ИЛАҠ ӨТӨҮ
Илаҡ булыу сифаты. □ Плаксивость. Уға илаҡлыҡ хас тугел.
ИЛАҠ ӨТӨҮ (Р.: опаливание плача; И.: kind of exorcism; T.: büyü türü) и. миф.
Баланың илаҡлығын бөтөрөү ысулы (был магик дауалау буйынса, баланы йылы мейескә һалалар һәм, имләу һуҙҙәре әйтеп, баланың илаҡлығын өтәләр). □ Опаливание плача.
■ Илағыңды өтәм, илағыңды өркөтәм. Ҡөф-көф, тфу-тфу! Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ИЛАҠ ҮЛӘН и. бот. ҡар. илағут.
ИЛАМҺЫРАУ (иламһыра-) (Р.: хныкать; И.: whimper; T.: ağlamsamak) ҡ.
Илаған ҡиәфәткә килеү, илай яҙыу. □ Хныкать, похныкивать. // Хныкание. Иламһырап ултырыу. Иламһырап һөйләу.
■ [Мотаһар:] Һаулығың нисек? — тип иламһыраған яуҙашының арҡаһынан һөйҙө. Г. Ғиззәтуллина. Уф, билем! Уф, беләгем! — тип иламһырап һамаҡлай-һамаҡлай, хужа торорға аҙаплана, ләкин тора алмай. Ә. Хәкимов. Емеш, нигеҙ буйында һаман баяғыса иламһырап ултырған ҡоҙағыйҙары яғына ҡарамаҫҡа тырышып, әкрен генә тағы урамға сыҡты. 3. Биишева. Әммә иламһырап тороуына ҡарағанда унан [Бәкирҙән] рәт сыҡмаҫтай куренә. Н. Ғәйетбай.
ИЛАМҺЫРАУЛЫ (Р: хныкающий; И.: whimpering; T.: ağlamalı) с.
Зарлы, ҡайғылы, ҡыҙғаныс. □ Хныкающий, слезливый. ■ Сәләх ҡарт ҡапыл ырғып торҙо, ишекле-турле йөрөп әйләнделә, Ҡәҙриә ҡаршыһында туҡталып, иламһыраулы нәҙек тауыш менән ҡысҡырып ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
ИЛАН бәйл. иҫк. ҡар. менән.
ИЛАП-ҺЫҠТАП (Р: со слезами; И.: with tears (in one’s eyes); T.: göz yaşı içinde) р.
Күҙ йәше менән әсенеп, зарланып. □ Co слезами, горько плача; тяжко, тяжело. Илап-һыҡтап инэлеу. ■ Үтә йыуаш, баҫалҡы куренһә лә, Зөһрә был юлы илап-һыҡтап торманы. Ә. Хәкимов. Рәнйеп, илап-һыҡтап китте улар [һармыттар], ата-бабаларының ҡәберҙәре, изге таштары, йөҙәр йыл эскән һыуҙары ҡалды. 3. Ураҡсин. Шул саҡ килә
теге малай көскә атлап, ҡурҡыуынан төҫө ҡасып, илап-һыҡтап. «Бабсаҡ менән Күсәк».
ИЛ-АРА (Р: улица; И.: street; T.: sokak) и. диал.
Ауыл араһы. □ Улица. Ил-араға сығыу.
ИЛ АҪЫЛЫ (Р: знатное лицо; И.: noble, distinguished person; T.: asil) и.
Затлы нәҫел, юғары ҡатлам кешеһе.
□ Знатное лицо (представитель рода, народа). ■ Ил аҫылдарын ҡулға алғандан һуң, тормош тотош ҡара эңергә әйләнде. Г. Ғиззәтуллина.
ИЛАТЫУ (илат-) ҡ. йөкм. ҡар. илау. понуд. от илау. ■ Юлдашты ауылда саҡта алдауын да, бында килгәс, эт һөсләтеуен дә, арҡаһына һуғыу ын да, Әнисәне илаты-уын да, класта Юлдашты усекләп көлөуен дә һөйләне ул [Ҡыҙырас]. 3. Биишева. Батша кафыр һалдат ала, йәш егетте илатып. Бәйеттән. • Дуҫ илатып өйрәтер, дошман көлөп көйрәтер. Мәҡәл.
♦ Ҡан илатыу бик ныҡ йәберләү.
□ Сильно притеснять. Ҡешене ҡан илатыу.
ИЛАУ (ила-) (Р: плакать; И.: weep, cry; T.: ağlamak) ҡ.
1. Күҙҙән йәш түгеү (ҡайғы-хәсрәттән, ауыртыу-һыҙланыуҙан йәки башҡа ауыр хистән). □ Плакать, рыдать, реветь. // Плач, рыдание, рёв. Ҡысҡырып илау. Тугелеп илау. ■ Аһ, ҡайһылай ауыр ирҙәр өсөн илау тигән нәмәләр! Р. Солтангәрәев. Алтынбай һулҡылдап-һулҡылдап илап алды. 3. Ураҡсин. [Нурислам — Шәрғиәгә:] Ҡуй, бөтөрөнмә. Хәҙер илау тугел, башты ташҡа бәрһәк тә, әуәлге хаятҡа ҡайтыу юҡ инде. Ә. Хәкимов. Инде бик куптән илауҙың нимә икәнен дә белмәгән саҡматаштай ныҡ ҡатындың сикәләре буйлап һаран куҙ йәштәре тәгәрәне. Л. Яҡшыбаева. Ҡыҙыл ғына менән Яйыҡ һыуы салт аяҙ көн булмай туңмай ҙа. Беҙ китә лә тип иламағыҙ, илаһағыҙ юлым уңмай ҙа. Халыҡ йырынан. • Иламаған балаға имсәк бирмәйҙәр. Мәҡәл. Ҡөлгәндән һорама, илағандан һора. Мәҡәл.
2. һөйл. Нимәгәлер ҡайғырып зарланыу.
□ Жаловаться, сетовать, роптать. Тормош
696