Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 754


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНТЕРФИКС
Төрлө вирустарҙан һаҡлаусы аҡһым.
□ Интерферон (защитный белок).
ИНТЕРФИКС [рус. < лат. inter ‘үҙ-ара’ + focus ‘нығытылған’] (Р.: интерфикс; И.: interfix; T.: interfix) и. лингв.
Морфемаларҙы үҙ-ара бәйләү өсөн ҡулланылған элемент. □ Интерфикс. Интерфикс уҙенсәлектәре.
ИНТЕРЬЕР [рус. < фр. interieur ‘эске’] (Р.: интерьер; И.: interior; T.: enteriyör) и.
1. архит. Бинаның архитектура һәм сәнғәт саралары менән биҙәлгән эске өлөшө. □ Интерьер. / Интерьерный. Театр интерьеры.
2. сәнғ. Бинаның эске күренешен һүрәтләгән рәсем. □ Интерьер. Башҡорт рәссамдары интерьеры.
ИНТИЗАМ [ғәр. jltoJ] (Р: порядок; И.: order; T.: düzen) и. иҫк. кит.
Эш-тормошта урынлашҡан тәртип.
□ Порядок, дисциплина, опредёленный образ жизни. ■ Куп кешенең куҙҙәренә йәш тулды, оҙатыусылар араһында интизам бо-ҙолдо. М. Ғафури. Был заманда милләттең бөтөр нәфуҙе (һуҙ утемлелеге), ҡөҙрәте, ғәйрәте һунеп, йәмәғәт интизамы боҙолор. С. Яҡшығолов.
ИНТИЗАР [ғәр. jûiij] (Р: ожидание; И.: waiting; T.: intizar) и.
Өмөт, көткән нәмә. □ Ожидание; надежда. ■ Әсәй илай минең өсөн, бер курергә интизар. Бәйеттән. Өс йыл булдым инде зар, бер куреугә интизар. Халыҡ йырынан.
ИНТИЗАР БУЛЫУ (интизар бул-) (Р: томиться ожиданием; И.: languish in waiting; T.: beklemek) ҡ.
Бик ныҡ көтөү, зарығып көтөү, зар булыу. □ Томиться ожиданием; ждать страстно, с нетерпением. ■ [Буре:] Үҙем интизар булып ғәйеп баламды эҙләп йөрөуем. «Йософ һәм Зөләйха», [һабрау] тыуған илгенәһен ҡайтып куреу тугел, хатта Сәмәрҡәндтәге дуҫ-ишен курергә интизар булыр ине. Ә. Хәкимов.
ИНТИЗАР ИТЕҮ (интизар ит-) (Р: заставить томиться ожиданием; И.: make languish in waiting; T.: bekletmek) ҡ.
Бик ныҡ көттөрөп зарыҡтырыу; зар итеү. □ Заставить томиться ожиданием.
ИНТИҠАМ [ғәр. с&з»] (Р: месть;
И.: vengeance; T.: intikam) и. иҫк.
Ҡон, үс. □ Месть, отмщение; реванш. Интиҡам алыу. Интиҡам ҡайтарыу.
ИНТИМ I (Р.: интимный; И.: intimate; T.: mahrem) с. кит.
1. Кемдеңдер шәхесенә, шәхси тормошона ҡағылышлы. □ Интимный. Интим темаға ҡағылмау. Интим хат.
2. Тойғо әлкәһенә, эске донъяға ҡағылышлы. □ Интимный. ■ М. Өмөтбаевтың мөхәббәт лирикаһы уға тиклемге башҡорт шағирҙарының интим поэзияһынан купкә юғарыраҡ баҫҡысҡа кутәрелә. Ғ. Ҡунафин. Кайһы бер әкиәттәрҙә гузәллек туранан-тура тугел, ә ҡыҙға геройҙың интим мөнәсәбәтен, ынтылышын һурәтләу аша аңлатыла. Н. Зарипов.
ИНТИМ II [рус. < фр. Intime < лат. intimus ‘иң тәрән’] (Р: интим; И.: intimate; T.: servişme) и.
Енси яҡынлыҡ. □ Интим (об отношениях).
ИНТИҺА [ғәр. *Цч»] (Р: конец; И.: end; Т.: son) и. иҫк. кит.
Нимәнеңдер аҙағы, һуңғы сиге. □ Конец, окончание, истечение (срока). Эштең интиһаһы юҡ.
ИНТИҺАЗ [ғәр. jU4] (Р: использование удобного случая; И.: making use of the occasion; T.: fırsatı kaçırmamak) и. иҫк. кит.
Уңайлы ваҡыттан, мөмкинлектән файҙа-ланыш. □ Использование удобного случая, момента.
ИНТОКСИКАЦИЯ [рус. < лат. in ‘эске’ + гр. toxicon ‘ағыу’] и. мед. ҡар. ағыуланыу.
ИНТОНАЦИОН (Р: интонационный; И.: intonational; T.: tonlama) с.
Интонацияға бәйле. □ Интонационный. Интонацион сара. Интонацион уҙенсәлек-тәр.
ИНТОНАЦИЯ [рус. < лат. intonare ‘ҡысҡырып әйтеү’] (Р: интонация; И.: intonation; Т.: ton) и.
1. кит. Һөйләүсенең эске тойғоһон, кисерешен сағылдырған тауыш үҙенсәлеге.
754