инә
Һыуҙа йәшәгән бер күҙәнәкле ваҡ төҫһөҙ иң ябай тереклек. □ Инфузория (лат. Infusorium). Инфузорияларҙы өйрәнеу.
ИНХИЛАЛ [ғәр. J^] (Р.: распад; И.: decay; T.: parçalanma) и. иҫк.
Тарҡалыш. □ Распад, развал, разложение.
ИНХИЛАЛ ИТЕҮ (инхилал ит-) (Р: разлагать; И.: decompose; T: ayrıştırmak) ҡ.
Тарҡатыу. □ Разлагать.
ИН ҺАЛЫУ (ин һал-) (Р: метить;
И.: tag; T: damgalamak) ҡ.
1. Малдың ҡолағына, ҡош-ҡорттоң тәпәй ярыһына ҡырҡып тамға һалыу. □ Метить, ставить метку. Яҙ һайын малдарға ин һалына.
2. диал. ҡар. сөннәтләү.
ИНҺАМ и. диал. ҡар. теләк.
ИНҺӘЛЕК (инһәлеге) и. диал.
1. ҡар. иңһәлек.
2. ҡар. арҡалыҡ I.
ИНЦЕСТ [рус. < лат. incestum ‘ҡан бутау’] (Р: инцест; И.: incest; T: ensest) и.
Яҡын туғандарҙың енси мөнәсәбәткә инеүе. □ Инцест (половая связь между близкими родственниками). Инцест күренештәре. Инцесты булдырмау.
ИНЦИДЕНТ [рус. < лат. incidens] (Р: инцидент; И.: incident; T: olay) и.
Күңелһеҙ, хәүефле ваҡиға, бәрелеш.
□ Инцидент. Илдәр араһындағы инцидент.
ИНША [ғәр. оЬЙ ‘тыуҙырылған’] (Р: сочинение; И.: composition; T.: kompozisyon) и.
Уҡыусыны фекер йөрөтөргә өйрәтеү маҡсатында билдәле бер темаға үткәрелә торған яҙма эш. □ Сочинение. ■ Имтихан көндө инша яҙырға теге егет урынына Морат уҙе керҙе. Р. Солтангәрәев.
ИНШАД [ғәр. ^1] (Р: декламация; И.: recitation; T.: inşat) и. иҫк.
Нәфис әҙәбиәттең тасуири уҡылышы.
□ Декламация. Иншад стиле.
ИНШАД ИТЕҮ (иншад ит-) (Р: декламировать; И.: recite; T.: inşat etmek) ҡ.
Шиғыр уҡыу, шиғыр һөйләү. □ Декламировать, читать стихи. Оҫта итеп иншад итеу.
ИНШАД ӘЙЛӘҮ (иншад әйлә-) ҡ. ҡар. иншад итеү. Матур итеп иншад әйләу.
ИНШАЛЛАҺ [ғәр. zdılUjl] (Р/ если будет угодно Аллаху; И.: if Allah wills so; T.: inşallah) инш.
Аллаһ теләһә. □ Если будет угодно Аллаху. ■ Беләгендә генә тугел, йөрәгендә лә ныҡлыҡ һиҙелә уныц [Әсмәнец], иншаллаһ. Г. Яҡупова.
ИНЪЕКЦИЯ [рус. < лат. injectio ’тире аҫтына дарыу ебәреү’] (Р: инъекция; И.: injection; T.: iğne) и.
Тәнгә, тире аҫтына йәки тамырға дарыу ебәреү; укол ҡаҙау. □ Инъекция. / Инъекционный. Йоғошло ауырыуҙарға ҡаршы инъекция яһау.
ИНЬ ( Р: инь; И.: yin; Т.: Yin) и. миф. *.’
Ҡытай мифологияһында ҡараңғылыҡ, үлем, ер, ҡатын-ҡыҙ менән бәйле башланғыс, киреһе — янь. □ Инь.
ИНӘ [дөйөм төрки ана/ене ‘әсә’] и.
1. ҡар. әсә. • Атанан тыумай ул булмаҫ, инәнән тыумай ҡыҙ булмаҫ. Мәҡәл. Инәнән ала ла тыуа, ҡола ла тыуа. Мәҡәл. Инә ҡулы — им. Мәҡәл. Инә ҡарғышы төшөр ине, инә һөтө ебәрмәй. Әйтем.
2. Хайуан, йәнлек, ҡош-ҡорт һ. б. ата енеслеһенә ҡаршы булған заты, әсәһе. □ Самка, матка. Инә ҡорт. ■ Ҡоралай балаһы инәһенә табан ынтылды, шунан туҡталды, көлөу, тауышы оҡшанымы, унда хәуеф юҡлығын аңланымы, башын ҡырын һалып ҡатып ҡалды. Ф. Аҡбулатова. [Һарыҡай] инәһенец генә һөтөнә туймай, ваҡ ҡына йәшел йомшаҡ уләндәрҙе, хатта оҙон ҡыяҡтарҙы ла кертләтеп, рәхәтләнеп сәйнәй. С. Ильясов. Бына ауылына ҡайтҡанына өс йыл ярымға яҡын ваҡыт утеп китте, ә ул [Әхәт], инәһен ниндәйҙер яуыз атҡандан һуц ишһеҙ тороп ҡалған ата болан һымаҡ, ошо урмандар, тауҙар араһында һаман яңғыҙы ҡаңғырып йөрөй. Н. Мусин. Тура килгәндә инә ҡошон да алайым да нәҫелдәрен ҡоротайым, — тип, һул куҙе менән янып торғанын да алмаҡ була. Әкиәттән. • Инәһе типкән ҡолондоң тәне ауыртмаҫ. Әйтем. Инәһеҙ ҡорт бал йыймаҫ, Бал йыйһа ла, мул йыймаҫ. Әйтем. Инә ҡаҙ йомортҡа
757