ИЛӘҮ
ИЛӘТЛЕК (иләтлеге) (Р.: редколесный косогор; И.: hillside with sparse wood on; T.: seyrek ağaçlı yamaç) и. диал.
Һирәк ағаслы сағыл. □ Редколесный косогор.
ИЛӘТӘН и. диал. ҡар. әрмәк.
ИЛӘҮ I (илә-) (Р: просеивать; И.: sift; screen; T.: elemek) ҡ.
1. Иләк аша үткәреп, сүп-сарҙан, эре-торонан таҙартыу. □ Просеивать. // Просеивание. Арпа иләу. Ашлыҡ иләу. ■ [Атаһы:] Ипләп йөрөтһәң, он иләгәндә бармаҡтарың менән матҡып тотмаһаң, оҙаҡҡа туҙер,— тигән. 3. Биишева.
2. кусм. һөйл. Ҡаҡҡылап һуҡҡылау, дөмбәҫләү. □ Крепко побить. Беҙҙең алғы линияны еңел снарядтар иләп алды. Д. Юлтый.
ИЛӘҮ II (илә-) (Р: прясть; И.: spin; T.: eğirmek) ҡ.
Йөн, киндер һ. б. орсоҡ ярҙамында өйрөлтөп һуҙып еп итеү. □ Прясть. //Прядение. ■ Йорт һөнәрселеге (етен талҡыу, еп иләу, киндер, балаҫ һуғыу, тегем тегеу), .. һ. б. бик куп хеҙмәт төрҙәре тураһындағы йомаҡтар ҙа ифрат ҡыҙыҡлы һәм ҙур иғтибарға лайыҡ. Ф. Нәҙершина. Яҙғы йөн, йәғни баҡта, куберәк иләу-бәйләуҙә ҡулланыла, тушәк-юрған, арҡыры юрған яҙғы йөндән эшләнә. «Башҡортостан ҡыҙы», № 3, 2010.
ИЛӘҮ III (илә-) (Р: выделывать кожу; И.: dress; curry; T.: sepilemek) ҡ.
1. Сей тирене махсус ысул менән эшкәртеү. □ Выделывать кожу, шкуру, дубить кожу. // Выделывание, выделка, дубление (кожи, шкуры). ■ Һыу буйына уҡ төшөрөп ултыртҡан тире иләу заводынан килгән әсе еҫ танауҙы ҡырҡып бара, уға көйөк еҫтәре ҡушыла. 3. Ураҡсин. [Башҡорттар] кусмәлекте ташлау менән .. кейем-һалым тегеу, тире иләу, йөн буяҡлау, ебәк менән сигеу кеуек нәмәләрҙе лә онотоп баралар. М. Өмөтбаев. Бейә бәйләу, ҡымыҙ яһау, тире иләу, балаҫ, киндер һуғыу, тора-бара ураҡ урыу, кәлтә бәйләу — ҡыҫҡаһы, йорт-хужалыҡ эштәренең барыһы ла улар [башҡорт ҡатын-ҡыҙҙҙары] ҡулынан уткән. Ф. Нәҙершина.
2. кусм. Күп тотоноп, кейеп әрһеҙләү, таушалдырыу, туҙҙырыу. □ Истрепать, износить что небрежной или долгой ноской. Машинаны иләу. Кейемде иләу.
ИЛӘҮ IV (Р: род; И.: elan; T.: soy) и. иҫк.
1. Бер йәмғиәт рәүешендәге төркөм; ырыу. □ Род. Бөрйән иләуе. ■ Ҡыпсаҡтар ғына тугел, бутән иләуҙәр ҙә уның [Туҡтамыш хандың] ауыҙына ҡарай башланы. Ә. Хәкимов.
2. Бәләкәй административ-террито-риаль берәмек; олоҫ (волость). □ Волость. ■ Губернатор яңыраҡ ҡына бөтә иләу старшиналарын Ырымбурға саҡыртҡайны. Ғ. Ибраһимов.
ИЛӘҮ V (Р: муравейник; И.: anthill; T.: karınca yuvası) и.
1. Төрлө сүп-сар, ағас, тупраҡ һ. б. өйөп эшләгән ҡырмыҫҡа ояһы. □ Муравейник. ■ Иртәгеһен Табылды урамы, ҡояш кәртә буйы кутәрелмәҫ элек, ҡырмыҫҡа иләуен хәтерләтә ине. М. Хужин. Дуңгәктең мукләнгән яғында ике-өс йыллыҡ бөрөләнгән ике ҡуш сауҡа уҫә, ә ҡаршыһында ҙур ҡырмыҫҡа иләуе йәйелгән. Я. Хамматов. Ҡырмыҫҡа иләуе йәйелһә — көн яҡшыра. Көҙгә табан ҡырмыҫҡа иләуҙәре ҙурайһа, ҡыш ҡаты килә. Һынамыш.
2. диал. Эркеү, күс. □ Косяк, стая; рой. ■ Тәуге мәлдә Һабрау, эштән әҙ генә бушанымы, дәресен әҙерләй һалып, Сәмәрҡәндтең зиннәтле һарайҙарын, куккә олғашҡан йылтыр көмбәҙле ғибәҙәтханаларын, ҡорт иләуе кеуек мыжғыған баҙарҙарын тамаша ҡылып йөрөнө. Ә. Хәкимов.
♦ Ҡырмыҫҡа иләүе һымаҡ ҡайнап торған күмәк халыҡҡа әйтелә. □ Людно. Ҡырмыҫҡа иләүенә таяҡ тығыу шау-шыуҙы, талаш-тартышты тағы көсәйтеүгә бер сәбәп сығарыу; ҡуҙғытыу. □ Возбуждать, взбудораживать.
ИЛӘҮ VI (Р: вспыльчивый; И.: hot-tempered, quick-tempered; irascible, hasty; peppery; T.: öfkeli) c.
Ҡапыл ярһып, ҡыҙып китеүсән; сыҙамһыҙ. □ Горячий, вспыльчивый; резвый. Иләу ат. Иләу кеше.
711