Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 697


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЛАҺИ
ауырлыҡтарына зарланып илау. ■ Был моңда һыҡраныу, илау, өҙгөләнеү өнө бик һиҙелмәй. С. Поварисов.
♦ Ер тырнап илау оло ҡайғынан әсенеп илау. □ Плакать от горя.
И Л АУҠАЙ (Р.: мелкая рыба; И.: kind of small fish; T.: ufak balık) и. диал. зоол.
Ваҡ балыҡ. □ Мелкая рыба. Беҙҙең йылғаларҙа илауҡай күп.
ИЛАУЛАТЫУ (илаулат-) (Р.: ныть; И.: whine; T.: sızlanmak) ҡ.
Илаған кеүек итеү. □ Ныть, скулить. Илаулатып йөрөтөү.
ИЛАУЛАУ (илаула-) (Р: плакаться; И.: lament (for, over); T.: sızlanmak) ҡ.
Иларҙай булып, зарланып һөйләнеү.
□ Плакаться, жаловаться. Илаулап һөйләшеү. ■ [Ильястың] Өфөләге театрҙа йыһаз яңыртҡанда ошо театрҙың директоры, «иҫкеһен беҙгә бирегеҙ әле» тип илаулап ултырғаны иҫенә төштө. Г. Ғиззәтуллина. Сәстәре туҙышып иңенә төшкән йәш кенә бер ҡатын бәпесенең тубырсыҡтай ҡанлы мәйетен күкрәгенә баҫҡан да, аңы яҙа-йоҙа килеп, үҙәк өҙгөс тауыш менән илаулап һамаҡ әйтә. Я. Хамматов. [Барсынһылыу:] Туғай тулы ҡола бейә, бирнә итеп бирсе, әсәй, бирсе, әсәй! — тип илаулап һамаҡлаған. «Алпамыша».
И Л АУЛ АШЫУ (илаулаш-) ҡ. урт. ҡар. илау. взаимн. от илау.
ИЛАУ ҮЛТЕРЕҮ (илау үлтер-) (Р.: умерщвление духа плача; И.: mortify the spirit of whining; T: ağlamayı kesmek) и. миф.
Баланың илаҡлығын бөтөрөү ысулы.
□ Умерщвление духа плача. ■ Илаҡ баланы таҫтамалға төрөп, икмәк көрәгенә һалып бәйләйҙәр ҙә өс тапҡыр мейескә тығып алалар. Ана шулай уның илағын үлтерәләр. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ИЛАУ ҺАЛЫУ (илау һал-) (Р: плакаться; И.: complain (to, of); T.: sızlanmak) ҡ. диал.
Юҡҡа-барға бәлә һалыу, һүҙ сығарып илаулау. □ Плакаться, жаловаться. Юҡ-барға илау һалыу.
ИЛАУ-ҺЫҠРАУ и. йыйн. ҡар. илау-һыҡтау.
ИЛАУ-ҺЫҠТАУ (Р: плач; И.: weeping; T.: ağlama) и. йыйн.
Илаған, һыҡтаған зар. □ Плач, рыдание. ■ Һуғыш афәте аһ-зар, ҡайғы-хәсрәт, илау-һыҡтауы менән Табылдыға ла килеп етте. М. Хужин. Тора-бара арба тәгәрмәстәренең шығырлау ы, йыр, гармун, илау-һыҡтау тауыштары ла, шул саң болото менән томаланып, ғәйеп булды. Н. Мусин. Китте аръяҡта илау-һыҡтау, шау-шыу! Ә. Хәкимов.
ИЛАҺ [ғәр. (Р: Бог; И.: Lord; Т.: Allah) и. дини.
Алла, Тәңре. □ Бог, Всевышний. S Ер йөҙөндә ошондай ҙа илаһи бер Һын барлығын белә микән Илаһ үҙе? Р. Дауыт.
ИЛАҺИ [ғәр. (Р: божий; И.: God’s; T: Allah(m)) с.
1. дини. Аллаға бәйләнешле, Аллаға мөнәсәбәтле. □ Божий. Илаһи донъя. ■ Кеше күңелендә илаһи һөйөү тойғоһо һүнә барғйн һайын, унда яуызлыҡ оялай. Г. Ғиззәтуллина. Күңелдә илаһи хистәр, изге теләктәр генә булырға тейеш, тип өйрәтә дин. Башҡортса дини календарҙан.
2. күсм. Тәбиғәттән өҫтөн; серле, тылсымлы. □ Божественный, дивный, прекрасный. Илаһи матурлыҡ. Илаһи көс. Н Тәбиғәттең илаһи ҡөҙрәтен тойоп йәнәш атлау, Рафиҡтың аһәцле йырын күңелгә һеңдереү — донъяла ошонан да ҙур шатлыҡ юҡ һымаҡ ине уларға [Линара менән Ра-фиҡҡа]. Л. Якшыбаева. [Аҡман менән Фәйрүзә] һөйөүҙәрен кеше күҙенән йәшерергә тырышһалар ҙа, бер кемдән дә урламағандар ҙаһа ул илаһи хисте! Г. Яҡупова. [Кәбирҙең] күҙҙәрендә илаһи сатҡылар балҡый ине, төшөндөм: ижад ялҡыны тоҡанған дуҫымдың йөрәгендә, буласаҡ триптих биләгән уның уй-хисен. 3. Ураҡсин. Мәүсилә йәһәт кенә ҡуш услап яңынан һыу алып, уларҙы бармаҡ араларынан ағыҙып бөтөр-бөтмәҫтән, .. илаһи бер матурлыҡ билдәләрен йөҙөнә сығарып, шишмәнән ағып китеүсе инешкә һирпте. Д. Бүләков.
697