Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 707


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЛҺАМ ШИШМӘҺЕ
Иғтибарһыҙ ғына. □ Невнимательно, неучтиво. ■ [Усман ] ярайһы таушала төшкән ҡалын дәфтәрҙе .. иҫке хөрәфәттер, ахыры, тип илтифатһыҙ ғына ситкә һалғайны. Г. Ғиззәтуллина. Ҡолбаев илтифатһыҙ ғына әйтеп ҡуйҙы: «Ғумер буйына берәр бөртөкләп тегенән-бынан йыйылған инде шунда». Н. Мусин.
ИЛТИФАТҺЫҘ БУЛЫУ (илтифатһыҙ бул-) (Р.: быть неблагосклонным; И.: not to be gracious; T.: iltifat etmemek) ҡ.
Кешегә ҡарата иғтибарһыҙ булыу.
□ Быть неблагосклонным. Ата-әсәгә илтифатһыҙ булыу.
ИЛТИФАТҺЫҘЛЫҠ (илтифатһыҙлығы) (Р: невнимательность; И.: inattention; T.: dikkatsizlik) и.
Иғтибарһыҙлыҡ, диҡҡәтһеҙлек. □ Невнимательность, нечуткость, бездушие. Илтифатһыҙлыҡ курһәтеу. Илтифатһыҙлыҡ арҡаһында.
ИЛТИФАТҺЫҘЛЫҠ КҮРҺӘТЕҮ (илтифатһыҙлыҡ күрһәт-) ҡ. ҡар. иғтибарһыҙлыҡ күрһәтеү.
ИЛТТЕРЕҮ (илттер-) ҡ. йөкм. ҡар. илтеү. понуд. от илтеү.
ИЛХАН (Р: титул хана; И.: khan; Т: һап) и. тар.
Боронғо төрки дәүләттәрҙә хан титулы.
□ Титул хана в древнетюркских государствах. Илхан дәрәжәһенә кутәрелеу.
ИЛҺАМ [ғәр. eW] (Р: вдохновение; И.: inspiration; T: ilham) и.
Эшкә, ижадҡа көс, дәрт уятҡан күтәренке рух. □ Вдохновение, воодушевление. ■ Ә бына илһам килгән мәлдәрен, болот аҫтынан да балҡып торған ҡояш кеуек һис кенә лә ҡаплап, йәшереп ҡуйыу мөмкин тугел. Г. Ғиззәтуллина. [Таңһылыу:] Беҙ ҡартаябыҙ, илһам да, көс тә, һаулыҡ та, хыял да, мөхәббәт тә беҙҙән алыҫая бара төҫлө. Р. Камал.
ИЛҺАМ ҠОШО (Р: птица вдохновения; И.: muse; T: ilham kaynağı) и.
Илһам сығанағы, ижад дәрте; муза.
□ Птица вдохновения. М [Сәйфтең] баш
лаған шиғырҙары тамамланмай ята. Уның бөләңгерт хистәренән ҡурҡҡан кеуек, илһам ҡошо яҡында ғына осоп йөрөһә лә, шағирҙың иңбашына ҡунмай. Ә. Хәкимов.
ИЛҺАМЛАНДЫРЫУ (илһамландыр-) ҡ. йөкм. ҡар. илһамланыу, понуд. от илһамланыу. Изге эшкә илһамландырыу. ■ Ул [куркәм мөхит булдырыу] куңелеңде илһамландырыу, киләсәккә талпынып йәшәу сығанағы ғына тугел, ә ырыҫ, ҡот һәм йәм өҫтәп тороусы ныҡлы нигеҙ ҙә булырға тейештер. «Башҡортостан ҡыҙы», № 10, 2011.
ИЛҺАМЛАНЫУ (илһамлан-) (Р: вдохновляться; И.: be (feel) inspired; T.: ilham almak) ҡ.
Эшкә, ижадҡа теләк, дәрт тойоу; дәртләнеү. □ Вдохновляться, воодушевляться. // Воодушевление. Илһамланып йәшәу. ■ Ул [йыр башлаусы], бөтә ғәмен йырға биреп, бик хисләнеп, мөкиббән китеп йырлай, уҙенең илһамланыуын башҡа һалдаттарға ла йоҡтора. Д. Юлтый.
ИЛҺАМЛЫ (Р: вдохновлённый; И.: inspired; T.: ilhamlı) с.
1. Илһам менән һуғарылған. □ Вдохновлённый. ■ Искәндәрҙең тәуге шиғыр-хикәйәләре гел илһамлы, яҡты хисле ине. Ә. Хәкимов.
2. Илһам уятҡан, илһам биргән. □ Вдохновляющий. ■ Уны яратҡан ғәзиз кешенең һәм Йәмиләнең генә төйәге булған был илһамлы донъя уның куҙ алдында юҡҡа сыға, тарҡала. Г. Ғиззәтуллина. • Илһамлы хеҙмәт — илгә ҡеуәт. Әйтем.
ИЛҺАМСЫ (Р: вдохновитель; И.: in-spirer; T.: ilhamcı) и.
Илһам биреүсе. □ Вдохновитель. ■ Ерҙә ҡыҙҙар, нурлы йөҙҙәр — йәш куңел илһамсыһы. Б. Ишемғол.
ИЛҺАМ ШИШМӘҺЕ (Р: источник вдохновения; И.: source of inspiration; T.: ilham kaynağı) u.
Дәрт, көс, күңел күтәренкелеге биргән сығанаҡ. □ Источник вдохновения, воодушевления. Илһам шишмәһе һайығыу.
23*
707