Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 738


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНЕС
тәгәрмәс тәгәрләй, уны туҡтатырға әмәл, иң хәтәре — теләк юҡ. Р. Солтангәрәев.
ИНЕС (Р.: подоплёка; И.: lining; T.: astar) и. этн.
Күлдәктең күкрәге менән яурыны тәңгәленә эстән һалынған ҡат. □ Подоплёка (у рубахи). Күлдәккә инес һалыу.
ИНЕСЛӘҮ (инеслә-) (Р: ставить подоплёку; И.: put a lining; T.: astarlamak) ҡ.
Инес ҡуйыу. □ Ставить подоплёку, шить с подоплёкой. Күлдәкте инесләп тегеү.
ИНЕҮ (ин-) (Р: входить; И.: enter; T.: girmek) ҡ.
1. Хәрәкәт итеп (атлап һ. б.) нимәнеңдер эсенә үтеү, эсенә эләгеү; кереү. □ Входить, заходить; заезжать. Залға инеү. Урамдан инеү. ■ Егор Николаевич, бүлмәгә инеү менән, стеналағы Николай батшаның яурындарына алтын уҡалы погондар һалған бер нисә генералдың саң баҫыуҙан тоноҡланған һүрәттәренә, ҡаралтыларҙың уңа төшкән бәрхәт япмаларына күҙ йөрөтөп сыҡты. 3. Ураҡсин. Ул [Ғилман] ышаныслы хәрәкәттәр менән, райүҙәккә инеү менән, рул -де уңға — үҙәк майҙанды урап үтә торған юлға борҙо. Д. Бүләков. • Үләһе мал һаҙға инер. Әйтем. Ана һөтө менән инмәгән, тана һөтө менән инмәҫ. Әйтем. Кеше ҡайғыһы кешегә иртә инә, кис сыға. Әйтем.
2. Ниндәйҙер маҡсат менән кемгәлер йәки ҡайҙалыр барыу. □ Заходить. • Күршеңә онға инмәһәң дә кәлгә инерһең. Әйтем.
3. Билдәле бер сиктең, уртаһы билдәләнгән бер нәмәнең эс яғына үтеү; кереү. □ Проникнуть, пройти (внутрь). Ка-лаға инеү. ■ Илкәйенә ингән яуға ҡаршы ат ҡушаҡлап сапҡан ир яҡшы. Халыҡ йырынан. Ауылға ингәс егет, бынау ҡыҙ минең йөҙөгөмдө алды ла бирмәй, тип янъял ҡуптарҙы, ти. Әкиәттән.
4. Ниҙеңдер эсенә тотош күмелеү, сумыу, батыу. □ Погрузиться. С Ләззәтләнеп һыу инеү ҡайғыһы онотолдо. М. Хужин. Мин [Индрил], һыу инергә тип түҙемһеҙләнеп килгән кеше төҫлө, юл ыңғайында пальтомды һәм башҡа кейемдәремде һалып ырғыта-ырғыта, батыусыға табан атлыҡтым. Д. Юлтый.
Вәзир, рогатканан атылған таштай, күлгә ташланды, һыуға инеү менән уның итектәре үҙҙәренән-үҙҙәре төшөп ҡалдылар. М. Кәрим.
5. күсм. Кешенең аҡыл-зиһененә, кү-ңел-хәтеренә үтеп, урын алыу. □ Впитываться, входить, восприниматься. Йәнгә инеү. ■ Шул уҡ ваҡытта Торатауҙы уратып елеп йөрөгән әлеге йомшаҡ елдәй йомшаҡ, күңелгә, хатта тәнгә, һәр күҙәнәккә майҙай һеңә, наҙлай — үҫмер [Ғәбит] был моңдоң үҙенә ҡағылыуын, йөрәгенә үтеп инеүен дә тоя. М. Ямалетдинов. • Колаҡтан ингән һалҡын һүҙ йөрәккә барып боҙ була. Мәҡәл.
6. күсм. Эш-хәлдең, берәй мәсьәләнең эсенә үтеү, асылын аңлау. □ Вникнуть. ■ Мағазов үтә ахмаҡтарҙан да түгел, оперативкаларҙа оло тауышы менән геүләп киткән була ла, үтә тәрәнгә инергә тырышмай, юғиһә юҡ-бар һүҙ ысҡындырып көлкөгә ҡалып ҡуя. Р. Солтангәрәев.
7. Ниҙелер тишеп эскә үтеү; ҡаҙалыу. □ Втыкаться, вонзаться. Кулға шырау инеү.
8. Ниндәйҙер йәшәү, дауаланыу һ. б. маҡсат менән ҡайҙалыр урынлашыу. □ Устроиться. Дауаханаға инеү.
9. Хөкөм ителеп ябылыу. □ Попасть в тюрьму. Нахаҡһыҙға төрмәгә инеү.
10. Берәр урынға урынлаштырылыу, ҡуйылыу (ашлыҡ, аҡса һ. б. тураһында). □ Заиметь. Кулға аҡса инде.
11. Урынлашыу, һыйыу (һауыттың һы-йышлығына ҡарата). □ Войти (вместиться). Бакка ике күнәк һыу инә.
12. күсм. Нимәгәлер бағышлап бирелеү, ниҙеңдер файҙаһына китеү. □ Вложить, вкладывать. Минең ошо донъяға хәләл көсөм ингән.
13. Эш, хеҙмәт, уҡыу һ. б. ҡабул ителеү; урынлашыу. □ Устроиться; поступить. [Линара:] Германияла уҡыу миңә оҡшаны. Аспирантураға инеү насар булмаҫ ине. Л. Яҡшыбаева. Артабан уның [Василийҙың] батша ғәскәренә хеҙмәткә инеүе, Төньяҡ Кавказда хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыуы һәм шунда тау халыҡтары тарафынан үлтерелеүе билдәле була. М. Хужин.
14. Берәй йәмғиәт һ. б. составына ағза булып ҡабул ителеү, алыныу. □ Вхо-
738