Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 759


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИНӘҢҒАНАН
4. ҡар. кендек инәһе.
ИНӘКӘС с. диал. ҡар. инәс.
ИНӘКӘҮ и. диал. ҡар. инәкәй II, 2.
ИНӘ ҠАБЫ и. диал. ҡар. бала ятҡылығы.
ИНӘ ҠАҘАНЫ (Р.: маточник; И.: queen cell; T.: ana arı yüksüğü) и. диал.
Инә ҡорт күҙәнәге. □ Маточник.
ИНӘ ҠАРЫНЫ и. диал. ҡар. бала ятҡылығы.
ИНӘЛДЕРЕҮ (инәлдер-) ҡ. йөкм. инәлеү, понуд. от инәлеү. ■ Етмеш йәшәр йыраусы ҡарт Ҡәҙерғол һис инәлдермәй һуҙгә кереште. Н. Иҙелбай.
ИНӘЛЕ (Р.: имеющий мать; И.: having a mother; T.: anneli) с. диал.
Инәһе булған, инәһе бар. □ Имеющий мать. Инәле булыу. • Инәле бала етем булмаҫ. Әйтем.
ИНӘЛЕК I (инәлеге) (Р: гусыня или утка, оставленные на развод; И.: female goose (duck) left for hatching; T.: dişi kaz veya ördek) и.
Ҡаҙ-өйрәктең инәһе. □ Гусыня или утка, оставленные на развод. Инәлеккә ике ҡаҙ ҡалдырғандар.
ИНӘЛЕК II (инәлеге) и. бот. диал. ҡар. емшән.
ИНӘЛЕК III (инәлеге) и. анат. диал. ҡар. аналыҡ.
ИНӘЛЕК IV (инәлеге) (Р: заколка; И.: hairpin; T.: toka) и.
Тәңкә-сулпылы ҡаҙауыс. □ Заколка.
ИНӘЛЕК ЕҢСӘҺЕ анат. ҡар. еңсә.
ИНӘЛЕ-ҠЫҘЛЫ (Р: мать и дочь;
И.: mother and daughter; T.: anneli kızlı) p.
Инәһе менән ҡыҙы бергә. □ Мать и дочь, мать с дочерью. ■ [Карсыҡ менән ҡыҙы] кем ҙурыраҡ тип йәнәшә баҫып улсәшкәндәр ҙә инәле-ҡыҙлы ыҙғышып киткәндәр. Д. Бүләков.
ИНӘЛЕС с. ҡар. инәлесле. ■ Ул [Коля] киҫкен хәрәкәт менән миңә табан борола, ҡатҡан устарын яурыныма һала, дыуамаллыҡ та, инәлес тә куренгән ҡарашын төбәй. — Ҡатыным бул минең, Сәриә! Н. Мусин.
ИНӘЛЕСЛЕ (Р: умоляющий; И.: entreating; T.: yalvaran) с.
Ялбарыу, үтенеүҙе белдергән. □ Умоляющий. ■ Ат ҡарарға яман яратам мин. Башҡа берәйһен ҡуя курмә, — тип ул [Фәйзрахман] инәлесле ҡарашын Фәруҡшаға йунәлтте. М. Хужин.
ИНӘЛЕ-СЫҒАЛЫ (Р: слегка помешанный; И.: slightly cuckoo; T.: çılgın) c.
1. Ваҡыт-ваҡыт иҫе юғалып, аҡыл һәләте, иҫе үҙгәреп торған. □ Слегка помешанный, тронутый. ■ [Яугир:] Иҫем инәле-сығалы булып ятам, куҙемдән әкрен генә йәш һарҡа, битемде яндырып төшөп китә.
3. Ураҡсин.
2. кусм. Ҡапыл төрлөсә үҙгәреп торған, тотороҡло түгел (кешегә һәм уның холҡона ҡарата). □ Переменчивый, неустойчивый (о человеке и его характере). Инәле-сығалы холоҡло.
ИНӘЛЕҮ (инәл-) (Р: упрашивать; И.: entreat; T.: yalvarmak) ҡ.
Бик ныҡ үтенеү; ялыныу, ялбарыу. □ Упрашивать, умолять кого, взывать о помощи к кому. ■ [Насир:] Айғыр минеке. Tu-маш бай уҙе курҙе бит, айғыр минеке икәнен белә, һатыуымды инәлеп һораны. 3. Ураҡсин. [һолтанбай:] Әммә ләкин инәлеу, һораныу юлы — беҙҙең нәҫел өсөн ят нәмә. Н. Мусин. Мин [егет] уҡсы тугел, минең ғәйеп булған ҡустым уҡсы ине, ҡалдырығыҙ мине, тип инәлһә лә, уны ай-вайына ҡарамай батша һарайына елтерәтеп алып килгәндәр. Әкиәттән.
ИНӘЛЕШЕҮ (инәлеш-) ҡ. урт. инәлеү. взаимн. от инәлеү.
ИНӘЛТЕҮ (инәлт-) (Р: заставлять просить; И.: make entreat; T.: yalvartmak) ҡ.
Инәлергә мәжбүр итеү. □ Заставлять просить, упрашивать себя. ■ Ә бит Ләйсән, ниһайәт, инәлтеуҙән туҡтап, Инсафҡа кейәугә сығырға ризалыҡ бирҙе һәм егетенең бәхеттән башы куккә тейгәнен курергә теләне. Г. Ғиззәтуллина.
ИНӘЛТЕШЕҮ (инәлтеш-) ҡ. урт. ҡар. инәлтеү, взаимн. от инәлтеү.
ИНӘҢҒАНАН (Р: рано утром; И.: early in the morning; T.: çok erken) р. диал.
759