Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 701


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЛ ҠАРТТАРЫ
йома һәм бүлмә эсендә ниндәйҙер күҙгә күренмәҫ сихри йән, илерткес йылылыҡ бөркөп, талғын ғына осоп йөрөгән һымаҡ тоя. Н. Мусин.
ИЛ ИНӘҺЕ и. ҡар. ағинәй. ■ Илде имләр ил инәһе йәшенә еткәндә, бер ҡулына икмәк тотоп, икенсеһен йөрәге өҫтөнә ҡуйып, һәр башҡорт әҙибе, Факиһа, һинең кеүек шулай, еңеүҙәрем — минең хәләл көсөм, тип әйтә алһын ине! «Ағиҙел», № 3, 2010.
ИЛ ИРҘӘРЕ (Р.: настоящие мужчины; И.: esteemed men; T.: erkekler) и. йыйн.
Ил яҙмышын ҡулда тотҡан ирҙәр. □ Настоящие мужчины. Беҙҙен заманда ил ирҙәре кәрәк.
ИЛ ЙОМОШО (Р.: общественная работа; И.: social activities; T.: sosyal aktiviteler, sosyal etkinlikler) и.
Йәмәғәт эше. □ Общественная работа. Ил йомошо менән йөрөү. Ил йомошон үтәү.
ИЛ-ЙОРТ (Р: родной дом и край; И.: one’s native home; T.: yurt) и. йыйн.
1. Тыуған йорт, ил. □ Родной дом и край, родная сторона, родные места. Н Күптән билдәле, ил-йорт тарихы, халыҡ яҙмышы, эреле-ваҡлы йылға-инештәр ағымынан хасил булыр оло даръя һымаҡ, һәр кешенең тормошон үҙ ярҙарына һыйҙыра. Ә. Хәкимов. Алпамыша батыр ҙа, Иҙеүкәй менән Мораҙым да, Кәртә Мәргән дә, Ҡараһаҡал да ил-йорт ҡороу, шунда имен йәшәү теләге менән яна. Ә. Сөләймәнов. Аманлашып, хушлашып ил-йорт менән, батыр Бабсаҡ Мәсем ханға китеп ҡалды. «Бабсаҡ менән Күсәк».
2. Донъя, халыҡ. □ Мир, народ. ■ Ул [Сура] батыр бында ил-йорт батыры, әле лә бөтөн күҙҙәр уға төбәлгән. Ф. Аҡбулатова.
ИЛКЕ-ҺАЛҠЫ (Р: кое-как; И.: in a slipshod manner; T.: yarımyamalak) р.
Әһәмиәт тә, иғтибар ҙа бирмәй; арлы-бирле. □ Кое-как, спустя рукава. Илке-Һалҡы тыңлау. Илке-Һалҡы башҡарыу. ■ Юҡ, вазифаһын илке-һалҡы башҡарманы Сәйф, ихлас эшләне. Ә. Хәкимов. [Маслов] бер кемгә лә илке-һалҡы йөрөргә ирек бирмәй, күрһәтмәләрен өҙлөкһөҙ яуҙырып ҡына
тора. Н. Мусин. Әхмәди ҡыҫҡа һәм өҙөк-өҙөк һүҙҙәр менән илке-һалҡы ғына яуап бирҙе һәм, хәбәр һөйләүгә ихласлыҡ күрһәтеп, асылып китмәне. Ж. Кейекбаев.
ИЛ КЕШЕҺЕ (Р: общественник; И.: public spirited person; T.: yurtsever) и.
Тормошон илгә хеҙмәт итеүгә бағышлаған, йәмғиәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан кеше. □ Общественник. Ил кешеһе булыу.
ИЛ-КӨН (Р: мир; И.: world; community; T: dünya) и. йыйн.
1. Донъя, халыҡ. □ Мир (I), люди; население. ■ Халыҡтың хәле йылдан-йыл ауырлаша, ил-көн ҡыҫылғандан-ҡыҫыла. Ғ. Ибраһимов. [Иҫәкәй — Алдарбайға:] Беҙ үҙ заманыбыҙҙа илде ят бауырҙарҙан һаҡлау өсөн ҡулдан килгәндең бөтәһен дә эшләнек. Ил-көнөбөҙҙө ҡурсалау хәҙер һеҙҙең өҫкә төшә. Я. Хамматов.
2. Хужалыҡ. □ Хозяйство. Ил-көндө тәртипкә килтереү.
ИЛ-КҮЛ-МЕҢ (Р: название башкирского рода; И.: name of an eastern Bashkir clanal subdivision; T.:bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название башкирского рода племени мин.
ИЛКӘЙ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин.
ИЛКӘЙ-МЕҢ и. этн. ҡар. ил-күл-мең.
ИЛКӘНЛӘҮ (илкәнлә-) ҡ. диал. ҡар. йөҙөү 3.
ИЛ ҠАРТТАРЫ (Р: старцы; И.: esteemed old men; T: ihtiyar bilgeler) и. йыйн.
Күп йәшәп, күпте күреп, халыҡ араһында хөрмәт ҡаҙанған аҡыллы ҡарттар; аҡһаҡалдар. □ Старцы, мудрецы; аксакалы. М Берҙән, [ир-ат] үҙҙәренең дә наҙан булыуҙарынан оялһалар, икенсенән, шундай
701