ИЛЛЮМИНАЦИЯ
Д. Бүләков. Илленсе йәште ҡыуған әсәһенең ҡасан да булһа ҡыҙып киткәнен йәки берәйһен ғәйепһеҙ рәнйеткәнен иҫләмәй Миңлеғәле. Я. Хамматов.
ИЛЛЕШӘР (Р.: по пятьдесят; И.: fifty each; T.: ellişer) бул. һ.
Һәр береһе иллегә тиң. □ По пятьдесят. ■ Арҡырыһы-буйы иллешәр аҙым самаһы ғына тип-тигеҙ тубә өҫтөндә, бер ҡарағанда, килбәтһеҙ оло ҡош һынын хә-терләтеусе, икенсе ҡараһаң, бәләкәс кенә самолётҡа, унан да бигерәк ҙур энәғараҡҡа оҡшаш ниндәйҙер ҡоролма тора. Ә. Хәкимов. Бағауылдар төнөн генә тугел, көндөҙ ҙә һаҡҡа сыға башланы, мылтыҡ — ҡылыслы һыбай кешеләр дала эсенә иллешәр саҡрымға уҡ инеп куҙәтергә тейеш булып китте. 3. Ураҡсин.
ИЛЛЕШӘРЛӘП (Р: по пятьдесят; И.: fifty each; T.: ellişer) р.
Һәр береһен иллегә тиң итеп. □ По пятьдесят, по пятидесяти. Иллешәрләп бәйләу. Иллешәрләп ултыртыу.
ИЛ МӨСТӘНЕ и. диал. ҡар. ауылсы 1.
ИЛЛӘ I ымл. ҡар. илла I. ■ Иллә хәйләкәр ҙә һуң һин, ни кем, Сәхибгәрәй энем. И. Ғиззәтуллин. Иллә был Кейеҙбай улым башлы ла булып сыҡты һуң! Әкиәттән.
ИЛЛӘ II кире терк. ҡар. илла III. ■ Хәҙер пугачёвсыларҙы конвой йөрөтмәй, иллә куҙ ҙә яҙҙырмайҙар. Б. Рафиҡов. [Әхмәҙиә:] Пугач менән Салауат яуында беҙҙең ауыл кешеләре лә ҡатнашҡан. Дөрөҫ, яҙыуҙа, китапта осрата алғаным юҡ, иллә ҡарттар шулай һөйләй торғайны. Р. Солтангәрәев.
ИЛЛӘ-МӘГӘР ымл. ҡар. илла I. ■ Бер нәмә лә курмәнем. Иллә-мәгәр иртән торо-уыма таш тоҙ бәләкәйләнә төшкәйне, — тип әйтте, ти. Әкиәттән.
ИЛЛӘ-МӘГӘР кире терк. ҡар. илла III. ■ Әлбиттә, гел генә шәп тә, дөрөҫ уй ҙа килмәйҙер әҙәм башына, иллә-мәгәр бутәндең бында ни эше бар? Р. Солтангәрәев. Ҡарабайҙың мал-тыуары ишле булған, ырыуҙаштарын да ул мал аҫрауға һәуәҫләндергән. Уның өс бисәһе булған, иллә-мәгәр береһенән
дә бала булмаған. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ИЛЛЮЗИОНИЗМ [рус. < лат. illusio ‘ялған’] (Р: иллюзионизм; И.: illusionism; T.: hokkabazlık) и.
Махсус ҡорамал ярҙамында төрлө фокус күрһәтеү эше. □ Иллюзионизм. Иллюзионизм серҙәре.
ИЛЛЮЗИОНИСТ [рус.] (Р: иллюзионист; И.: illusionist; T.: illüzyonist) и.
Циркта фокус күрһәткән артист. □ Иллюзионист; фокусник. Иллюзионист сығышы.
ИЛЛЮЗИЯ [рус. < фр. illusion ‘хата’] (Р: иллюзия; И.: illusion; T.: yanılsama) и.
1. Тойғоноң алдауы нигеҙендә ысынбарлыҡты боҙоп күҙ алдына килтереү.
□ Иллюзия. ■ Үксәләренә баҫып килгән ҡартлыҡтан ҡурҡыу тойғоһонан ҡотолоуҙың иң еңел юлы — йәшлек иллюзияһы тыуҙырыу. «Башҡортостан ҡыҙы», № 8,2010.
2. Тормошҡа ашмай торған өмөт, хыял.
□ Иллюзия. Төрлө иллюзиялар менән йәшәу.
ИЛЛЮЗОР [рус. < лат. illusorius] (Р: ил-люзор; И.: illusionary; T: yanılsama) с.
Хыялдағы, тормошҡа ашмай торған.
□ Иллюзорный. Иллюзор уйҙар менән йәшәу.
ИЛЛЮМИНАТОР I [рус. < лат. illuminator ‘яҡтыртҡыс’] (Р: иллюминатор; И.: porthole; T: lomboz) и.
Герметик рәүештә ябыла торған түңәрәк тәҙрә (самолёт йәки судно һ. б. була). □ Иллюминатор. Борт иллюминаторҙары. И Ҙур шарҙы хәтерләткән өйҙәр. Тәҙрәләре лә ту-ңәрәк, әйтерһең, иллюминатор. Н. Ғәйетбаев.
ИЛЛЮМИНАТОР II [рус. < лат. illuminator ‘яҡтыртыусы’] (Р.: иллюминатор; И.: illuminator; T: lomboz) и.
Иллюминация белгесе. □ Иллюминатор. Тәжрибәле иллюминатор.
ИЛЛЮМИНАЦИЯ [рус. < лат. illumi-natio ‘яҡтыртыу’] (Р: иллюминация; И.: illuminations); T.: ışıklarla donanma) и.
Берәй тантана, байрам хөрмәтенә урам, йорттарҙы биҙәү өсөн яҡтыртылған төрлө
703