Академический словарь башкирского языка. Том III. Страница 763


Поиск по словарям

Башҡорт теленең академик һүҙлеге. Том III

ИҢРӘҮ
Бал ҡорттары ғаиләһенә ҡараған йомро йөнтәҫ эре бөжәк. □ Шмель. / Шмелиный (лат. Bombus). ■ Туғай-болондарҙа әллә нисәмә төҫлө сәскәләр, әллә нисәмә төрлө бөжәктәр, әллә ниндәй ауаздар... Иңкештәр гөжләуе, бал ҡорттары безелдәуе, ҡоштар моңо. Р. Камал. [Миңлеғәле] сәскәләр тирәһендә геуләп осҡан бал ҡорттарын, иңкештәрҙе, төрлө-төрлө себендәрҙе ентекләп куҙәтә. Я. Хамматов.
ИҢКЕШ II с. диал. ҡар. иңкеү I. Иңкеш ер.
ИҢКӘЙЕҮ (иңкәй-) (Р.: наклоняться; И.: stoop; bend; T.: eğilmek) ҡ.
Клғә. табан бөгөлөү, эйелеү. □ Наклоняться, склоняться. ■ Алтмыш менән етмеш араһындағы теге кеше бер аҙ алға иңкәйә биреп алған да аҡрын, көсөн сығармай ғына атлай. Р. Солтангәрәев.
ИҢКӘЙЕШЕҮ (иңкәйеш-) ҡ. урт. ҡар. иңкәйеү, взаимн. от иңкәйеү. Көслө ямғырҙан һуң ағастар иңкәйешкән.
ИҢКӘЙТЕҮ (иңкәйт-) (Р: наклонять;
И.: indine; bend; T.: eğmek) ҡ.
Алға табан бөгөү, түбәнгә эйеү. □ Наклонять, склонять, нагибать. Мискәне иңкәйтеп һыу эсеу. Самауырҙы иңкәйтеп һыу ағыҙыу.
ИҢКӘЛЕҮ (иңкәл-) (Р: умолять; И.: entreat; T.: yalvarmak) ҡ. диал.
1. Үтенес, ялыныс менән мөрәжәғәт итеү; инәлеү. □ Умолять, просить, упрашивать кого', обращаться с просьбой к кому. Иңкәлеп һорау. Иңкәлеп тороу. Иңкәлеп килеу. Иңкәлеп барыу.
2. ҡар. интегеү, һыуһыҙлыҡтан иңкәлеу.
ИҢКӘНЛӘҮ (иңкәнлә-) (Р: часто нагибаться; И.: stoop frequently; T.: sık sık eğilmek) ҡ.
Алға табан ҡат-ҡат эйелеү, бер эйелеп, бер тороу. □ Часто нагибаться. Иңкәнләп картуф утау.
ИҢЛЕ (Р: широкий; И.: wide; T.: enli) с.
Иңе киң (туҡымаға ҡарата). □ Широкий (о материи). Иңле ситса.
ИҢЛӘП-БУЙЛАП (Р: вдоль и поперёк; И.: far and wide; T.: karış karış) p.
Бөтә булған киңлегенә, арҡырыһынан буйына. □ Вдоль и поперёк (во всех направлениях). Иңләп-буйлап йөрөу. ■ [Хан:] Осһоҙ-ҡырыйһыҙ даланы иңләп-буйлап саптым, баш бирмәҫ халайыҡтарҙың ҡалаларын ҡыйраттым, ауылдарын уртәнем. Ә. Хәкимов.
ИҢЛӘҮ (иңлә-) (Р: располагаться во всю ширину; И.: reach from one end to another; T.: enine yerleşmek) ҡ.
1. Киңлеге менән ниҙеңдер бер ситенән икенсе ситенә тиклем етеү. □ Располагаться во всю ширину чего-л. Бынау ы митҡал тәҙрәне әҙ генә иңләмәй.
2. Бер ситенән икенсе ситенә тиклем үтеү. □ Переплывать, перелететь, перебежать через что. ■ Әйтерһең дә, аҡҡоштар тубы икһеҙ-сикһеҙ куккә кутәрелер алдынан, зәп-зәңгәр кулде иңләп, ҡанат ҡаға. Г. Ғиззәтуллина.
3. кусм. Бөтә булған иркен киңлекте, бөтә киң майҙанды айҡау. □ Застилать, закрывать, заволакивать. // Заволакивание, обволакивание. ■ Йәйләугә сыҡҡас, өләсәһе мәрхумә дала иңләп йөрөгән көтөуҙәрҙе куҙәтеп торор ҙа: «Тәнрем малдан айырмаһын», — тип ҡуйыр ине. Ә. Хәкимов.
ИҢРӘНЕҮ (иңрән-) (Р: стонать;
И.: moan, groan; T.: inlemek) ҡ.
Бик ныҡ әсенеп, һыҙланып зарланыу; һыҡтау. □ Стонать, стенать; рыдать. Куңел иңрәнеу. Йөрәк инрәнеп һыҙлай.
ИҢРӘТЕҮ (иңрәт-) ҡ. йөкм. ҡар. иңрәү. понуд. от иңрәү.
ИҢРӘҮ I (иңрә-) (Р: стонать; И.: moan and groan; T.: inlemek) ҡ.
Ҡайғы-хәсрәттән һыҙланып зар илау, һыҡтау. □ Стонать, стенать, издавать стоны.
ИҢРӘҮ II (Р: стон; И.: moan, groan; T.: inilti) и.
Һыҙланған, әрнеүле тауыш; ыңғыраш. □ Стон, стенания. ■ Яңыл ул көндө хә-тәр инрәу ишетеуен берәугә лә һөйләмәне, ҡурҡты. Р. Камал. Һаҡмар кисеуен утеп, таныш ерҙәрҙе куреугә һабрауҙың кукрәгенән әсе инрәу атылып сыҡты, куҙенә йәш эркелде. Ә. Хәкимов. Уның [Зифаның] ауыҙынан
763