иләсә
ИЛӘСӘ и. диал. ҡар. бейәләй.
ИЛ-ӘСӘ (Р.: родина; И.: native land; T.: ana vatan) и.
Тыуған ил. □ Родина. Ил-әсәгә хеҙмәт итеу. Ил-әсә алдында бурысты утәу.
ИЛ ӘСӘҺЕ и. ҡар. ағинәй. ■ «Ҡу-ҙыйкурпәс менән Маянһылыу» эпосында ғәҙеллекте, ырыу-ара татыулыҡты яҡлаған ҡурҡыу белмәҫ Ҡарабай, батырҙы төрлө хәуефтән ҡурғып йөрөр изгелекле әулиә, .. ил әсәһен кәуҙәләндергән Алтыша, курәҙәлек ҡылыусы Мәскәй, батыр егеттең мәкерле дошманы ҡутыр башлы Ҡолтор таҙ кеуек образдар ҙа бар. М. Сәғитов.
ИЛӘҪ [боронғо төрки злее] (Р: игривый; И.: playful; frivolous; skittish; T: oynak) c.
Йәшлек тойғоһо менән болоҡһоған, елкенеп торған. □ Игривый, шаловливый. ■ Бер тоҡанһа иләҫ йөрәктәрҙә ысын мөхәббәттең ялҡыны, һундерә алмаҫ бергә ҡушылһа ла ике донъяның бар һалҡыны. С. Ҡудаш. Иләҫ куңелле ҡыҙ баланың батыр ҙа булыр һөйгәне. «Алпамыша».
ИЛӘҪЛӘНДЕРЕҮ (иләҫләндер-) ҡ. йөкм. ҡар. иләҫләнеү, понуд. от иләҫләнеү.
ИЛӘҪЛӘНЕҮ (иләҫлән-) (Р: волноваться; И.: be nervous; be worried, be uneasy; T.: heyecanlanmak) ҡ.
1. Төрлө тойғо менән болоҡһоу, елкенеү. □ Сильно тревожиться, волноваться, беспокоиться. ■ [Сөләймәнде] хәтеренә төшкән ваҡиғалар татлы болоҡһоуы менән иләҫләндерҙе генә. Г. Ғиззәтуллина. Ғөбәйҙулла солтандың иләҫләнеп ултырғанын куреп, Аҡмулла йылмайып ҡуйҙы ла уҙе яратҡан башҡорт халыҡ йыры «Уйыл»ды һуҙып ебәрҙе. Ф. Янышев.
2. Иҫ-аң томаланыу, миңгерәүләнеү, аңра һымаҡ булыу. □ Ошалеть, одуреть. ■ Хужа уның [Үтәғол ҡаҙаҡтың] ҡабырғаһына нығыраҡ типкәйне, төнгө ҡунаҡ, уҙенең ҡайҙа һәм ни эшләп ятыуын онотоп, иләҫләнеп, торайым тигәнсе, башын урындыҡ йөҙлөгөнә бәрҙе, ауыртыуға туҙмәй ыңғырашып ҡуйҙы ла, ҡаҙаҡсалап һугенде. 3. Ураҡсин.
3. Аҡылдан яҙыу, аҡылға еңеләйеү. □ Дуреть. ■ Аптырағас, оло имсене саҡырып, иләҫләнгән ҡыҙҙарын имләтергә ҡарар ҡылдылар [Рамғун менән Зәмбилә]. 3. Ураҡсин.
ИЛӘҪ-МИЛӘҪ (Р: переменчивый; И.: changeable; T: kararsız) с.
1. Тиҙ генә үҙгәреүсән (уй-тойғоға ҡарата). □ Переменчивый, непостоянный, изменчивый (о характере, о расположении духа). ■ Куңеле иләҫ-миләҫ булып уянды ла Мәҙинә, куҙенә төйөлгән йәште һыпырып, карауат эргәһендәге тәпәш өҫтәлдән һыулы стаканды урелеп алды. Ә. Хәкимов. Әх-нәфтең былай ҙа иләҫ-миләҫ килә башлаған куңеле наҙлы ҡағылыуҙан бөтөнләй ирене лә китте. Картотека фондынан. Мәрйәмдең аҡҡоштай һыны ҡараҡ шикелле һағалап боҫоп ҡына килә лә куҙ алдыма тере булып баҫа, уҙ ихтыярымдан тыш куңелемде иләҫ-миләҫ килтереп, рәхәт иттереп ҡытыҡларға тотона. Д. Юлтый.
2. Еңел-елпе. □ Легкомысленный, ветреный. Иләҫ-миләҫ ҡыҙ. ■ Атаһының ризалығын алып, Ғарифулла йортона килен булып төшөргә йөрөгән иләҫ-миләҫ ваҡыты ине [Мәстурәнең]. Ә. Хәкимов.
3. кусм. Инәле-сығалы, килделе-киттеле (uç-аңға ҡарата). □ Слегка помешанный, тронутый.
4. Күренер-күренмәҫ. □ Едва заметный, еле видный. Иләҫ-миләҫ шәулә. ■ Иләҫ-миләҫ иткән бер ҡарасҡы куренде. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ИЛӘҪ-ЯЛАҪ (Р: едва заметный; И.: barely noticeable, visible, evident; T: belirsiz) с. һөйл.
Күренер-күренмәҫ, ялп-йолп. П Едва заметный, еле видный. Иләҫ-ялаҫ ҡына куренеп ҡалыу.
ИЛӘТЕҮ I (иләт-) ҡ. йөкм. ҡар. иләү I. понуд. от иләү I.
ИЛӘТЕҮ II (иләт-) ҡ. йөкм. ҡар. иләү II. понуд. от иләү II.
ИЛӘТЕҮ III (иләт-) ҡ. йөкм. ҡар. иләү III. понуд. от иләү III.
710