Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 762


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

иңгәк
ИҢГӘК (иңгәге) и. диал. ҡар. имгәк. Эй, бер иңгәк булдың инде.
ИҢГӘКТӘҮ (иңгәктә-) ҡ. диал. ҡар. имгәкләү. Бала иңгәктәй.
ИҢГӘНЕҮ (иңгән-) ҡ. диал. ҡар. имгәнеү.
ИҢГӘРӘК р. диал. ҡар. тәүҙә. Иңгәрәк барып ҡайтайыҡ.
ИҢГӘСӘЙ и. диал. ҡар. еңгәсәй.
ИҢҒАЙр. диал. ҡар. ыңғай.
ИҢЕ I с. иҫк. ҡар. иге.
ИҢЕ II и. иҫк. ҡар. Алла 1,1.
ИҢЕ-БУЙЫ (Р.: вдоль и поперёк; И.: far and wide; T.: karış karış) p.
1. Нимәнеңдер арҡыры-буй үлсәме. □ Вдоль и поперёк. Я Иңе-буйы сикһеҙ даланың көндәре-төндәре һанауһыҙ. К. Мәргән.
2. кусм. Нимәнеңдер бөтә булған киңлеге, бөтә майҙаны. □ Вдоль и поперёк. ■ Ил гиҙеп, шәреҡ мәмләкәттәрен иңенә-буйына йөрөп сыҡҡан дәруиштәр теләһә ниндәй телдә иркен һөйләшә. Ә. Хәкимов.
ИҢЕРБАУ (Р.: завязка; И.: tie; string; T.: şerit) и. этн.
Ирҙәр күлдәгенең яға бауҙары. □ Завязка, тесёмка мужской рубахи. ■ Төймә урынына иңербау ғына ҡуйылған оҙон, киң аҡ кулдәк тә уның [Ибраһим бабайҙың] тотош аҡ төҫөнә килешеп тора һымаҡ. 3. Биишева.
ИҢЕР БАУЫ и. ҡар. иңербау.
ИҢЕРҺЕҮ (Р: вкус нежирного мяса; И.: watery taste of meat; T: et tadı) и. диал.
Ябыҡ иттән килгән һыу тәме. □ Вкус нежирного мяса.
ИҢЕС и. диал. ҡар. инес.
ИҢЕШ (Р: сокращение длины продольных ниток холста от первоначального замера; И.: special term used in weaving; T.: çekme) и. туҡ.
Киндер һ. б. нәмә һуҡҡанда буйлыҡтың тәүге үлсәмдән ҡыҫҡарыуы. □ Сокращение длины продольных ниток холста от первоначального замера.
ИҢЕШЕҮ (иңеш-) (Р: садиться; И.: shrink; T.: çekmek) ҡ.
1. туҡ. Тәүге үлсәмдән ҡыҫҡарыу (буйлыҡ епкә ҡарата); ултырыу. □ Садиться (о ткани).
2. диал. ҡар. ҡыҫҡарыу 1. Кулдәгем иңешеп бөткән.
ИҢКЕЛ и. диал. ҡар. иңкеүлек.
ИҢКЕЛДӘҮ (иңкелдә-) ҡ. диал.
1. ҡар. ҡайғыртыу 2.
2. ҡар. иркәләү 2.
ИҢКЕ-МИҢКЕ р. диал.
1. ҡар. аңҡы-тиңке. Иңке-миңке йөрөу.
2. ҡар. илке-һалҡы. Иңке-миңке башҡарыу.
ИҢКЕҮ I [боронғо төрки иң-кег, иң-ег\ (Р: наклонный; И.: inclined, sloping; slanting; T.: eğik) c.
Түбәнгә табан ауыш. □ Наклонный, покатый (о местности). ■ Илай-илай килһә лә, яҙ яҙлығын итте: ҡарҙар урман эҫтәрендә, соҡор-саҡыр буйҙарында ғына уйым-уйым ятып ҡалды, тәуҙәрәк асылған тау битләуҙәрендә улән морон төрттө, иңкеу ерҙәрҙән шаулап-гөрләп аҡҡан ҡар һыуҙары тартыла төштө. Н. Мусин.
ИҢКЕҮ II (Р: склон; И.: slope, inclination; T: yamaç) и.
Ерҙең түбән киткән урыны; һарҡыу. □ Склон, уклон, скат. ■ Иңкеуҙәрҙә ҡалған ҡарҙар ғына уҙған ҡышты иҫкә төшөрөр. Р. Назаров.
ИҢКЕҮЛЕК (иңкеүлеге) (Р: ложбина;
И.: narrow gully; T: çukur) и.
Иңкеү булған урын. □ Ложбина, впадина. ■ [Твердышев] ошо буләк-кустә-нәстәргә ерегеҙ торошлоҡмо икән тигән төҫлө, шул подзорный торбаны алып, һул яҡтағы иңкеулеккә, туғайға куҙ һалды. Ғ. Ибраһимов.
ИҢКЕҮЛӘНЕҮ (иңкеүлән-) (Р: быть наклонным; И.: be inclined; T: eğik olmak) ҡ.
1. Иңкеүгә (II) әйләнеү. □ Быть (стать) наклонным, покатым (о местности). Иңкеу-ләнеп уҫкән ағас.
2. Иңкеүгә (II) табан китеү. □ Быть (стать) под уклон. Юл иңкеуләнгәс, аттарға еңел булып ҡалды.
ИҢКЕШ I (Р: шмель; И.: bumblebee; Т: toprak yabanarısı) и. зоол.
762