Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 712


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИЛӘҮ
ИЛӘҮ VII (Р.: помешанный; И.: insane; T.: deli) с. миф.
Хыялый, аҡылынан яҙған. □ Помешанный; мифологизированное лицо. Иләүгә әйләнеү.
ИЛӘҮ АҒАҺЫ (Р.: родоначальник; И.: ancestor, forefather; clan chief; T.: kurucu ) и.
1. Ырыу башлығы. □ Родоначальник. Иләү ағалары йыйыны. Иләү ағаһы һайлау.
2. Олоҫ (волость) башлығы. □ Волостной старшина. ■ Арыҫлан, иләү ағаларына иҫәп тота, уларҙы үҙ янына тупларға тырыша. Ғ. Ибраһимов.
ИЛӘҮЕРӘҮ (иләүерә-) ҡ. диал. ҡар. иләүһерәү 1. ■ Өйөр эсендә бер-береһенә һырығып, йылынып йоҡлап торған ҡолоҡайҙар, ел үтеп инеүенә иләүерәп, уянып киттеләр ҙә, асығып, һәр береһе инәләрен супылдатып имергә кереште. С. Ильясов.
ИЛӘҮЕС и. диал. ҡар. һоҫҡо. Иләүес менән көл алыу.
ИЛӘҮЛӘҮ (иләүлә-) (Р: метаться от испуга; И.: dash; T.: korkudan dört dönmek) ҡ.
1. Тертләп ҡапыл тулап китеү (атҡа ҡарата)', биленләү. □ Метаться от испуга (о лошади). Атым иләүләп китеп, күҙенә аҡ-ҡара күренмәй, сабырға тотондо.
2. ҡар. иләүһерәү 1. Шартлау тауышына иләүләп уяныу.
3. диал. ҡар. илереү 1. Иләүләп йөрөү.
ИЛӘҮҺЕРӘҮ (иләүһерә ) (Р: про-
снуться в испуге; И.: wake up in a fright; T.: korkudan uyanmak) ҡ.
1. Йоҡлағанда ҡапыл ҡурҡып, иләҫләнеү. □ Проснуться в испуге, в страхе. Иләүһерәп уяныу.
2. ҡар. иләүләү 1. Иләүһерәп китеү.
ИЛӘШЕҮ I (иләш-) ҡ. урт. ҡар. иләү I. взаимн. от иләү I.
ИЛӘШЕҮ II (иләш-) ҡ. урт. ҡар. иләү II. взаимн. от иләү II.
ИЛӘШЕҮ III (иләш-) ҡ. урт. ҡар. иләү III. взаимн. от иләү III.
ИЛӘШЕҮ IV (иләш-) ҡ. диал. ҡар. эйәләшеү.
ИМ [дөйөм төрки эм "сара, дауа, дарыу’] (Р: заговор; И.: magic (voodoo) treatment; T.: büyü ile tedavi görmek) u.
1. Ырым, им-том. □ Заговор, заклинание (болезни). Тойон име. Аҡыҡ име. • Имгэ ҡалған имгәкләп йөрөгән. Мәҡәл.
2. Ауырыуға ҡаршы ҡулланылған сара; дауа, дарыу. □ Лекарство, целебное средство, снадобье. • Һәр ауырыу ҙың үҙ име бар. Мәҡәл. Ярғанатҡа көн юҡ, яманға им юҡ. Мәҡәл.
3. күсм. Нимәгәлер ирешеү йәки ниндәйҙер хәлдән ҡотолоу сараһы. □ Средство, способ; выход. Им эҙләү. Им табыу.
♦ Именә биреү кешене әрләү, кәрәген биреү. □ Сильно ругать. Им булыу һабаҡ, аҡыл булыу. □ Быть уроком, послужить уроком. Бүтән шаярмаҫҡа им булған. Им өсөн дә [юҡ] бер кәрәк нәмә әҙ генә лә булмағанда әйтелә. □ Совсем нет. Ҡояш ҡыҙҙыра, им өсөн дә ямғыр яумай. Им түгел яраған эш түгел, килешмәй тигән мәғәнәлә әйтелә. □ Нехорошо. Ата-әсәне тыңлашмау им түгел инде.
ИМАҠ с. диал. ҡар. ахмаҡ.
ИМАЛЛЫҠ (ималлығы) (Р: дикая утка; И.: wild duck; T: yeşilbaş) и. зоол.
Сумар өйрәктәр ғаиләһенә ҡараған ала төҫтәге ваҡ ҡыр өйрәге (күберәк төньяҡта оялай); һуна өйрәк. □ Разновидность диких уток-нырков, кряква (лат. Anas platy-rhynchos). Беҙҙең күлдәрҙә ималлыҡтар ҙа осрап ҡуя.
ИМАМ [ғәр. еЧ ‘етәксе’] (Р: приходский мулла; И.: parish mulla(h); T.: imam) и. дини.
1. Мәҙрәсәлә, мәсеттә намаҙ уҡытҡан мулла; мәхәллә муллаһы. □ Приходский мулла. ■ Нурисламдың нәҫел-нәсәбе борондан ҡалған. Олатаһы Эстәрле яҡтарында мәшһүр мәсеттең имам хатибы, атаһы, йәнә абруйлы мулла булған, мәҙрәсә тотҡан. Ә. Хәкимов.
2. Ҡайһы бер мосолман илдәрендәге дин һәм дәүләт башлығы. □ Духовный глава — наставник (у мусульман). Имам нәсихәттәре.
3. иҫк. Фекере нигеҙ итеп алынырлыҡ ғалим. □ Учёный.
♦ Имамға ойоу йәмәғәт намаҙына ниәт ҡылып, имам артынан сафтарға теҙелеп
712