Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 702


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ил ҡыҙы
уҡымышлы ил ҡарты менән әҙәмсә һөйләшә алмауҙары яйһыҙ күренде. Р. Солтангәрәев.
ИЛ ҠЫҘЫ (Р: дочь своего народа; И.: esteemed woman leader; T.: halkının kızı) и.
Иленә, халҡына хеҙмәт иткән ҡатын-ҡыҙ. □ Дочь своего народа. Ил ҡыҙы булыу бәхете. Ил ҡыҙы дәрәжәһенә етеү. Беҙҙең ил ҡыҙҙары йыйылған был залда.
ИЛЛА I [ғәр. VI] (Р: ну и ну; И.: well; what; T.: illa) ымл.
Нимәгәлер ғәжәпләнгәндә, һоҡланғанда, ризаһыҙлыҡ белдергәндә әйтелә. □ Выражает удивление, недовольство, восхищение и т. п.: ну, ну и ну. Илла шәп йырлайһың. Илла аҡыллы ла егетһең инде. ■ [Атаһы:] «Ну илла үҙеңде ҡыҙыҡ иттем бит, әсәһе!..» — тип шаярған шикелле мут ҡына йылмайып ята ине. 3. Биишева. Электр, электр икән, илла шәп нәмә икән, әммә уҙе ҡайһы саҡта, вайымһыҙ ҡулдарға ҡалһа, башыңа бәлә икән. Р. Мифтахов.
ИЛЛА II (Р: ни в коем случае; И.: not (never) in the world; T.: ilia) киҫ.
Бойороҡ ҡылым менән килеп, шуның мәғәнәһен көсәйтә. □ Ни в коем случае; ни в коем разе (частица у сил. употребляется с глаголом в повелительной форме). Илла ҡарап йоро. Илла тыңла.
ИЛЛА III (Р: но; И.: but; T.: illa) кире терк.
Ҡаршы мәғәнәле һөйләмдәрҙе теркәй; әммә. □ Но, однако же, только. Уҡыуҙар ауыр, илла күңелле.
ИЛЛА-АЛЛА МЕНӘН (Р: кое-как;
И.: with difficulty; T.: yarımyamalak) р.
1. Ҙур ауырлыҡ менән; көс-хәл менән. □ Кое-как, еле-еле, с трудом. Илла-алла менән әйләнеү.
2. Көс-хәл менән, саҡ-саҡ. □ Еле-еле. ■ Бына, ниһайәт, илла-алла менән тигәндәй, хат уҡылып бөттө. Г. Ғиззәтуллина.
ИЛЛА-МӘГӘР I ымл. ҡар. илла I. Илла-мәгәр йонсоттоң бит.
ИЛЛА-МӘГӘР II кире терк. ҡар. илла III. ■ Ғүмеремдә бик күп алйот күрҙем,
илла-мәгәр һинең ишене күргәнем юҡ ине әле. Әкиәттән.
ИЛЛЕ [дөйөм төрки эллиг ‘илле’] (Р: пятьдесят; И.: fifty; T.: elli) төп һ.
Биш тиҫтә, ҡырҡ туғыҙҙан һуң килгән һан, 50-гә тиң иҫәп. □ Пятьдесят. Илле биш. Илле тәңкә. ■ [Егор Николаевич:] Ни тиһәң дә, иллегә яңы аяҡ баҫып ҡына торған саҡ, тормош ләззәттәренән ваз кисер мәл етмәгән әле, ҡалған ғүмерҙе ир аҡылы менән генә хозурлыҡта үткәрергә ине. 3. Ураҡсин. Саматовтың апаһы ла, бер ҡараһаң, ҡырҡ тирәһендә кеүек, икенсе ҡараһаң — илленән уҙғандай. Ә. Хәкимов. • Ике кәңәш бер булһа, илле егет йөҙ була. Мәҡәл. Иллелә иҫәр ҙә ипкә килер. Мәҡәл.
ИЛЛЕ БЕР КӨН (Р: поминки 51-го дня; И.: bifty-one day rite; T.: anma (51 gününde)) и. дини.
Кеше мәрхүм булғандан һуң, 51 көн үткәс, Ҡөрьән сүрәләрен уҡытып, хәйер таратып иҫкә алыу йолаһы (мәрхүмдең ите һөйәгенән айырылған көн). □ Поминки 51го дня. Илле бер көнөн үткәреү.
ИЛЛЕЛЕК (иллелеге) (Р: пятидесятирублёвка; И.: fifty rouble note; T.: elli ruble) u. һөйл.
Илле һумлыҡ аҡса. □ Пятидесятирублёвка. Иллелекте ваҡлау. ■ Йомарт та инде уның шефы, бөгөн тағы ла иллелекте төртөп сығарҙы, һин бит, Шамратов, ябай Тулыбай түгел, ә реклама мөдире, тағы ла турараҡ әйткәндә, Ҡаҙнабаевовед булаһың, тип ебәрҙе. Д. Бүләков.
ИЛЛЕЛӘП (Р: около пятидесяти; И.: about fifty; T.: elli civarında) сама һ.
Илле тирәһе, иллегә яҡын. □ Около пятидесяти, приблизительно пятьдесят. Иллеләп бала. Иллеләп баш мал.
ИЛЛЕНСЕ (Р: пятидесятый; И.: the; T.: ellinci) рәт һ.
Урын тәртибе 50 менән билдәләнгән. □ Пятидесятый. ■ Йөҙшишмә халҡы һуғыштан һуңғы йылдарҙа, атабыраҡ әйткәндә, илленсе йылдарҙан башлап, ун биш-ләгән колхоз председателе алмаштырған.
702