ИНӘНЕ ҠЫРҠЫУ
баҫҡанда, ата ҡаҙ янында бейер. Әйтем. Инә ҡорт ғәйрәтле булһа, умарта ҡеуәтле була. Әйтем.
3. миф. Ышаныуҙар буйынса, нимәнеңдер именлеген, барлығын һ. б. һаҡлап тора торған бер зат; эйә. □ Дух, хозяин какого-то объекта; доел. Мать. Өй инәһе. Мунса инәһе. Шишмә инәһе.
ИНӘНЕ ҠЫРҠЫУ (инәне ҡырҡ-) (Р.: уничтожение или замена пчелиной матки; И.: exchange the queen; T.: kraliçe arinin değiştirilmesi) ҡ.
Ҡорт күсендәге артыҡ инәне үлтереү. □ Уничтожение или замена пчелиной матки (для доращивания маток берут крупные прямые маточники, а мелкие и кривые уничтожают).
♦ Инәнән тыума сыр яланғас. □ В чём мать родила, совершенно голый. ■ Балыҡсылар ҙа инәнән тыума тигәндәй сисенделәр. Р. Ғабдрахманов.
ИНӘ АРБАҺЫ и. диал. ҡар. арба 1. Инә арбаһында утын ташыу. Инә арбаһы эшләу.
ИНӘ ЕБӘРЕҮ (инә ебәр-) (Р: снабдить маткой; И.: provide with a queen bee; T.: kraliçe ariçe bulmak) ҡ.
Күскә ҡорттоң инәһен ҡушыу. □ Снабдить маткой рой.
ИНӘ ЙОРТО и. ҡар. ата йорто. Инә йортона ҡайтыу. Инә йортон ипкә килтереу.
ИНӘ КҮҘӘНӘК (инә күҙәнәге) и. ҡар. йомортҡа күҙәнәк.
ИНӘ КҮРПӘҺЕ и. диал. ҡар. инә тун.
ИНӘЙ и.
1. диал. ҡар. әсәй. ■ [Әлфирә:] Инәйем әйтмешләй, ҡашым да ҡарлуғас ҡанатылай ҡыйғас, ирендәрем дә йоп-йоҡа. Р. Камал.
2. Ата-әсәнән оло ҡатын-ҡыҙ туған һәм уға өндәшеү һүҙе. □ Тётка, тётя (сестра отца или матери). ■ Ҡарасәс инәй мәрхум-дең, шундай оҙон керпекле, моңһоу ҡара куҙле бала йә ғумерһеҙ, йә бәхетһеҙ була, тигән курәҙәлеге тап килә, курәһең, инде. 3. Биишева. Өләсәһенең һеңлеһе Мәҙинә инәй янына бер нисә көнгә барып ята алалар ҙа баһа. Ф. Аҡбулатова.
3. Ғөмүмән, ата-әсәнән оло ҡатын-ҡыҙ һәм уларға өндәшеү һүҙе. □ Тётя; сестри
ца (вежливое обращение к женщине старше по возрасту родителей говорящего). ■ Ай, инәкәйем, һуҙең дөрөҫкә сыҡһа, бер һарыҡ уҙеңә! — тип ҡысҡырып ебәрҙе Насир, айғырын тапҡан кеуек ҡыуанып. 3. Ураҡсин.
ИНӘЙ ИСЕМЕ (Р: пелёночное имя; И.: the very first name; T: ilk isim) и. миф.
Бала тыуғас та, кендек инәһе, бисмилла, тип баланың ҡолағына әйткән беренсе исем; йүргәк исем. □ Пелёночное имя, имя данное повитухой. Инәй исеме ҡушыу. Инәй исемен алмаштырыу.
ИНӘ КҮНӘГЕ и. диал. ҡар. инә япҡыс.
ИНӘК (инәге) и. диал. ҡар. тоҡсай 2.
ИНӘКӘ (Р: карлица; И.: dwarf, pygmy; T: cüce) и.
Ғәҙәттән тыш бәләкәй кәүҙәле ҡатын-ҡыҙ. □ Карлица, лилипутка. Инәкә булыу. Инәкә өсөн кейемдәр.
ИНӘКӘЙ I (Р: ой мамочка!; И.: oh ту!; T: annem!) ымл. диал.
Ҡурҡыу, аптырауҙы белдерә. □ Выражает испуг, удивление: ой мамочка! ■ Геу килеусе халыҡ араһынан бер бисә: «Уф, инәкәйем! Санька, Катенька, ҡайҙаһығыҙ?!» — тип укереп илап ебәрҙе. Ә. Хәкимов.
ИНӘКӘЙ II (Р: ласковое обращение к матери; И.: mummy; T.: annecim) и. диал.
1. Әсәйгә иркәләп, яратып өндәшеү. □ Ласковое обращение к матери. ■ Фөлөр яулыҡ, инәкәй, ябынмайым, инәкәй, ят кешенең санаһына ултырмайым, инәкәй. Сеңләүҙән. Инәкәйем кулдәк текмәһен, вай кем, итәккәйен әҙепләп текмәһен. Француз яуын ҡаты, тиҙәр, вай кем, инәкәйем мине көтмәһен. Халыҡ йырынан.
2. Ата-әсәнән оло ҡатын-ҡыҙға иркәләп өндәшеү. □ Ласковое обращение к тёте. И Эй, Бәҙғолъямал инәкәйем, был тиклем әй-берҙе ҡайҙан табып бөттөң? — тип аптыраны Өрҡиә. Н. Мусин.
ИНӘКӘЙ III и. диал.
1. ҡар. әсәй. Ир-бала инәкәйгә оҡшаһа, бәхетле була.
2. ҡар. ҡәйнә. Килен булып төшкәндә, бәхет теләп, инәкәйем арҡама шәл япты.
3. ҡар. өләсәй. Инәкәйем һөйләгән әкиәттәр.
758