫк.
Уңыш, бәхет. □ Успех, счастье. • Татыулыҡта — иҡбал. Әйтем.
ИҠЛИМ [ғәр. еЛ’] (Р: климат; И.: climate; T.: iklim) и. иҫк.
1. Ерҙәге айырым бер урынға хас булған, шул урынды географик яҡтан билдәләгән һәм ҡабатланып торған һауа шарттары. □ Климат. Тау иҡлиме.
2. Боронғо ғилем буйынса, ерҙең экваторҙан төньяҡ ҡотопҡа тиклем булған ете климатик бүленешенең һәр бүлкәте. □ Поясное деление земного шара к северу от экватора (по делению древних географов). Ете иҡлим. М Уның [Раузаның] фекере куп ваҡыт тәбиғәттең матур куренештәрен, ҡалын урмандарын, бейек тауҙарын, шаулап аҡҡан һыуҙарын, тау-тау тулҡынлы киң диңгеҙҙәрен, төрлө иҡлимдә йәшәгән төрлө халыҡтарын вә уларҙың тереклек рәуештәрен уйлау менән мәшғул була ине. Ғ. Рафиҡи.
ИҠНАҒ [ғәр. (Р: убеждение; И.: persuasion; T.: ikna) и. иҫк.
Ышандырыш. □ Убеждение. • Иҡнағың -иман менән. Әйтем.
ИҠНАҒ ИТЕҮ (иҡнағ ит-) (Р: убеждать;
И.: persuade; T.: ikna etmek) ҡ. иҫк. кит.
Ышандырыу, ризалаштырыу. □ Убеждать. Мин был хәлдең булыуын иҡнағ иттем.
ИҠРАР [ғәр. Jj*!] (Р: признание; И.: recognition; T.: ikrar) и. иҫк. кит.
Танмай, дөрөҫөн әйткән һүҙ. □ Признание, сознание. М Эйе, нимә ки ғәҙеллеккә, ижтимағи тәрәҡҡиәткә, мәҙәниәт уҫешенә иҡрар булһа, шуның ғына ғумере оҙон. Ә. Хәкимов.
ИҠРАР ИТЕҮ (иҡрар ит-) (Р: сознавать; И.: be conscious (aware) o/; T: ikrar etmek) ҡ.
Танмай, дөрөҫөн әйтеү, үҙ ғәйебеңде дөрөҫләү. □ Сознавать, осознавать, осознать, признавать, признать (свою вину ит.д.); сознаваться, сознаться, признаваться, признаться. ■ Үлмәҫҡол ағай был ваҡиғанан һуң, бик ҙур дәрес алып, уҙенең насарлығын бөтә халыҡ тарафындан иҡрар иттерҙе.
3. Өммәти. Шәмсеуәли кулактың ҡотортоуы арҡаһында илле тәңкә аҡса бәрәбәренә был эште эшләгәнлеген иҡрар итте. Ғ. Хәйри. [Ғәлиә - Мансурға:] Мин бигерәк бәхетле
692