Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 694


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ил
2. Тыуып үҫкән, йәшәгән ер; ватан; тыуған ил. □ Родина. Ғәзиз ил. ■ Улар [юғары ҡатламдар] араһында, ҡомһоҙ байҙар, һатлыҡтар ғына тугел, ил мәнфәғәтен куҙәтеусе бынамын тигән ватансылар ҙа, йунсел хужалар ҙа, уҡымышлы зыялылар, мәғрифәтселәр ҙә булыуын онотҡанбыҙ. Ә. Хәкимов. Ҡош ҡанатҡайҙары ҡат-ҡат микән, ир ҡанатҡайҙары ат микән? Әйтсе, бурыл, әйтсе, уҙ илдәре һәр кемгә лә шулай ят микән? Ғ. Сәләм. Төндәрҙә йоҡларға ятҡас, илде һағынып, укһеп-укһеп илаған саҡтар ҙа булды. Т. Йәнәби. Атҡайҙарға атланып, яуҙар сабып, ил һаҡлаған беҙҙең аталар. Васыят та булып ҡалған ерҙе мәғрифәтһеҙ ирҙәр һаталар. Халыҡ йырынан. • Ситилдә солтан булғансы, уҙ илеңдә олтан бул. Мәҡәл. Ил ҡәҙерен белмәгән — башын юғалтҡан, ер ҡәҙерен белмәгән — ашын юғалтҡан. Әйтем. Иле барҙың — теле бар. Әйтем. Илен һатып ашаған — ике генә көн йәшәгән. Әйтем.
3. Халыҡ. □ Народ, люди. ■ Һомайҙы ил маҡтағас, яуға ҡалһа, аҙағы дейеу ҙә бирәм тигәс, Шулгән бармаҡ булған, ти, Һомайҙы алмаҡ булған, ти. «Урал батыр». Бер яҡта — ил талап көн кургән Ғариф староста менән бер төркөм байҙар, подряд тотоусы Тәпе Әхмәди торһа, икенсе яҡта — Сөнәғәт, Сәмиғулла, Ваһап һәм бөтә ауыл ярлыһы тора. Ж. Кейекбаев. Салауат батыр ир ине, менгән аты кир ине. Дошман менән алышҡанда ил эсендә бер ине. Ҡобайырҙан. • Ил төкөрһә, кул була. Мәҡәл. Исемеңде ташҡа яҙма, ил йөрәгенә яҙ. Әйтем. Ил ҡулы тау кусерер. Әйтем. Илгә ҡушылһаң — ир булырһың, илдән айырылһаң — хур булырһың. Әйтем. Илдең көнө ер менән. Әйтем. Илдең көнө — ир менән, ирҙең көнө — ил менән. Әйтем. Илдең куҙе илле. Әйтем. Ир аҡылы — бер алтын, ил аҡылы — мең алтын. Әйтем.
4. һөйл. Ауыл. □ Деревня, селение, село. Ил халҡы. ■ Мәғҙән иле уның [ҡояштың] йылы ҡосағында иҙрәп тибрәлә, яңы көнгә баға. Р. Камал. Ил туҙҙырылған, ауылдар урынында көл бурандары уйнай, халыҡ аҫылып-
киҫелеп, ҡоллоҡҡа һатылып йә ҡурҡышынан ҡасып бөткән. Б. Рафиҡов. • һыуһыҙ ергә йорт ҡорма, утынһыҙ ергә ил ҡорма. Әйтем.
5. Донъя. □ Мир, земной шар, земля. ■ Йөрәк дәртләнгән, гел генә вагон тәҙрәһенән ҡарап, ил куреп барғы килә. Т. Йәнәби.
♦ Ил ауыҙы күмәк халыҡтың һөйләгән һүҙе, теле. □ Во всеуслышание; всегласно. ■ Шулай инде ул. Ил ауыҙы иләк менән бер. Һуҙ тормай. Ғ. Ибраһимов. • Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай. Әйтем. Ил аралау халыҡ араһында йөрөү, кешеләр менән киң аралашыу. □ Путешествовать по миру. Ил араһына инеү кеше араһына инеү. □ Показаться миру. Ил ҡыҙырыу ҡар. ил аралау. Ил ҡыҙырып куп йөрөнөм, әммә бәхетемде тапманым. Ил аяғы һил булыу ҡараңғы төшөп, кеше йоҡлап бөтөп, тирә-яҡта тынлыҡ урынлашыу. □ Наступление сумерек. ■ Ай куптән инде курше йорттоң ҡыйығы аҫтына батты, ил аяғы һил булды. Ә. Бикчәнтәев. Абай менән Ирбул эңер төшөп, ауылда ил аяғы һил булғас, Жәнебәккә кире ҡайттылар. Картотека фондынан. Илдән сыҡҡан аҙаҡҡы сиккә еткән, ныҡ боҙолған. □ Испорченный, порочный, распущенный, распутный. Илдән сыҡҡан йунһеҙ. Илдән сыҡҡан кеше. Ил өҫтө ил, халыҡ араһы. □ Среди народа; в гуще народной. ■ Зилбәр сауҙагәрҙе тейешле урында ҡаршы алды, хәл-әхуәлдәрен һорашып, мөлкәттәрен барланы, ил өҫтөнә төшкән афәт арҡаһында урау юлдан ҡайтасаҡтарын һөйләп бирҙе. 3. Ураҡсин. Әсғәтте заман соңғолона бөтөнләй батты тиһәк тә, байтаҡ йылдар уҙғас, уның тураһында, куҙгә куренмәҫ ел һымаҡ, ҡолаҡ ишетмәҫ нур һымаҡ, бер хәбәр ил өҫтөнән һаҡ ҡына тирбәлеп утте. 3. Биишева. • Ил өҫтөндә илле дуҫың булһын. Мәҡәл. Ил өҫтөндә илле алтын. Әйтем. Илдә бер дәрәжәле, хөрмәтле кеше. □ Уважаемый человек. Ул илдә бер ине. Ил ҡоротҡосо илгә, халыҡҡа насарлыҡ ҡылған, ҡайғы, ҡаза килтереүсе кешегә ҡарата әйтелә. □ Вредитель (враг) народа. Ил ҡоротҡосо булыу. Ил бөлдөргәс ҡар. ил
694