ИЛТЕР
алышырмын, Пәйғәмбәрҙең исеменә дан ҡушырмын. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ИЛСЕ II (Р.: главный сват; И.: chief matchmaker; T.: elçi) и. диал.
1. Баш ҡоҙа. □ Главный сват. Ҡыҙ йортона илсе ебәреү.
2. ҡар. димсе.
ИЛСЕБАЙ Л АР (Р.: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Байлар башҡорттарының аймаҡ исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир-байларцев. Илсебайлар аймағы башҡорто.
ИЛСЕҒОЛ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени юрматы.
ИЛСЕКТИМЕР (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Юрматы ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени юрматы.
ИЛСЕКӘЙ-ИЛ-КҮЛ-МЕҢ (Р: название башкирского рода; И.: name of the eastern Bashkir clanal subdivision; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ҡәбиләһенә ҡараған бер башҡорт ырыуының исеме. □ Название башкирского рода племени мин.
ИЛСЕКӘЙ МЕҢ (Р: название одного из родовых подразделений башкир; И.: one of Bashkir clan names; T.: bir Başkurt soyunun ismi) и. этн.
Мең ырыуына ҡараған бер башҡорт аймағының исеме. □ Название одного из родовых подразделений башкир племени мин.
ИЛСЕЛЕК (илселеге) (Р: посольство; И.: embassy; T.: büyükelçilik) и.
Бер илдең икенсе илдәге дипломатик вәкәләте һәм шул вәкәләт урынлашҡан йорт. □ Посольство, консульство. ■ Ике яҡ бер-береһенең телен аңлап еткермәһә лә, илселектең ҡағиҙәләрен беләләр ине.
3. Ураҡсин. [Мәҙинәнең] атаһы ғәрәп мәм-ләкәтендәге Рәсәй илселегендә тәуҙә драгоман, аҙаҡ илсе урынбаҫары булып хеҙмәт итә. Ә. Хәкимов. Бигерәк тә елкәгә йөкмәлгән йомош ғәҙәти булмағанда, дәғүәле-низағлы булғанда, илселектең ауырлығы ныҡ һиҙелә. К. Мәргән. [Таһир] бер көн Совет илселегенән эмигранттар менән осрашырға берәү килеп, ҡайтырға өндәгәс, тәүәккәлләгән. М. Хужин. Фирғәнәнең һуңғы хөкөмдары Хоҙаяр Хандың ейәне Исламбәк Хоҙаярханов илселектә кәтип булып хеҙмәт итә ине. Ә.-З. Вәлиди.
ИЛ СИГЕ (Р: граница; И.: boundary, border; T.: sınır) и.
Бер ил менән икенсе илде айырып торған урын. □ Граница. Ил сигендә хеҙмәт итеү. ■ Ҡарсығалай үткер ялан егетен ил сигенә һаҡсы иттеләр. Ҡ. Даян. [Хәмит:] Лётчиклыҡҡа уҡып сығып, ил сигендә хеҙмәт итергә хыялланам. Д. Бүләков.
ИЛТАБАН с. диал. ҡар. уҫал 1.
ИЛТЕЛЕҮ (илтел-) ҡ. төш. ҡар. илтеү. страд, от илтеү.
ИЛТЕП БИРЕҮ (илтеп бир-) ҡ. ҡар. илтеү. ■ Игентауҙа таш соҡойҙар, .. теләгән кеше шул ташты килеп ала, хәленән килмәгәненә Ҡотлоярҙар үҙҙәре илтеп бирә. Р. Камал.
ИЛТЕП ҠУЙЫУ (илтеп куй-) ҡ. ҡар. илтеү. Балаларҙы илтеп ҡуйыу.
ИЛТЕП ТАШЛАУ (илтеп ташла-) ҡ. ҡар. илтеү.
ИЛТЕР [боронғо төрки илек тиреһе һүҙенән] (Р: мерлушка; И.: lambskin; T.: kuzu kürkü) и. диал.
Йәш бәрәс тиреһе. □ Мерлушка, смушка. / Мерлушковый, смушковый. Илтер тун. К Улар [ҡыҙҙар] баштарына ирҙәр кейә
23-1.0116.12
705