ИЛҺЕҘ
ИЛҺЕҘ (Р.: без страны; И.: landless; raving no own country; T: devletsiz) c.
Иле булмаған. □ Безземельный, без страны. ■ Беҙ тиҙҙән уҙ тыуған илебеҙҙә — илһеҙ, ата-бабабыҙ ҡан менән йыуып һаҡлаған төбәктә — ерһеҙ булып ҡаласаҡбыҙ! 3. Биишева. • Илдә булһа, улмәҫһең, илһеҙ көнөң курмәҫһең. Әйтем.
ИЛҺЕНЕҮ (илһен-) (Р.: прижиться на новом месте; И.: get accustomed (to a place); T.: alışmak) ҡ.
Йәшәгән ерҙе үҙ итеү, яҡын күреү; ерһенеү. □ Прижиться на новом месте. Cum илдәрҙе илһенмәу. ■ Илеңде илһенмәйем, ереңде ерһенмәйем, уҙ илемә ҡайтайым, ҡайтайым, ау, ҡайтайым! А. Игебаев.
ИЛҺЕРӘҮ (илһерә-) (Р: скучать по родине; И.: miss one’s homeland; T.: yurt hasreti çekmek) ҡ.
Илдән яҙып зарығыу. □ Тосковать, скучать по родине. // Тоска по родине, ностальгия. Сит ерҙәрҙә илһерәп йөрөу.
ИЛҺӨЙӘР (Р.: патриот; И.: patriot; T: vatansever) и.
Тыуған илен ныҡ яратҡан, үҙ иле өсөн янған кеше. □ Патриот. Илһөйәр булыу.
ИЛҺӨЙӘРЛЕК (илһөйәрлеге) (Р: патриотизм; И.: patriotism; T: vatanseverlik) и.
Тыуған илгә булған һөйөү хисе. □ Патриотизм. / Патриотический. Илһөйәрлек хисе. ■ Ҡаһарманлыҡ менән илһөйәрлекте бергә туҡып бик тә сифатлы эшләнгән ике спектакле менән ул [Илъяс] уҙен тиҙ арала һәр йәһәттән раҫланы. Г. Ғиззәтуллина. Ағиҙел — һәр ҡайһыбыҙға уҙенсә ҡәҙерле, матур иҫтәлектәр менән байытыла, шул уҡ ваҡытта илһөйәрлек, милли ғорурлыҡ тойғоһо уятып, гузәллекте, мәңгелекте кәу-ҙәләндерә. «Ағиҙел», № 4, 2010.
ИЛ-ҺҮЛ и. йыйн. ҡар. ил-һыу. ■ [Йылҡыбай — Аллабирҙегә:] Ил-һулде ҡурсыу һыҙ ҡалдырыуың бар. «Алдар менән Зөһрә».
ИЛ-ҺЫУ (Р: родина; И.: native land; homeland, motherland, fatherland; T: yurt) и. йыйн.
Тыуған ил, тыуып үҫкән ер. □ Родина, родные места, родной край. ■ Тарауыл ҡарт Һәубәндән ил-һыу именлеген һорашҡан. «Аҡбуҙат».
ИЛӘ бәйл. иҫк. кит. ҡар. менән. ■ [Салауат — халыҡҡа:] Беҙ ныҡ торабыҙ, һеҙ ҙә Хоҙай ярҙамы илә ныҡ тороғоҙ. Имза ҡуйҙым — бригадир Салауат Юлаев. Б. Рафиҡов. Беҙ бөрйән араһында фәнни бер маҡсат илә кермәнек. Ә.-З. Вәлиди.
ИЛӘЙМӘН (Р: вождь; И.: leader; T: reis) и. иҫк.
Ил башлығы. □ Правитель страны, вождь. • Ил ятһа ла, Иләймән ятмаҫ. Әйтем.
ИЛӘК I (иләге) [дөйөм төрки эл-гэк (эл ‘ҡул’) ‘иләк’] (Р: решето; И.: sieve; T: elek) и.
1. Он, ашлыҡ һ. б. таҙартыу өсөн ваҡ селтәр менән төп ләп, тирәсләп эшләнгән ҡорамал. □ Решето, сито. / Решётный. ■ [Ҡарт] иләккә бик һәйбәтләп яңы тирәс ҡуйып биргән. 3. Биишева. [Сөнәғәт] Фатиманың кем ҡыҙы икәнен кисә Хәбибуллаға әйтмәгәйне. Ләкин быны аҙаҡ барыбер әйтергә тура киләсәк, әйтмәһәң дә беленәсәк: иләк эсендә һыу торамы ни. Ж. Кейекбаев. Өйҙә бер әбей кунәктәге һыуҙы иләктән уткәреп ултыра. Әкиәттән. • Ил ауыҙына иләк ҡаплап булмай. Әйтем.
2. Нимәнеңдер сүп-сарын, эре-тороһон айыра торған селтәр яйланма. □ Просеивающее устройство. Ҡом иләр өсөн тимерҙән иләк эшләу.
3. миф. Күҙ тейеүҙән имләгәндә ҡулланылған әйбер. Башҡорттарҙа иләк менән бәйле тыйыуҙар ҙа һаҡланған. □ Сито (используется при заговаривании сглаза. Также у башкир существуют и запреты, связанные с ситом). ■ Ҡуҙ тейгәндә баланы иләк аша өшкөрәләр. Иләк аша ҡарама, кейәуең шаҙра булыр. Башҡорт мифологияһынан.
♦ Иләк ауыҙ ауыҙында һүҙ тормаған кешегә әйтелә. □ Болтун, болтунья. Иләк менән һыу ташыу буш эш менән булыу. □ Толочь воду в ступе (пустая трата времени). Иләктән силәккә йәки силәктән
708