Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 693


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЛ
икәнмен, сөнки һин дә мине һөйәһең, хәлеңдән һиҙҙем һәм телең илә лә иҡрар итәһең! Ә. Иҫәнбирҙин.
ИҠРАР ҠЫЛЫУ (иҡрар ҡыл-) ҡ. ҡар. иҡрар итеү. ■ Мин дә Ҡөрьән шифаһына һис юҡ инҡар, шифалыр, рәхмәттер, тип, ҡылам иҡрар. С. Яҡшығолов.
ИҠТИДАР [ғәр. j’ûJâi ‘көс’] (Р.: способность; И.: ability; T.: yetenek) и. иҫк. кит.
Һәләт, ҡеүә. □ Способность, умение. ■ Әсәләр хаҡында был ҡәҙәр һуҙ вә был ҡәҙәр мәғлумәт һуҙҙәргә иҡтидары булған хәлдә, аталар вазифалары хаҡында һуҙ башланһа, бөтмәҫ-төкәнмәҫ, ахыры булмаҫ, тип зан итә инем. Р. Фәхретдинов.
ИҠТИСАД |ғәр. (Р: экономика; И.: economics; T.: iktisat) и.
1. Йәмғиәттең етештереү мөнәсәбәттәре йыйылмаһы, иҡтисади базисы. □ Экономика. Капитализм иҡтисады. ■ [Сәйф — Әмиргә:] Бына һин, юғары мансаблы сардар булһаң да, ғәскәр мәшәҡәттәренән тыш иҡтисад, мәҙәниәт әлкәләрен хәстәрләргә лә ваҡыт табаһың. Ә. Хәкимов.
2. Айырым бер әлкә, ил, райондың хужалыҡ тормошо. □ Экономика. Ауыл хужалығы иҡтисады. К Баҙар иҡтисады ҡанундары буйынса, уҙ көнөн уҙе хәстәрләй алмағандар өсөн бер генә юл бар — ябылыу. «Ағиҙел», № 11, 2010.
3. Хужалыҡ эшмәкәрлегенең матди яғын өйрәнеүсе фән. □ Экономика. Иҡтисад институты. Иҡтисад буйынса лекциялар. ■ Урал Фәндәр академияһы һәләтле ҡыҙҙы [Линараны] Германияның Бохум ҡалаһындағы Рур университетының, иҡтисад булегенә уҡырға ебәрә. Л. Яҡшыбаева.
ИҠТИСАДИ [ғәр. (Р/ экономический; И.: economic; T.: iktisadi) с.
Иҡтисадҡа (1) мөнәсәбәтле. □ Экономический. Иҡтисади талаптар. ■ Тамырынан ижтимағи уҙгәртеп ҡороуҙар осоронда республикабыҙ уҙ иҡтисади һәм рухи ҡеуәтен һаҡлап ҡалыу ғына тугел, уны купкә арттырыуға өлгәште. «Ағиҙел», №7, 2011. Иҡтисади уҫеш халыҡтың тормош кимәлен
яҡшыртыуға килтерә. «Башҡортостан», №3, 2010.
ИҠТИСАДИӘТ [ғәр. (р: эконо-
мика; И.: economics; T.: iktisat) и.
Иҡтисад тураһындағы фән. □ Экономика. К Икенсе апрелдә Берлинда карап төҙөуселәр техникумында ассистент булып эшләгән доктор Һарун Төркиә иҡтиса-диәтенең төп мәсьәләләре хаҡында һөйләне. Ә.-З. Вәлиди.
ИҠТИСАДСЫ (Р: экономист; И.: economist; T.: iktisatçı) и.
Иҡтисад буйынса белгес. □ Экономист. Иҡтисадсы әҙерләу. И [Линара] төп һәнәре иҡтисадсы булыуға ҡарамаҫтан, Рафиҡ һымаҡ эколог булғыһы килде. Л. Яҡшыбаева.
ИҠЫҠ (иҡығы) и. диал. ҡар. сиҡаҡ.
ИҠЫЛДАУ (иҡылда-) ҡ. диал. ҡар. тотлоғоу. Иҡылдап һөйләшеу.
ИЛ I [дөйөм төрки әл, эл ‘халыҡ, ил, донъя, дәүләт’] (Р: страна; И.: country, nation; T.: ülke) и.
1. Үҙ сиге, халҡы, идараһы булған дәүләт. □ Страна. Алдынғы ил. ■ Ир тыумаһа, ил булмаҫ, ил — ирҙәрҙең намыҫы. М. Буранғолов. [Завод вәкиле:] Беҙгә ҡом куп ҡатышҡан сифатһыҙ тоҙ килә башланы, сит илдә хаҡы төштө, - тип һөйләп алып китте. 3. Ураҡсин. Һәҙиә Дәуләтшинаның Ырғыҙ буйҙарынан башланған ғумер юлы ил киңлектәрендә тынғы белмәй дауам итә. Т. Килмөхәмәтов. Уҙ илкәйе өсөн ҡорбан булған ир-егеттең ғумере йәл булмаҫ. Халыҡ йырынан. • Илһамлы хеҙмәт — илгәҡеуәт. Әйтем. Ил барҙа ир хур булмаҫ, ир барҙа ил хур булмаҫ. Әйтем. Ил дауылһыҙ булмаҫ, ир дауһыҙ булмаҫ. Әйтем. Ил илдән ҡалһа, иргә намыҫ. Әйтем. Ил ирекһеҙ булһа, ир курекһеҙ булыр. Әйтем. Ил көйөнгәндә көйөн, ил һөйөнгәндә һөйөн. Әйтем. Ил ҡупһа — Иҙел ҡубыр, ауыл ҡупһа — дауыл ҡубыр. Әйтем. Ил менән ҡара көн дә байрам булыр. Әйтем. Илгә ҡаза теләгән ҡаҙалып улер. Әйтем. Илдең биле ныҡ булһа, ирҙең куңеле туҡ булыр. Әйтем.
693