Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 761


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

иңгә-иң
Кәүҙәнең бер ҡулбаштан икенсе ҡулбашҡа ҡәҙәр булған артҡы өлөшө; яурын.
□ Плечо. ■ Көлә эйәрсән, уҙе кесе инәһенең иңен һыпырған була. Р. Камал. Егор Николаевич иңендәге буре толобон һелкеп кенә ташланы ла шығырлап ятҡан йоҡа ҡарға һикереп төштө. 3. Ураҡсин. [Әсмә] дөм яңғыҙ тугеллеген, иңен терәр, йыуатыр дуҫтары барлығын аңланы. Г. Яҡупова. Ҡара ҡытат елән, ай, иңемдә, ҡара ебәк билбау билемдә. Халыҡ йырынан. • Ил яҙмышы ир иңендә. Әйтем. Ҡулың менән эшләгәнде иңең менән кутәр. Әйтем.
ИҢ II [дөйөм төрки эң, боронғо төрки эгин] (Р.: ширина; И.: width, breadth; Т.: еп) и.
1. Ниҙендер бер ситенән икенсе ситенә тиклем булған ара; киңлек. □ Ширина. ■ Һарғайып таң атҡанда, был бабай сумып төбөнә етмәҫ, улсәп иңенә етмәҫ бер кулгә балыҡҡа барған, ти. Әкиәттән.
2. шиғр. Ниҙеңдер иркен киңлеге.
□ Ширь, просторы. ■ Тальян моңо аға баҫыу иңенә. Б. Бикбай. Кук иңенә ҡолас ташлап, ниңә ҡалҡмайһың, йәйғор? Ш. Бикҡол.
♦ Иңе килһә, буйы килмәй, буйы килһә, иңе килмәй етешһеҙ тормоштан интеккәнде белдереү өсөн әйтелә. □ Жаловаться на бедность и нищету.
ИҢ III I дөйөм төрки әң, әңгиң] (Р: самый; И.: the most; T.: en) р.
Сифат, рәүеш, һан һәм ҡайһы бер исемдәр менән килеп, мәғәнәне көсәйтә. □ Самый; весьма; наи-. ■ Алла теләһә, ана шул иң бәләкәстәрҙе киләсәктә уҡыу-яҙыуға өйрәтер инем, тип уйлап ҡуя Сәйфетдин. Ә. Хәкимов. Әхмәҙиәгә был куренешкә шаһит булыу ауыр, әйтерһең, йортто тугел, ә ғумеренең бер өлөшөн — иң матур сағын алып ырғыттылар. Р. Солтангәрәев. Иң һуңында ҡарт таҙға ҡырҡ ҡоласлы тимер сынйыр, бер ус бесән менән бер киҫәк ит тотторған да: «Егет, быларҙың береһен дә юғалтма. Ни өсөн кәрәклеген, ваҡыты килеп еткәс, толпарың әйтер», — тигән. Әкиәттән. Тыуған ғына ергә ниҙәр етә, иң ғәзизе — тыуған төйәгем. Таштарына тарих яҙыр инем, илкәйемә ҡайтһа һөйәгем. Халыҡ йырынан. Бер батшаның ун бер улы
була. Иң кесеһе, ун беренсеһе, Йософ исемле була. «Йософ менән Зөләйха». Саҡырылған кешеләр иң яҡшы аттарын менеп, Алтыша тирмәһе янына йыйылалар. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ИҢ IV и. диал. ҡар. инәү I.
ИҢБАШ (Р: плечо; И.: shoulder; T: omuz) и.
Ҡулдың яурынға тоташҡан урыны; ҡулбаш. □ Плечо. / Плечевой. ■ [Азамат] курешкәс, көтөусене иңбашынан ҡосаҡлап уҡ алды. Р. Солтангәрәев. Көслөбай иһә, аяҡтары ергә тейеу менән, Ҡуҙыйкурпәсте иңбашы аша ергә алып ташламаҡсы булып, яурыны менән кукрәге аҫтына инә лә уны уҙенә табан тарта башлай. «Ҡуҙыйкүрпәс менән Маянһылыу».
ИҢБАШАЯҠЛЫЛАР (Р: плеченогие; И.: brachiopoda; T.: dalh bacaklılar) и. зоол.
Тышҡы күренештәре яғынан моллюскыларға оҡшаған, әле тамам өйрәнелеп бөтмәгән, ҡабырсаҡ эсендә һәм һыуҙың төбөнә йәбешеп йәшәй торған, селәүсен һымаҡ ваҡ диңгеҙ хайуандары; ҡулаяҡлы-лар. □ Плеченогие, руконогие (лат. Brachiopoda). Иңбашаяҡлыларҙы өйрәнеу.
ИҢБАШ БИЛБАУЫ (Р: пояс плечевой; И.: shoulder girdle; T: omuz) и. анат.
Кешеләрҙә: умрау һәм ҡалаҡ һөйәктәре; хайуандарҙа: алғы аяҡтары ҡулсаһы. □ Пояс плечевой.
ИҢГЕЛЕК СӘС и. диал. ҡар. ҡарын сәс.
Иңгелек сәсте ата кеше алырға тейеш.
ИҢГЕРЕШ и. диал. ҡар. иңкеш.
ИҢГӘ-ИҢ (Р: плечом к плечу; И.: shoulder to shoulder; T.: omuz omuza) p.
1. Иңбаштарҙы терәп. □ Плечом к плечу. Иңгә-иң терәп ултырыу. ■ Егеттәр китәләр һалдатҡа, иңгә-иң терәшеп сафтарҙа. Картотека фондынан. Иңгә-иң терәп баҫҡан эшселәр уға [Тәбәйгә] әкиәттәге бәһ-леуәндәр һымаҡ куренде, һәммәһенең ҡаштары урталай һынып төйөлгән, куҙҙәре ут бөркә. Ә. Хәкимов.
2. Бер теләктә, бер рухта; бергә. □ В тесном единении, как единомышленники; вместе. Иңгә-иң терәп йәшәу. Иңгә-иң килеп эшләу.
761