ИЛАҺИЛАШТЫРЫУ
ИЛАҺИЛАШТЫРЫУ (илаһилаштыр-) (Р.: обожествлять; И.: deify; T.: tanrılaştırmak) ҡ.
Иҫ киткес яҡшы, һоҡланғыс итеп күреү; идеаллаштырыу. □ Обожествлять. Тәбиғәт көстәрен илаһилаштырыу.
ИЛАҺИЛЫҠ (илаһилығы) (Р: божественность; И.: divinity, divineness; T.: ilahiyat) и.
Күңелгә рәхәтлек, йәнгә ләззәт биргән сифат; гүзәллек. □ Божественность, красота, прелесть. М Йыһандан ағылған илаһи-лыҡтан башы әйләнгән Ғибәҙәт кәләшен ҡосаҡлап үпмәк булды. Г. Ғиззәтуллина. Ила-һилыҡ, рух, мөхәббәт, иман, изге, ләззәт кеүек һүҙҙәр —эске мәғәнәләре буйынса «туғандаштар», фәнни телдә әйтһәк, синонимдар. С. Поварисов.
ИЛАҺИӘ [ғәр. saVI] и. ҡар. алиһә. Н Үҙе илаһиә, үҙе Мәғҙән кешеһе икән Бәхтейәр ҡыҙы. Р. Камал.
ИЛАҺИӘТ [ғәр. и.
1. ҡар. илаһилыҡ. ■ Урал иле — илаһиәт иле, беҙ рухыбыҙ менән юғары, юғары аң беҙгә, кешеләрем, төшөрәлер иман нурҙарын. Р. Шәкүр.
2. дини. Дини тәғлимәт. □ Богословие, теология.
ИЛАҺЫМ (Р: Боже мой; И.: О Lord!, О my God!; T.: yarabbi!) ымл.
Ныҡ аптырағанда, ғәжәпләнгәндә һ. б. әйтелә, эй Илаһым. □ Выражает удивление, восхищение, негодование, радость: Боже мой! Боже! ■ [Аҡ Хәмиҙә:] Илаһым, ҡөҙрәтең киң, бар бәндәне хозурлығыңа һыйындырғанһың. Р. Камал. Таңға ҡарап танһығым да ҡанманы бит, эй, Илаһым, етте ләме ғүмер кисем? М. Ямалетдинов. Эй, Илаһым, икенсе мөхәббәт бына шулай йөрәктәрҙе, бәғерҙәрҙе телгеләп-теткеләп киләме икән ни?! Н. Мусин.
ИЛАШ (Р: плач; И.: crying; T.: ağlayış) и.
Күмәк илау. □ Плач, рыдание, стенание. М Етем ҡалған өйҙәргә илаш, ҡайғы, зар ҡайтҡан. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу». [Бикморат:] Мин эшкә киткәндә гөлт итеп ултырған ауыл ҡайтыуыма
кәлгә әйләнгән. Ҡайһы берәүҙәрҙең балаһы, икенселәренең малы янған. Ул илаш, ул һыҡташ. Н. Мусин.
ИЛАШ-ҺЫҠТАШ (Р: плач и стоны; И.: moans and groans; T.: ağlama ve inilti) u. йыйн.
Күмәк илау, һыҡтау. □ Плач и стоны, рыдание. М Кис буйы патефон уйнатып, йырлашып-бейешеп, кәйеф-сафа ҡора нем-калар. Табындары йыш ҡына илаш-һыҡташ менән барып тамамлана. Ә. Хәкимов.
ИЛАШЫУ (илаш) ҡ. урт. ҡар. илау. взаимн. от илау. Н Насир яҡлылар болоҡһоп, ҡатын-ҡыҙ илашып, яулыҡ остары менән биттәрен ҡаплап, күҙҙәрен һөртөп ҡалды. 3. Ураҡсин. Һәр ерҙән ҡатын-ҡыҙ, бала-сағаның аһ-зары, сен^әп илашыуы ишетелеп тора. Д. Юлтый. [Әбей менән бабай:] Ҡартайған көнөбөҙҙә ҡарар кешебеҙ ҙә юҡ, — тип илашҡандар. Әкиәттән.
ИЛАШЫУ-ШЫҢШЫУ (Р: скулить; И.: whine, whimper; T.: çenilemek) ҡ.
Илаған һымаҡ сыйылдау. □ Скулить. ■ Бүре балалары илашып-шыңшып яталар, ти. Әкиәттән.
ИЛБАҒАР и. ҡар. сардауыл. ■ Юлбағарҙар алға үттеләр, илбағарҙар, үҙ нәүбәтендә, артҡа йүнәлделәр. К. Мәргән.
ИЛБАС (Р: лекарственное растение; И.: herb(s); T.: tıbbi bitki) и. бот. диал.
Йөрәк ауырыуҙарынан ҡуллана торған дарыу үләне. □ Лекарственное растение, употребляемое от сердечных заболеваний.
ИЛБАҪАР (Р: захватчик; И.: aggressor; invader; T.: istilacı) и.
Башҡа илгә ҡорал көсө менән баҫып ингән халыҡ төркөмө йәки шәхес. □ Захватчик, завоеватель, агрессор. Илде илбаҫарҙарҙан һаҡлау. М [Саттар:] Улым, әгәр янау яһап, илбаҫарҙар тағы килһәләр, самураймы, фашист йоратымы, тайпылышһыҙ уны бәргелә. С. Кулибай. Туҙған оя уҙған ҡарғаға ем була, бөлгән ил аҙғын илбаҫар өсөн ризыҡ була. К. Мәргән. • Илбаҫар менән юлбаҫар ~ бер туған. Әйтем.
698