ИЛАҠЛЫҠ
ҡоротҡосо. Илде ауыҙына ҡаратыу бөтә халыҡты үҙенә буйһондороу. □ Обратить всех на свою сторону. Илдән биҙгән тыуып үҫкән иленән айырылып, алыҫта йәшәгән кеше. □ Скиталец. Илдән биҙгән бер әҙәм. Ил менән бөтә халыҡ менән. □ Все вместе, дружно. Ил менән яуға күтәрелеү. Ил ҡазаһы ҡар. ил ҡоротҡосо.
ИЛ II и. диал. ҡар. күс 1,1.
ИЛ III (Р.: дружный; И.: amicable; T.: uyumlu) с. диал.
Тыныс, татыу. □ Дружный, согласный.
ИЛ АҒАҺЫ (Р.: аксакал; И.: esteemed, respected man; T.: aksakal) и.
Оло, дәрәжәле, абруйлы ир кеше; аҡһаҡал. □ Аксакал (человек, завоевавший авторитет и положение). ■ Ил ағаһы булыр ирҙәрҙе илгә баш итеп һайлар булһалар, был бер ҙә ыҙғыш, янъял тикшереп йөрөр өсөн эшләнмәй ине. «Алдар менән Зөһрә». Быуындан быуынға килгән ғәҙәт-ҡомартҡыны ил ағалары ырым һаҡлағандай һаҡлағандар. Ғ. Вәлиев. • Илен ҡурсыған ил ағаһы булыр, илен борсоған ил буҫағаһы булыр. Әйтем. Иллеләге — ил ағаһы. Мәҡәл. Аҡыллы ир — ил ағаһы, аҡылһыҙ ир — ил бәләһе. Мәҡәл.
ИЛАҒУТ (Р: дербенник; И.: lythrum; Т: bir tür bitki) и. бот.
Тура һабаҡлы (ярты метрға тиклем етә), йыуан тамырлы ябай күп йыллыҡ үҫемлек; илаҡ үлән (һыулы ерҙә үҫкәнгә япраҡтары һәр ваҡыт дымлы була). □ Дербенник, плакун-трава (лат. Lythrum). Ила-ғут ҡанды туҡтатыу үҙенсәлегенә эйә.
ИЛ АЗАМАТЫ и. ҡар. ил ағаһы. ■ Ул [Колморҙа ] старшина Тупаҡ ауылынан сыҡмаҫ борон уҡ, ил азаматтарын йыйнап, ҡунаҡ яһап, һый таратып китте. Т. Хәйбуллин.
ИЛАҠ I (илағы) (Р: плаксивый; И.: whining; T: ağlamaklı) с.
1. Юҡҡа-барға илап барыусан. □ Плаксивый, слезливый. Илаҡ ҡыҙ. Илаҡ кеше. ■ Илаҡ баланы саҡ ҡына әмәлләһәң, барыбер тыныслана, баҫыла. «Башҡортостан ҡыҙы»,
№ 11, 2011. 2009 йылдың февраль, март айҙарында ла ҡағыҙ ҡалынлығында ғына төшкән ҡар, илаҡ балалай, йәш түгергә тотондо. С. Поварисов.
2. һөйл. Юҡҡа-барға зарланыусан; мыжыҡ, зарлы. □ Жалобный, плачущий, плаксивый. Илаҡ тауыш менән һөйләү. Илаҡ йөҙлө. ■ Эйе, һиңә анһат, һин яңғыҙың, — тип башлаған илаҡ кешене Аҡназар бүлдерҙе. Я. Хамматов.
3. күсм. Ямғырлы, йонсоу, һыуыҡ.
□ Дождливый, промозглый (о погоде). ■ Вил Ваһапович загсҡа ғариза алып барыуҙы күңелһеҙ, илаҡ көндәрҙең береһенә билдәләне. Ш. Хажиәхмәтов.
ИЛАҠ II (илағы) (Р: плакса; И.: crybaby, sniveller; T: sulu göz) и.
1. Йыш илаған кешегә ҡарата әйтелә.
□ Плакса, рёва. Ултырма күҙ йәше түгеп, илаҡ!
2. күсм. һөйл. Юҡҡа-барға зарланған кеше. □ Плакса, нытик, нюня. Тормош илаҡтарҙы яратмай.
ИЛАҠ БУЛЫУ (илаҡ бул-) ҡ. ҡар. илаҡланыу.
ИЛАҠ ИМЛӘҮ (Р: заговаривание плаксы; И.: exorcize crying; T: ağlamayı büyülemek) и. миф.
Йыш илаған баланы им-том ярҙамында дауалау ысулы. □ Заговаривание плаксы. Илаҡ имләү - борондан килгән йола.
ИЛАҠ ҠАСЫРЫУ и. миф. ҡар. илаҡ өтөү. ■ Бала илаһа, уның башын (бик һирәк кенә бөтөн кәүҙәһе менән) йылы, яңы ғына икмәк сыҡҡан мейес ауыҙына тығып, мөрйәнән ҡысҡыртыу ғәҙәтен илаҡ ҡасырыу, тип тә атайҙар. «Башҡортостан ҡыҙы», №10, 2010.
ИЛАҠЛАНЫУ (илаҡлан-) (Р: ста новиться плаксивым; И.: become whining; T: ağlamaklı olmak) ҡ.
Илаҡҡа әйләнеү, илаҡ булыу. □ Становиться плаксивым. Илаҡланып китеү. Илаҡлана төшөү.
ИЛАҠЛЫҠ (илаҡлығы) (Р: плаксивость; И.: tearfulness; T: ağlamaklı olma) и.
695