Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 740


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНЕШ
28. Хәл ҡылымдың -п формаһы менән ҡушма ҡылым яһап, эш-хәрәкәттең тамам-ланыуын белдерә. □ С деепричастием на -п основного глагола выступает в качестве вспомогательного глагола и служит для образования сложных глаголов, выражает завершение действия. Инеп китеу. Инеп сығыу. ■ Өйгә ҡайтып ингәс, Әлеукәй атаһына: «Мин уҙе һылыу, уҙе бай кәләш алып ҡайттым»,— тигән ти. Халыҡ ижадынан.
29. диал. Еүешләнеү һ. б. сәбәптән элекке күләмдән тарайыу, ҡыҫҡарыу, бәләкәйләнеү; ултырыу (кейем-һалымға ҡарата). □ Садиться, давать усадку. Кулдәгем бер йыуыуҙа инде.
♦ Ауыҙға инерҙәй булыу йәки ауыҙға инеп барыу ҡар. ауыҙ. Аяғы инһә, башы инмәгән яңы ғына урынлашҡан, төпләнеп тә бөтмәгән, тигән мәғәнәлә ҡулланыла. □ Ноги вошли, но голова ещё не вошла. соотв. На птичьих правах (находиться). Инеп килеү һырлығыу. □ Льнуть. Кешенең куҙенә инеп килеу. Инер тишек тапмау ҡар, тишек I. Йәнгә инеү ҡар. йән. Ҡырк төргә инеү ҡар. кырҡ. Рәткә инеү ҡар. рәт I. Әҙәм рәтенә инеү башҡа кешеләр һымаҡ яҡшы хәлгә күсеү. □ Обрести человеческий облик. Йыуынып, матурланып, әҙәм рәтенә инеу.
ИНЕШ I [дөйөм төрки эң-, эн- ‘ағып төшөү’] (Р.: речка; И.: brook; T.: dere) и.
1. Ер аҫтынан урғылып сығып ағып ятҡан бәләкәй һыу сығанағы, шишмә. □ Речка; ручей; родник. Инеш һыуы һалҡын була. ■ [Николай Петрович:] Минең уйымса, ошо тумәләстең башындамы, кукрәгендәме көслө инеш булған булырға тейеш. 3. Ураҡсин. Кайҙа ҡарама — ағас, ҡайҙа ҡарама — инеш тә шишмә, һыуҙары шул тиклем саф, хатта ҡул тығырға ҡыймаҫһың. К. Мәргән. Йылғалар кескәй инештәрҙән башланған кеуек, ҙур эштәр ҙә бәләкәсенән барлыҡҡа килә. Д. Бүләков.
2. Ниҙеңдер башы, башланғысы. □ Начинание; начало. R [Сөләймән:] Инештән йыраҡ китеп өлгөрмәгән балалар менән инешкә яҡынайып килгән ҡарттар бер-береһен яҡшыраҡ төшөнә һәм бер-береһенә нығыраҡ оҡшай, тиҙәр бит. Г Ғиззәтуллина.
ИНЕШ II (Р: введение; И.: introduction; T.: giriş) и.
Телмәрҙең, яҙма хеҙмәттең йәки музыкаль әҫәрҙең башланғыс өлөшө. □ Введение, вступление; предисловие. / Вступительный. Инеш һуҙ. Инеш мәҡәл. R «Башҡорт русалкаһы» поэмаһының инеш һуҙендә Владимир Иванович уҙе куреп белгән башҡорт халҡы тормошон, көнкурешен ихлас һәм яратып һурәтләне. Я. Хамматов.
ИНЕШ III и. диал. ҡар. ишек 1.
ИНЕШ ЖУРНАЛЫ (Р: входная книга; И.: income(s) register; T.: gelir hanesi) u.
Килгән аҡсаны теркәй торған бухгалтер кенәгәһе. □ Входная книга, приход. Инеш журналына ҡул ҡуйыу.
ИНЕШКӘКЛЕ с. диал. ҡар. кәрше 1.
ИНЕШ ҺӨЙЛӘМ (Р: вводное предложение; И.: parenthetic clause; T.: iç cümle) и. гром.
Һөйләмдең башҡа киҫәктәре менән грамматик яҡтан бәйләнмәгән, һөйләмдә әйтелгән фекерҙә һөйләүсенең мөнәсәбәтен күрһәтеү йәки асыҡлау өсөн ҡулланылған һөйләм. □ Вводное предложение. Интонация йәһәтенән инеш һөйләмдәр хәбәр, һорау, өндәу-вокатив һөйләмдәр формаһында килергә мөмкин.
ИНЕШ ҺҮҘ (Р: вводное слово; И.: parenthesis; T.: geçiş kelime) и. гром.
Һөйләмдең башҡа киҫәктәре менән грамматик яҡтан бәйләнмәгән, һөйләүсенең йәки яҙыусының әйтелгәнгә ҡарата фекерен, ҡарашын белдергән һүҙ. □ Вводное слово. R һөйләмдең төрлө урынында бирелеусе, синтаксик функция утәмәусе «ахыры», «исмаһам», «бәлки» һ. б. инеш һуҙҙәр өтөр менән айырыла. Ғ. Сәйетбатталов.
ИНЕШ ҺҮҘБӘЙЛӘНЕШ (Р: вводное словосочетание; И.: introductory phrase; T.: iç tümce) и. гром.
Һөйләмдең башҡа киҫәктәре менән грамматик яҡтан бәйләнмәгән, һөйләмдә әйтелгән фекерҙә һөйләүсенең мөнәсәбәтен күрһәтеү йәки асыҡлау өсөн ҡулланылған һүҙбәйләнеш (мәҫәлән, һуҙ юҡ, дөрөҫөн әйткәндә). □ Вводное словосочетание. Һөй
740