ИНФАРКТ БУЛЫУ
□ Интонация. ■ Барыһы ла мөһим: пауза, тын алыш, интонация .. Тик һуҙҙәр тугел. Г. Ғиззәтуллина. Ул [Ғилман], шулай берсә ғәжәпләнеу, берсә ҡыуаныу интонациялары менән Мәскәу, Мавзолей, метро хаҡында һөйләп уткәс, Артекка, дицгеҙ буйына кусте.
3. Биишева.
2. лингв. Телмәрҙең ритмик-мелодик төҙөлөшө, юғары һәм түбән тауыштарҙың телмәрҙәге сиратланышы. □ Интонация. ■ Һанау интонацияһы менән әйтелгән йомаҡтарҙа етмәгән ижектәрҙе оҙонайтылған паузалар тултырып килә. Ф. Нәҙершина.
3. му з. Көйләгәндә йәки музыка ҡоралында уйнағанда тауыштың, тондың юғары күтәрелеүенең дөрөҫлөгө, сафлығы. □ Интонация.
ИНТРИГА [рус. < фр. intrigue < лат. intricare ‘бутау’] (Р.: интрига; И.: intrigue; Т.: entrika) и.
1. кит. Аҫтыртын этлек; хөсөтлөк.
□ Интрига. Интрига ҡороу. ■ Юғарыла — власть өсөн баш етмәҫлек интригалар, хыянаттар, баш ашауҙар. Г. Яҡупова. Ғимайҙыц уткән көн уныц менән булған ваҡиғаһы иҫенә килеп төштө. Шуныц менән теге интриганың осо ла сыҡҡан һымаҡ булды. И. Насыри.
2. әҙ. Драматик йәки эпик әҫәрҙәге шәхестәр көрәшен күрһәткән ваҡиғаларҙың үҫеш схемаһы. □ Интрига. Ҡатмарлы интрига.
ИНТРИГАН [рус. < фр. intrigant] (Р.: интриган; И.: schemer; T.: entrikacı) и.
Ара боҙоусы, мәкерле кеше. □ Интриган. Интриган булыу.
ИНТРИГАНЛЫҠ (интриганлығы) (Р: интриганство; И.: intriguing; T.: entrika) и.
Интриган булыу хәле. □ Интриганство. Интриганлыҡ менән шөғөлләнеу.
ИНТРОВЕРТ [рус. <лат. intro ‘эскә’ + vertere ‘бороу’] (Р: интроверт; И.: introvert; T.: içe dönük kimse) и.
Үҙ эсенә йомолған кеше; киреһе — экстраверт. □ Интроверт (человек, психический склад которого характеризуется сосредоточенностью на своём внутреннем мире).
ИНТРОДУКЦИЯ [рус. < лат. introductio ‘инеш’] (Р: интродукция; И.: introduction; T.: girişim) и. муз.
Музыкаль әҫәрҙең инеш өлөшө. □ Интродукция. Интродукция яҙыу. Интродукция өҫтөндә эшләу.
ИНТУИТИВ (Р: интуитивный; И.: intuitive; T.: sezgisel) с. кит.
Интуицияға нигеҙле, интуицияға бәйле.
□ Интуитивный. Интуитив рэуештә танып белеу.
ИНТУИЦИЯ [рус. < лат. intueri ‘текләп ҡарау’] и.
1. ҡар. һиҙем. Эске интуиция. Интуицияһы көслө. Интуицияға ышаныу.
2. фәлс. Ысынлыҡты, хәҡиҡәтте дәлилһеҙ туранан-тура аңлап, төшөнә алыу һәләте.
□ Интуиция. ■ [Рафиҡ] ҡапыл ғына фәнни куҙлектән иҫбатлай алмаһа ла, интуицияһы донъяны иман, әхлаҡ ҡотҡарыуын эшкәртә. Л. Яҡшыбаева.
ИНТӘР с. диал. ҡар. иңкеү. Интәр юл.
ИНФАНТ [рус. < исп. infante, -ta < лат. infanms ‘сабый’] (P: инфант; И.: infant prince; T.: İspanya prensi) и.
Испандарҙа принц йөрөткән титул.
□ Инфант (титул принца в Испании).
ИНФАНТИЛИЗМ [рус. < лат. infantilis ‘сабый’] (Р: инфантилизм; И.: infantilism; Т.: infantilism) и. мед.
Кешенең физик һәм психик үҫештә артта ҡалыуы һәм күпмелер дәрәжәлә балалыҡ сифаттарының һаҡланыуы. □ Инфантилизм. Инфантилизм симптомы.
ИНФАНТИЛЬ [рус. < лат. infantilis ‘сабый’] (Р: инфантильный; И.: infantile; T.: çocukça gelişmiş) с. мед.
Инфантилизм хәле. □ Инфантильный. Инфантиль ауырыу.
ИНФАРКТ [рус. < лат. infarctus ‘тулғаҡ, тулған’] и. мед. ҡар. йөрәк өйәнәге. ■ [Әухәт:] Йөрәк инфаркты тәмәке тартҡандарҙа йыш осрай. Г. Яҡупова. Өс бала менән ултырып ҡалды шул Байғусҡарова, Әхтәме инфаркттан у леп китеугәлә байтаҡ ваҡыт утеп киткән. Д. Бүләков.
ИНФАРКТ БУЛЫУ (инфаркт бул ) ҡ. ҡар. йөрәк өйәнәге тотоу.
755