Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 756


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНФЕКЦИОН
ИНФЕКЦИОН [рус. инфекционный} (Р.: инфекционный; И.: infectious; T.: bulaşıcı) с.
Инфекция арҡаһында булған, инфекцияға бәйле. □ Инфекционный. Инфекцион ауырыу.
ИНФЕКЦИЯ [рус. < лат. inficere ‘боҙоу’, ‘ағыулау’] (Р.: инфекция; И.: infection; T.: enfeksiyon) и. мед.
Организмға ауырыу йоҡтора торған микробтарҙың инеүе. □ Инфекция; заражение. / Инфекционный. ■ [Азамат — шо-фёрға:] Улайтма [яраны бысратма], инфекция керер, һицә хәҙер ук больницаға китергә кәрәк. Р. Солтангәрәев.
ИНФИҒӘЛ [ғәр. сЬД|] (Р: тревожное чувство; И.: foreboding; T.: endişe) и. иҫк. кит.
Болоҡһоу, бошоноу, көйөнөү һымаҡ төрлө тойғо. □ Тревожное, неспокойное чувство. Инфиғәл кисереу.
ИНФИЛЬТРАТ [рус. < лат. in + filtratio ‘һөҙөү’] (P: инфильтрат; И.: infiltratum; T: infiltrat) и. мед.
Кеше организмы туҡымаларында ҡан һәм лимфа ҡушылмалары менән күҙәнәк элементтарының тупланыуы. □ Инфильтрат (скопление в тканях организма клеточных элементов с примесью крови и лимфы). Уколдан һуц барлыкка килгән инфильтрат. Инфильтратты дауалау.
ИНФИНИТИВ [рус ] и. лингв, кар. уртаҡ ҡылым.
ИНФИНИТИВ-МОДАЛЬ ҺӨЙЛӘМ (Р: инфинитивно-модальное предложение; И.: infinitive modal clause; T: mastar cümle) и. лингв.
Һөйләмдең грамматик нигеҙен инфинитив (уртаҡ ҡылым) тәшкил иткән һәм модаль мәғәнәгә эйә булған һөйләм төрө. □ Инфинитивно-модальное предложение. ■ Хәбәре уртаҡ ҡылымдан булған бөтә бер составлы һөйләмдәрҙе инфинитив-модаль һөйләмдәр итеп тикшереу дөрөҫлөккә яҡын булырҙай. К. Ишбаев.
ИНФЛЯЦИЯ [рус. <лат. inflatio ‘ҡабарыу’] (Р: инфляция; И.: inflation; T: enflasyon) и. иҡт.
Ҡағыҙ аҡсаның тауар әйләнеше талап иткәндән артыҡ сығарыл ыу ы сәбәпле уның хаҡы төшөүе. □ Инфляция. ■ РФ Хеҙмәт кодексы буйынса инфляцияға ярашлы эш хаҡы ла индексланырға тейешлеге тураһында хөкумәт урынбаҫары белергә бурыслы. «Ағиҙел», № 2, 2010.
ИНФОРМАНТ [рус.] и. ҡар. мәғлүмәтсе. ■ [Дамир Жәуәт улы мәҡәләләрендә] йырҙарҙың тарихын да, көйөн дә халыҡҡа ҡайтанан еткереу өсөн тырыша һәм информант хаҡында ла куберәк бирергә ынтыла. «Ағиҙел», № 2, 2010.
ИНФОРМАТИВ с. ҡар. мәғлүмәти.
ИНФОРМАТИКА [рус. < ингл. informatics} (Р: информатика; И.: informatics; Т.: enformatik) и.
Ғилми мәғлүмәттең төҙөлөшөн өйрәнеп, уны һаҡлау һәм тапшырыу юлдарын билдәләүсе фән тармағы. □ Информатика. Ин-форматиканы өйрәнеу.
ИНФОРМАТОР [рус.] и. ҡар. мәғлүмәтсе.
ИНФОРМАЦИОН с. ҡар. мәғлүмәти.
ИНФОРМАЦИЯ [рус.] и. ҡар. мәғлүмәт.
ИНФРАҠЫҘЫЛ НУРҘАР [рус. < лат. infra ‘аҫта’] (Р.: инфракрасный; И.: infrared mays; T.: kızılötesi) физ.
Тотош спектрҙың ҡыҙыл өлөшө артында йылылыҡ тәьҫире биреүсе күҙгә күренмәй торған нурҙар. □ Инфракрасный.
ИНФРАСТРУКТУРА [рус. < лат. infra ‘аҫта’] (Р: инфраструктура; И.: infrastructure; T.: altyapı) и.
Матди етештереүҙе хеҙмәтләндереүсе эшмәкәрлек тармаҡтары һәм төрҙәре: транспорт ҡоролмалары, склад хужалығы, элемтә, һыу менән тәьмин итеү һ. б. □ Инфраструктура.
ИНФРАТАУЫШ [рус. < лат. infra ‘аҫта’] (Р: инфразвук; И.: infrasound; T.: ses ötesi) и. физ.
Кеше ҡолағы ҡабул итә алмай торған, тирбәлеү йышлығы түбән тауыш тулҡындары. □ Инфразвук.
ИНФУЗОРИЯ [рус. < лат. infusus} (Р: инфузория; И.: infusorian; T.: haşlamlı) и.
756