ИҢРӘҮЛЕ
ҡурҡыуҙы ла, аптырауҙы ла, шатлыҡты ла — бөтәһен бер юлы белдергән үҙәк өҙгөс иңрәү генә ишетелеп ҡалды. Н. Мусин. Өйҙән илаш-сырылдаш, иңрәүҙәр ишетелеп тора. Д. Юлтый.
ИҢРӘҮЛЕ (Р.: печальный; И.: sad, mournful; T.: iniltili) с.
Иңрәп сыҡҡан (тауышҡа ҡарата). □ Печальный, скорбный, горький (о голосе). ■ Улар [һуҡырҙар] үтеп барған һәр кемгә ялбарып ҡулдарын һуҙалар, ҡыҙғаныс иңрәүле тауыштар менән хәйер-саҙаҡа һорайҙар. Д. Юлтый. Ҡояш һүрән булһа ла, көн йылы, ағастарҙан япраҡ яуа, һауала йылы яҡтарға китеүсе ҡош туптарының иңрәүле хушлашыу ауазы ишетелеп ҡала. Ә. Хәкимов.
ИҢРӘШ (Р.: стоны; И.: moans, groans; T.: inilti) и. йыйн.
Күмәк иңрәгән тауыш. □ Стоны. ■ Хәтерләйһең икән һин [иптәш] уларҙы, унда [үткәндәрҙә] иңрәш, унда күҙ йәш бар. Т. Йәнәби.
ИҢРӘШЕҮ (иңрәш-) ҡ. урт. ҡар. иңрәү, взаимн. от иңрәү. ■ Гүзәл урмандар ҙа снарядтарҙан теткеләнеп бөткән, һынған, сәрпәкләнгән, тураҡланған ағастар, үлә алмай ғазапланған ҡаты яралыларҙы хәтерләтеп, иңрәшәләр төҫлө. Д. Юлтый. Уғландары үҙ араһы антлаштылар, өйгә етә үкерешеп илаштылар. «Аһ, дәриға! Йософ! — тип иңрәштеләр, Йософобоҙҙо юғалттыҡ», — тиҙәр имде. «Йософ һәм Зөләйха».
ИҢСӘ и. диал. ҡар. иң I.
ИҢСӘР (Р: широкоплечий; И.: broadshouldered; T.: geniş omuzlu) с.
Киң яурынлы. □ Широкоплечий, плечистый. Иңсәр ир.
ИҢ ТӨШӨҮ (иң төш-) (Р: опущение плеч человека за сорок дней до смерти; И.: special sing of becoming death; T.: omuzlari çökmek) ҡ.
Үлеүгә ҡырҡ көн ҡалғас, кешенең яурындары төшөү. □ Опущение плеч за сорок дней до смерти (особый знак, указывающий на близость смерти).
ИҢҺЕҘ (Р: узкий; И.: narrow; T.: ensiz) с.
Иңе тар (туҡымаға карата). □ Узкий (о материи).
ИҢҺЕҮ с. диал. ҡар. иңкеү 1.
ИҢҺЕҮЛӘҮ (иңһеүлә-) ҡ. диал. ҡар. иңкеүләнеү.
ИҢ-ҺЫН и. йыйн. ҡар. буй-һын.
ИҢҺӘ и. ҡар. иң I. • Маңлайы киңдән төңөлмә, иңһәһе киңгә үрелмә. Мәҡәл.
ИҢҺӘЛЕК (иңһәлеге) (Р: женское украшение; И.: women’s decoration; T: bezeme) и.
1. этн. Тәңкә-мәрйен баҫып, сулпы-мәрйен менән аҫтан суҡлап, тотош иңде, яурынды ҡапларлыҡ итеп яһалған ҡатын-ҡыҙ биҙәүесе; елкәлек. □ Женское украшение в виде широкой ленты с монетами, прикрепляемое на затылке и свисающее ниже пояса поверх кос. ■ Ҡыҙ саҡтағы сәсмәү урынына киң таҫмалы, бөтә толомдо ҡаплап торған иңһәлек таҡҡан, башына ҡатындарса ҡашмау кейеп алған киленгә еңдәрен һыҙғаныу, еләнен елпетеп йүгергеләү ваҡыты етте. Ғ. Ибраһимов.
2. Ҡатын-ҡыҙ, балалар өҫ кейемендә иңбашҡа эстән ҡатлап тегелә торған тауар. □ Плечико.
3. диал. Ҡатын-ҡыҙҙарҙың яурынға һала торған шарфы. □ Женский шарф. Иңһәлек һатып алыу. Муйынға иңһәлек һалыу.
ИҢӘК (иңәге) и. анат. диал.
1. ҡар. урт. Иңәк шешеү.
2. ҡар. ҡаты аңҡау.
3. ҡар. эйәк. Иңәккә таяныу.
ИҢӘТ U. диал. ҡар. игәт.
ИОН [рус. < гр. ion ‘барыусы’] (Р: ион; И.: ion; T: iyon) и. хим., физ.
Электр менән зарядланған атом йәки атомдар төркөмө. □ Ион. / Ионный. Кислород иондары.
ИОНЛАШТЫРЫЛЫУ (ионлаштырыл-) ҡ. төш. ҡар. ионлаштырыу, страд, от ионлаштырыу.
ИОНЛАШТЫРЫУ (ионлаштыр ) (Р: ионизировать; И.: ionize; T.: iyonlaştırmak) ҡ. физ.
Иондар барлыҡҡа килтереү. □ Ионизировать.
ИОНЛАШЫУ (ионлаш-) (Р: ионизироваться; И.: get ionized; T.: iyonlaşmak) ҡ. физ.
764