Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 760


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

инәс
Иртә таңдан, таң һарыһынан. □ Рано утром. Инәңғанан тороп, Йылайырға китте.
ИНӘС (Р: ребёнок, похожий на мать; И.: child looking like her (his) mother; T.: annesine benzeyen çocuk) и.
Төҫө, холоҡ-ҡылығы менән әсәһенә ныҡ оҡшаш (балаға ҡарата). □ Ребёнок, похожий на мать. Тас инәс.
ИНӘСЕК (инәсеге) (Р: повитуха; И.: midwife; T: ebe) и. диал.
Кендек инәһе. □ Повитуха. Инәсек булыу.
ИНӘ ТАШ (Р: камень-мать; И.: kind of talisman stone; T: büyü ile tedavi ederken kullanılan taş) и. миф.
Ышаныуҙар буйынса, төрлө ауырыуҙарҙы дауалау өсөн ҡулланылған таш.
□ Камень-мать. Инәташ табыу. Инәташ, ататаш була. ■ Инәташ менән ҡыҙҙарҙы имләйҙәр: бүһерҙе, осйәнде, тире ауырыуын. Башҡорттарҙың им-том китабынан.
ИНӘ ТУН (Р: шуба, преподнесённая женихом матери невесты; И.: sort of a fur cout; T: kürk) и. этн.
Кейәүҙең ҡәйнәһенә биргән бүләк туны.
□ Шуба, преподнесённая женихом матери невесты. Инә тун кейеү.
ИНӘҮ I (P: метка; И.: label, tag; T: damga) и.
1. Мал-тыуарҙың ҡолағына, ҡош-ҡорттоң аяҡ ярыларына һалынған тамға; ин.
□ Метка, особый знак, маркировка на скотине, тамга, тавро. Иртә яҙҙан малдарҙы инәү һалып, ҡырға ҡыуалар.
2. ҡар. билге 1. ■ Тегеләр [юлбаҫарҙар] уны [Караһаҡалды] тотоп, ҡоллоҡҡа һатҡан. Шунда инәү (билдә) осонмолор, уң яҡ ҡолаҡ япрағын киҫеп алғандар. Ә. Сөләймәнов.
ИНӘҮ II (инә-) (Р: метить; И.: tag; T: damgalamak) ҡ.
1. Ин һалыу; инәүләү. □ Метить, ставить метку. Һарыҡтың ҡолағын инәп ҡуйыу.
2. ҡар. билгеләү 1. ■ [Ғиниәтулла] Айыуҙың ҡорбанын инәү осон әҙ-мәҙ генә тартҡылап ашап, унан һуң ашҡаҙанында тиҙ эшкәртелһен осон һаҫытыу осон күмеп
ҡуя торған ғәҙәтен дә белмәгәс, ғәйепте бүреләргә япты эстән генә. С. Ильясов.
ИНӘҮЛЕ (Р: меченый; И.: tagged; Т.: damgalı) с.
Инәү (I, 1) һалынған; тамғалы. □ Меченый (об ушах животных, о лапках птиц). • Инәүле мал юғалмай. Мәҡәл.
ИНӘҮЛЕ АТОМДАР (Р: меченые атомы; И.: tagged atoms; T.: işaretly molekül) и. махе.
Бер үк химик элементтың атомдары араһында үҙҙәренең радиоактивлығы, ауырлығы менән айырылып торған тотороҡло һәм тотороҡһоҙ изотоптар. □ Меченые атомы.
ИНӘҮЛӘНЕҮ (инәүлән-) ҡ. тош. ҡар. инәүләү, страд, от инәүләү. Инәүләнгән мал юғалмай.
ИНӘҮЛӘҮ (инәүлә-) (Р: метить; И.: tag; T.: damgalamak) ҡ.
Инәү (II, 1), ин һалыу. □ Метить, ставить метку. Ваҡ малды инәүләү.
ИНӘҮ ҺАЛЫУ (инәү һал-) ҡ. ҡар. инәүләү.
ИНӘҺЕҘ (Р: без матери; И.: motherless; T.: annesiz) с.
1. Инәһе булмаған, инәһе юҡ. □ Без матери. ■ Әллә инәле, әллә инәһеҙ ҡалды — һарыҡай быны аңламаны. С. Ильясов. Бынау Искәндәрең осон әсем оҙолә. Әсәһеҙ бала — инәһеҙ бәпкә, — ти ҡарсыҡ улы Әхмәтгәрәйгә. Ә. Хәкимов. • Инәһеҙ ҡыҙ аҫрама, атаһыҙ ул аҫрама. Әйтем.
2. әрл. Шелтәләп әйтелгән һүҙ. □ Бесстыдный, бесстыжий. ■ [Шәңгәрәйгә] Алйот! Ҡәбәхәт! Күҙеңдән ут күрһәтәм икән, инәһеҙ нәмә! - Күҙенә ҡан һауған Ихсанбай, асыу-ярһыу менән, бурандан да былай туҙынып, ауылға атлыҡты. Т. Ғарипова. [Аҡназар — разведчиктарға:] Мына инә-һеҙҙәр! Башһыҙҙар! Ниндәй атымды әрәм иттеләр! Я. Хамматов.
ИНӘ ЯПҠЫС (Р: клетка для пчел ы-матки; И.: queen cage; T.: ana ari İzgara kafesi) и.
Инә ҡортто айырып бикләй торған ситлек. □ Клетка для пчелы-матки.
ИНӘ ЯТАҒЫ и. диал. ҡар. инә япҡыс.
ИҢ I (Р: плечо; И.: shoulder; T.: omuz) и.
760