Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 741


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНИЦИАТИВА
ләмдән инеш һүҙбәйләнештәрҙе табыу. Инеш һүҙбәйләнештәрҙе билдәләү.
ИНЕШ ХУЖАҺЫ (Р: дух родника; И.: spring’s spirit; T.: kaynak ruhu) и. миф.
Шишмә эйәһе. □ Дух, хозяин родника. ■ һәр инештең хужаһы, эйәһе була. Башҡорт мифологияһынан.
ИНЕШҮЛӘН (Р: поручейница; И.: perennial plant species; T.: Catabrosa) и. бот.
Нәҙек һабаҡлы, ваҡ сәскәле күп йыллыҡ үлән. □ Поручейница (лат. Catabrosa aqua-tica).
ИНЖЕКТОР [рус. < лат. injectare] (Р: инжектор; И.: injector; T.: enjektör) и. тех.
Пар һәм газдарҙы һәм шыйыҡлыҡты төрлө аппарат һәм резервуарҙарға ҡыҫып тултыра һәм саптыртып ағыҙа торған насос. □ Инжектор. Инжекторҙы алыштырыу. Инжекторҙы таҙартыу.
ИНЖЕНЕР [рус. < фр. ingenieur\ (Р: инженер; И.: engineer; T.: mühendis) и.
Юғары техник белеме булған белгес. □ Инженер. Инженер капитан. Баш инженер. Тау инженеры. ■ Маһи әсәһе тоҫмаллаған бай сауҙагәр улын минһемәне, тимер юл инженеры булып эшләгән Ашраф исемле егеткә сығырға ҡырталашты. Ә. Хәкимов. Хәсәндең балалары ла уҡырға шәп булып сыҡты. Береһе — рәссам, икенсеһе — инженер, өсөнсөһө — уҡытыусы. М. Хужин. Юлдаштың атаһы Буранбай ағай — инженер. 3. Биишева.
ИНЖЕНЕРЛЫҠ (инженерлығы) (Р: инженерство; И.: engineer’s trade; T. mühendislik) и.
Инженер һәнәре. □ Инженерство. / Инженерный; инженерский. Инженерлыҡ эше. ■ [Азамат — Князевка:]Бындай [алдаҡ]юл менән эшләгем килмәй аҡсаны, инженерлыҡ намыҫым ҡушмай. Р. Солтангәрәев. Уның [Авзал Ғиззәтовичтың] ныҡышмалылығы, инженерлыҡ эшмәкәрлеге быраулаусыларға бик оҡшай. «Ағиҙел», № 11, 2010.
ИНЖЕНЕР-ТЕХНИК (инженер-техни-гы) (Р: инженер-техник; И.: engineer-technician; T.: teknikçi mühendis) и.
Инженер һәм техник. □ Инженер-техник. ■ Армия хеҙмәтен тултырғас, егет
[Алёша] техникумға ингән, шахтала инженер-техник буласаҡ икән. Г. Яҡупова.
ИНЖЕНӘЙӘТ и. диал. ҡар. енәйәт.
ИНЖИЛ [ғәр. (Р: Евангелие;
И.: Gospel; T.: İncil) и.
Христиан диненең асылын тәшкил иткән китап. (Ғайса пәйғәмбәрҙең тормошо һәм тәғлимәте тураһындағы хикәйәттәрҙән тора)\ тәүраттың бер бүлеге. □ Евангелие. ■ Инжилдә Ғайса пәйғәмбәр үҙе лә табынырға, иман килтерергә, маҡтау-ололауҙар менән зекер итеп торорға лайыҡлы булған изге Зат — Аллаһтың бер генә булыуы тураһында әленән-әле әйтеп тора. Башҡортса дини календарҙан.
ИНЖИР [рус. < фарс. j^] (Р: инжир; И.: fig; T.: incir) и. бот.
1. Көньяҡта үҫә торған эре киртләс япраҡлы емеш ағасы. □ Инжир, смокова, фига (дерево) (лат. Ficus carica). Инжир ултыртыу. Инжир үҫтереү.
2. Шул ағастың емеше. □ Инжир, смокова, фига (плод). / Инжирный. Инжир ҡайнатмаһы. ■ Инжир емешен табиптар шәкәргә алмаш сифатында сабыйҙарға бирергә, ҡартлыҡ ҡорона етеү йәки ауырыу сәбәпле тәне хәлһеҙләнгән кешеләр аҙығында ҡулланырға тәҡдим итә. Башҡортса дини календарҙан.
ИНЖИСӘҘӘП (инжисәҙәбе) и. диал. ҡар. ынйы һиҙәп.
ИНИЦИАЛ [рус. < лат. initials ‘башланғыс’] (Р: инициал; И.: initialis; T.: adının baş harfleri) и.
Исем-фамилияның, атай исеменең баш хәрефтәре. □ Инициал. Инициалды ҡуйыу. Инициалдарҙы яҙыу. Инициалды күрһәтеү.
ИНИЦИАТИВ с. кар. инициативалы.
ИНИЦИАТИВА [рус. < лат. initiare ‘башлау’] (Р: инициатива; И.: initiative; T.: girişim) и.
1. Ниндәйҙер эште башлап ебәреүгә йүнәлтелгән ынтылыш; башланғыс. □ Инициатива; почин, побуждение. ■ Киләсәктә лә ижади эҙләнеүҙәрендә, гражданлыҡ әүҙемлегенә һәм яуаплылығына ынтылышында йәштәрҙең инициативаларын һәр тараф
741